

– Һораным, әсәй, рөхсәт һораным. Тик янымда йә һин, йә атайым булманы.
***
Бәй, Илдар улым, «икеле» алып ҡайтҡанһың бит.
– Эй, әсәй, мин уны алмаҫҡа тырышҡан инем дә, тик бына уҡытыусы: «Нисәле ҡуяйым?» – тип һорап торманы шул.
***
– Бөгөн бигерәк ныҡ арыным, – ти эштән ҡайтҡан атаһы. – Ҡулды ҡыймылдатырлыҡ та хәл юҡ.
– Ысынмы, атай? – тип шатлана улы. – Улайһа, дөрөҫөн әйтәйем инде – машинаның тәҙрәһен мин ваттым.