+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
31 Август 2021, 16:03

"Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!"

"Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!" исемле әҙәби-музыкаль кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадын яратыусылар күңеленә хуш килгәйне. "Беренсе Республика " ("Бабич", "Беренсе Республика", "Шағир көндәлеге") трилогияһын төшөрөүсе ижади команда быйыл да ошондай кисә ойоштормаҡсы. 2022 йылда Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тула, ә 17 октябрҙә "Башҡортостан" концерт залында үтәсәк кисә ошоға бағышланасаҡ. #дневникпоэта

"Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!"
"Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!"

Сарала яратҡан шағирыбыҙҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Рәми Ғариповтың тормош юлын һүрәтләгән "Шағир көндәлеге" фильмының трейлерын да күрһәтмәкселәр.

Был турала фильмдың  "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә хәбәр итәләр. 

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: