-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
29 Ғинуар 2022, 19:16

Рәми Ғариповтың әҙәбиәт тураһында әйткәне

"Әҙәбиәтте өсәү тыуҙыра. Беренсеһе - мин, икенсеһе - һин, өсөнсөһө - ул. Мин - шағир, һин - уҡыусы, ул - тәнҡитсе.

Рәми Ғариповтың әҙәбиәт тураһында әйткәне
Рәми Ғариповтың әҙәбиәт тураһында әйткәне

Беҙҙән башҡа әҙәбиәт юҡ һәм булмаясаҡ та. Шуның өсөн өсөбөҙгә лә яҡшы эшләргә кәрәк. Мин - яҙыуымды, һин - уҡыуыңды, ул үҙенең тәнҡитен генә белеп, бер ниндәй ҙә эш сығара алмаҫбыҙ. 

Ә эш ауыр. Ләкин ул кәрәк! Һәм ул - шатлыҡлы эш, кешегә тормош бирә торған, рухи аҙыҡ бирә торған һәм кешене кеше булырға өйрәтә торған эш.

Шул эш өҫтөндә беҙ үҫәбеҙ!

Шуға ла был эште туҡтатып тороу йәки уға өҫтән-мөҫтән генә ҡарау - енәйәт.

Беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы белергә тейешбеҙ. Юғиһә беҙҙең бер-беребеҙгә кәрәгебеҙ ҙә юҡ.

Был ғына ла етмәй. Беҙ тормошто белергә тейешбеҙ. Уның үткәнен, бөгөнгөһөн һәм иртәгәһен күрә белергә тейешбеҙ."

                                                                       2001 йылда сыҡҡан  "Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр (өс томда). 3-сө том" китабынан.

                                                           

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: