+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй гений

Вольфганг Амадей Моцартҡа бөйөк композитор булыу өсөн һикәлтәле һуҡмаҡтан үтергә тура килмәй.

Ул бик бәләкәй саҡтан уҡ музыкаль бала була. Тәүҙәрәк музыкаль һәләте уйын ваҡытында һиҙелеп ҡала, теләһә ҡайһы уйынды малай көй менән тулыландырып ебәрә. Вольфганҡа өс кенә йәш саҡта, апайы Анна Марияға клавесин бүләк итәләр. Малай шул тиклем ҡыҙыға был уйын ҡоралына, эргәһенән дә китмәй тиерлек. Тауышын сығарып ҡарағыһы килә уның.
Бик тә ныҡышмал булғас, малайға ҡыҙыҡ өсөн генә унда көй сығарып ҡарарға рөхсәт бирәләр. Һуңынан, ысынлап та, клавесинда оҫта итеп уйнарға өйрәнеүен күреп, иҫтәре китә. Бер ваҡыт ата-әсәһе 4 йәшлек улдарының нота дәфтәренә ниндәйҙер тамғалар төшөрөп ултырғанын күрә. Ә малай: “Мин клавесин өсөн көй яҙам”, – ти. Ололар быға башта көлөп кенә ҡарай, ә ноталарға күҙ һалһалар, шаҡ ҡаталар. Көй музыкаль яҡтан дөрөҫ итеп яҙылған була, тик ул шул тиклем ҡатмарлы, хатта башынан аҙағынаса уйнап сыға ла алмайҙар.
Тағы ла ике йылдан һуң бәләкәс гений беренсе тапҡыр Европа буйлап сәйәхәт итергә китә. Уның клавесинда уйнауы йөҙләгән, меңләгән тамашасыны таң ҡалдыра, ә үҙе тәнәфес ваҡытында бесәй менән уйнап ала, йә булмаһа атаһының ҡул таяғына атланып, ат булып сабып килә. Ни тиһәң дә, ул барыбер бала ғына була бит әле.
Фото: gdz4yoi.com
Читайте нас: