+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер яугиры булдың был ерҙең

Тажлы вирус тигән зәхмәт килеп сығып, күп кешеләрҙе өйҙәргә бикләне. Бер кем менән аралашып булмай, бер ҡайҙа барырға ярамай. Хатта күпмелер мәлгә йәштәр ҙә дистанцион уҡыуға, эшләүгә күсте.Бына шундай ваҡытта кеше нимә эшләй? Йә телевизорға текәлеп ғүмер үткәрә, йә яратҡан шөғөлө менән була, йә китап уҡый.


Динис ағайҙың китаптарын барыһын да уҡып бөтһәм дә, «Зәңгәр офоҡтар» исемле йыйынтығын яңынан ҡулыма алдым. Унда дүрт повесы баҫыл­ғайны. «Эҫе ҡар, йәки ҡыҙыма һөйләгән хикәйәләр», «Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә» (әйткәндәй, был әҙиптең иң һуңғы әҫәре булды һәм ул беҙҙең гәзиттә баҫылды), «Упҡын ситендә бейеү», «Саған япраҡ яңырта» тигән повестарын тағы ла бер тапҡыр оло кинәнес менән уҡыным. Динис ағайҙың балалар психологияһын белеп яҙыуы, үҫмерҙәр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең нескәлектәрен һиҙгер тойомлауы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреүе, әҙәп-әхлаҡ темаларына иғтибар итеп ижад итеүе һоҡландырҙы. Нисә йылдар элек яҙылһа ла, бөгөн дә актуаль уның әҫәрҙәре. Шуға ла беҙ, уҡыусылар, Динис Бүләков ижадына ҡайта-ҡайта мөрәжәғәт итәбеҙ. Ижадсы мираҫының үлемһеҙлеге ана шунда ла инде.


Быйыл тәүге тапҡыр Мәләүез районы хакимиәте лә Динис Бүләков премияһын булдырҙы. Был бүләк Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Юлиә Ғәлийән ҡыҙы Исмәғилеваға, шул уҡ гимназия уҡыу­сылары Зөлфиә Абдуллина, Илнара Иркәбаева, Азалиә Мөхәмәтшина, Рәмилә Байгилдина, Восточный мәктәбе уҡыусыһы Илүзә Рәхмәтуллина, Нөгөш мәктәбенән Әсәҙулла Яҡшиев, Алина Әбдрәшитова, Мәлә­үездәге 3-сө гимназиянан Эльза Үмәрғәлиналарға тапшырылды.

– Һеҙ – яҙыусы исемендәге район премияһына тәүге лайыҡ булыусылар. Яҡташыбыҙ, күренекле шәхес Динис Бүләков кеүек тормошта ҙур уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ, – тине Мәләүез район советы сәркәтибе Лилиә Зиннур ҡыҙы Һөйәрғолова, балаларға мөрәжәғәт итеп.

Ә бүләктәр бының менән генә лә бөтмәгән икән әле. Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәрим исемендәге фонд директоры, әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла балаларға һәм Динис Бүләков музейына бүләктәрен ебәргәйне. Уларҙы Әҙилә Ғәлимова, Розалина Мусина, Радмир Күсәкәев, Ислам Татлыбаев, Данияр Ғәлимов, Нурзилә Шаһманова, Асҡар Шәйәхәмәтов, Ислам Йәнбир­ҙин, Динислам Ихсанов, Индира Йәнбәковалар алып һөйөндө. Бына бит нисә баланы ҡыуандырҙы ойоштороу­сылар!

Уҡыусылар яуап итеп бейене лә, йырланы ла, шиғырҙар ҙа һөйләне. Бигерәк тә Смаҡ мәктәбенең «Нөгөш ынйылары» өлгөлө балалар фольклор коллективы сығышы (етәкселәре – Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Исмәғзәм ҡыҙы Хисаметдинова) һоҡландырҙы.


– Бынан 25 йыл элек, тормош иптәшем Нияз Бикйән улы Мәһәҙиев тә Динис Бүләков эшләп киткән «Аманат» журналында баш мөхәррир булғанда, әҙиптең музейын асыу тантанаһында ҡатнашҡайны. Миңә яҙыусының тыуған төйәгендә бер нисә мәртәбә булырға тура килде, аҙаҡҡы тапҡыр барғанда һуғыш балаларының иҫтәлектәрен дә яҙып алдым. Динис ағайҙың тыуған Арыҫлан ауылынан Сәриә Кәбирова апай әле лә иҫән-һау йәшәп ята, – тип мин мәктәп, ауыл китапханаларына, музейға «Һуғыш балалары һөйләй» тигән китаптарымды бүләк иттем.

«Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина үҙҙәре үткәргән конкурста еңеү яулаған Самир Латиповҡа бүләктәрен тапшырҙы. Ә «Тамыр»ҙың кескәй йондоҙо тамашасылар алдында йыр менән сығыш яһаны. Уны өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа көслө алҡыштар­ға күмде.

Динис Бүләковтың ҡыҙҙары йыл һайын атайҙарының тыуған яғындағы кисәләр­ҙе төрләндереп үткәрергә тырыша.

– Әлеге көндә балаларҙы ҡоро экскурсиялар менән генә музейҙарға йәлеп итеп булмай, төрлө формалар табырға, заман алымдарын файҙаланып эшләргә кәрәк, – тине үҙ сығышында Гөлдәр Морат ҡыҙы.

Смаҡҡа килгән ҡунаҡтар мәктәп алдында ҡуйылған Динис Бүләков бюсына сәскәләр һалды. Унда шағирә Мәрйәм Күсмәева әҙипкә арналған шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Артабан ҡунаҡтар яҙыусының музейына инде. Бында күренекле әҙип, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре Динис Бүләковтың ижады һәм тормош юлы хаҡында бай мате­риал тупланған. Улар хаҡында музей мөдире Нәсимә Суҡбаева бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Бигерәк тә Динис ағайҙың сәңгелдәге иғтибарҙы йәлеп итте. Беренсенән, уның әлеге көндәргә тиклем һаҡланыуы һоҡландырһа, икенсенән, был бишекте балалары тыуып та, йәшәй алмай, үлеп торған ғаиләләргә Динис ағайҙың әсәһе Нәғимә апайҙың биреүенән һуң сабый­ҙарҙың йәшәп китеүе үҙе бер мөғжизәгә тиң. Изге күңелле Динис ағай тыуғандан уҡ шулай хикмәт менән мөһөрләнгәндер, күрәһең. Юҡҡамы ни уға дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев шундай шиғыр юлдары арнамағандыр:

Бөтәбеҙгә йылы өләшергә

Ашыҡтың һин, төшөп

йән тиргә.

Изгелегең тейҙе бөтәбеҙгә –

Өлгөрмәнек рәхмәт әйтергә.

Аҙаҡҡаса янып йәшәнең һин,

Бер яугиры булдың был ерҙең.

Һиңә күпме рәхмәт

әйтәһе бар,

Ә һин көтмәй китеп өлгөрҙөң.

...Эйе, беҙгә бер-беребеҙгә ваҡытында рәхмәт әйтергә өйрәнергә кәрәк шул әле. Күренекле шәхестәребеҙ иҫтәлегенә ойошторолған хәтер һәм ҡәҙер кисәләре беҙгә ошо хаҡта иҫкәртеп тора.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Мәләүез районы,

Смаҡ ауылы.
Читайте нас: