+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Онотолмай беренсе саф мөхәббәт

Үҫкән һайын уҡытыусылар йә башҡа өлкәндәр беҙгә үҙҙәренсә баһа бирә.

Онотолмай беренсе саф мөхәббәт
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт

Ә шулай ҙа иң ҡыҙыҡлыһы: малайҙар­ҙың танауы еҫ һиҙә башлаған, тип әйтеүҙәре, йәғни ғашиҡ утында яна башлауыбыҙ. Беренсе тапҡыр күҙ төшкәнде бер кем дә белергә тейеш түгел. Ул тойғоно әйтеүҙән барыһы ла ояла. Нисек күрһәтмәҫкә тырышһаң да, холоҡ-фиғел үҙенекен итә. Яратҡан ҡыҙыңа матурыраҡ күренге килә. Тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға тотонаһың. Күңел хистәреңде дуҫ-иштәреңә лә, тиңдәштәреңә лә һиҙҙермәй­һең.
Тик күп йылдар үткәс кенә синыфташтар менән туған мәктәптә осрашҡанда кемдең кемгә ғашиҡ булып йөрөгәнен белдек. Беренсе мөхәббәт тойғоларын бергәләп хәтерләнек.
– Зәлифә, һин мөхәббәт хатыңды кеҫәмә һалып киткәйнең. Шунан үҙеңә ғашиҡ булып йөрөнөм, – тине Ғаяз.
– Ә минекенә Зөһрә һөйөү хатын һалғайны, дәртләнеүемдең сиге булманы, – тине Рауил.
Бөтәһе лә мөхәббәт хаттарын ҡәҙерләп һаҡлаған, бер-бер артлы сиратлап уҡып сыҡтылар. Хаттың һүҙҙәре төрлө булһа ла, яҙыуы бер үк ине.
Ҡыҙҙарҙың барыһы ла:
– Беҙ бер ниндәй ҙә хат яҙманыҡ, тимәк, беҙҙең исемдән кемдер тырышҡан, – тип авторҙы эҙләй башланы.
Мөхәббәт тойғолары менән шаярмайҙар, асыуланырҙар инде, тип ҡурҡа-ҡур­ҡа урынымдан торҙом.
– Мин, – тинем. Барыһы ла һүҙһеҙ ҡалдылар ҙа унан бик оҙаҡ көлдөләр.
– Бына бит мөхәббәт той­ғоһо ниндәй көслө икән. Алданғанымды белмәйенсә, ғашиҡ булып ҡанатландым. Ул хатты ҡат-ҡат уҡыйым да сыс­ҡан тотҡан бесәйҙәй ғорурлана, шатлана инем, – тине Мәһәҙи, үҙе көлөүҙән туҡтай алмай.
– Әлфиәнең хатын уҡығас, нисек ҡыуанып йөрөнөм, – ти Батырйән.
– Ә мин районыбыҙҙың спорт ярышында Сәриәнең хатын усыма йомоп йүгереп, беренсе урын алдым, – тине Хәйҙәр шатланып.
– Мөхәббәт тойғолары тағын бер генә тапҡыр булһа ла килһен ине. Тик улар алыҫ йылдарҙа тороп ҡалды инде. Ҡунаҡ итәбеҙ, ҡәҙерләйбеҙ, тип вәғәҙәләр бирһәк тә, мәңге боролоп ҡарамаясаҡ. Әле ул хистәрҙе балаларыбыҙға ла татырға яҙһын, Хоҙай бер кемде лә һөйөү-һөйөлөүҙән мәхрүм итмәһен, – тип күңелле осрашыуыбыҙҙы дауам иттек.

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: