

Таныш һуҡмаҡ буйлап үтәмен.
Мөғжизәгә һаман ышанам мин,
Һинең килереңде көтәмен.
Юл күрһәтеп балҡый мең йондоҙҙар,
Бәхет юрағандай Ай ҡыҙы.
...Тик һин генә күренмәйһең, йәнем,
Ҡаршылайым ҡышты яңғыҙым.
Үткәндәргә елеп уй-толпарым
Һинең менән ҡабат осраша.
Ҡайнар һөйөүемде еткерәмен
Йөрәгемдә тыуған йыр аша.
Күңелемде күтәрергә теләп,
Шаян ҡарҙар уйын ҡоралар.
Талғын ғына өйрөлөп бейеп,
Керпегемә, сәскә ҡуналар.
Ирекһеҙҙән ҡулдарымды һуҙам
Һинең һынды тойғас ҡаршымда.
...Һүнгән мөхәббәтте хәтерләтеп,
Ҡар бөртөгө ирей усымда.
Алтынай