-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Сентябрь 2021, 11:15

Ә Нью-Йоркты күрәһеңме?

– Атай, иҫләйһеңме, IV си­ныфҡа күсһәм, велосипед алып бирәм, тип вә­ғәҙә биргәйнең.

Ә Нью-Йоркты күрәһеңме?
Ә Нью-Йоркты күрәһеңме?

– Иҫләйемсе.
– Бына хәҙер ҡыуан инде, аҡсабыҙ янда ҡалды.

***

– Айнур, ниңә бөтә өйгә эштәреңде атайың эшләй?
– Әсәйемдең ва­ҡыты юҡ шул.

***

– Ай алыҫыраҡмы, Нью-Йоркмы? – тип һорай кис көнө улы атаһынан.
– Улым, һин ҙурһың бит инде. Мәғәнәһеҙ һорауҙар биреү һиңә оят түгелме? Бына тәҙрә аша күккә ҡара әле. Унда нимә күрәһең?
– Ай.
– Дөрөҫ. Ә Нью-Йоркты күрәһеңме?
– Юҡ.
– Ошонан сығып үҙең һығымта яһа инде.

***

– Балалар, үләндә ҡасан ысыҡ барлыҡҡа килә? – тип һорай уҡытыусы.
– Үлән тирләһә, – тип яуаплай икән бер малай.

***

– Улым, дәрестәреңде эшләнеңме?
– Юҡ.
– Улайһа, ни эшләп йоҡларға яттың?
– Аҙ белһәң – ҡаты йоҡлайһың.

Фото: www.youtube.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: