-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәтле миҙгел

Нәҫер

Мөхәббәтле миҙгел
Мөхәббәтле миҙгел

Көҙ... Ниндәй йәмле миҙгел! Аяҡ аҫтында япраҡтар ҡыштыр-ҡыштыр килә. Бөтә донъя алтын төҫөнә буял­ғас, тирә-яҡ тағы ла яҡтыраҡ, матурыраҡ күренә. Ә иң мөһиме – һин эргәмдә, ошонан да артыҡ шатлыҡ бармы һуң?– Рәмилә, ниндәй уйҙарға сумдың? Хатта мине лә ишетмәйһең, – тип наҙлы итеп йылмайҙы Булат, ҡыҙҙы ҡосаҡлап.– Ғәфү ит, уйҙарға бирелеп киткәнмен.– Нимәләр борсой күңелеңде, һөйлә миңә лә. Бәлки, ярҙам итә алырмын. Бер нимәгә лә ҡайғырма. Мин бит хәҙер эргәңдә. Артабан да гел һинең менән булырмын.– Эйе, беҙ бергә. Һин янымда бул­ғанда, мин һис борсолмайым, ҡыуанам ғына. Әлеге уйҙар ҙа күңелһеҙ түгел. Яҙмышыма рәхмәтлемен һине осратҡанға! – …«Бәйләнештә» селтәре булмаһа, бер-беребеҙҙе бөтөнләй белмәҫ инекме икән? Юҡ, барыбер эҙләп тапҡан булыр инем.Рәмилә менән Булат 2010 йылдың көҙөндә «Бәйләнештә» селтәре аша танышты. Ул саҡта ҡыҙ – Х синыфта, Булат I курста уҡый ине. Интернет аша оҙаҡ ҡына яҙыш­һалар ҙа, күрешкәндәре булманы. Икеһе ике районда йәшәй, аралары алыҫ ҡына...Ябай танышыу, дуҫлыҡ тора-бара мөхәббәткә әүерелде. Хистәрен бер-береһенә белдермәһәләр ҙә, һәр ҡай­һыһы икенсеһенең тойғоларын һиҙҙе.Күп тә үтмәй, Булатты армияға алдылар. Араларының тағы ла алыҫлашыуы, хәбәрләшеүҙәренең һирәгәйеүе икеһен дә борсоно, әммә был һынау мөхәббәт ялҡынын көсәйтте генә.Бер йылдан егет ҡайтып та төштө, ҡыҙ был ваҡытта ун беренселә уҡый ине. Рәмилә Булатты ҡаршылай алманы. Шулай ҙа егет үпкәләмәне, ул да был һынауҙы үткән, һөйгәненең хәлен аңланы. Дәресте ташлап китә алмағандыр.Инде уҡыу йылы ла тамамланды. Рәмилә имтихандарын яҡшыға ғына тапшырып, Өфөгә килде. Баш ҡалала уҡыу – уның ҙур хыялы. Беренсенән, үҙе һайлаған йүнәлештә юғары белем аласаҡ, икенсенән, ошонда уның һөйгәне уҡый...

Көҙ… Тәүге осрашыу. Егет – ҡыҙҙы, ҡыҙ егетте тәү ҡараштан уҡ оҡшатты ла ҡуйҙы. Шунан әйт инде, беренсе күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкин түгел, тип!

Тағы ла көҙ. Паркта бер пар етәкләшеп килә. Был – Рәмилә менән Булат. Улар­ҙың күңелдәрен мөхәббәт ҡояшы яҡтыртыуы әллә ҡай­ҙан уҡ күренеп тора.– Булат…– Эйе, Рәмиләм, тыңлайым!– Ә һин көҙҙө яратаһыңмы? – Яратам, әлбиттә. Ә һин?– Яратам...Ниндәй миҙгел булһа ла, һин эргәмдә саҡта бөтәһен дә яратам… Ә һиңә ни өсөн оҡшай?– Мин көҙҙө яратам, сөнки ул – беҙҙең миҙгел… Беҙҙе таныштырған, осраштырған осор. Сөнки көҙ – мөхәббәтле миҙгел...Ҡыҙ, йылмайып, Булаттың күҙҙәренә баҡты, был ҡараштарҙа ул саф мөхәббәт ялҡынын күрҙе...Эйе, көҙ – беҙҙең миҙгел... Ысынлап та, мөхәббәтле миҙгел.

НӘРКӘС.

Фото: www.livemaster.ru

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: