+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
5 Февраль 2022, 08:45

Атайымдың изге аманаты

5 февраль – арҙаҡлы ғалим, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе Ким ӘХМӘТЙӘНОВтың тыуыуына – 90 йыл.

Атайымдың изге аманаты
Атайымдың изге аманаты

Бәләкәй генә, әммә ыҡсым бүлмә. Әсәй ҡулы менән биҙәлеп тегелгән тәҙрә ҡорғандары, атай­ҙың китаптары тулы кәштә. Төн ҡараңғылығы бар донъяны йоҡоға сумдырғандай. Әсәй бер йәшлек Илдар ҡустымды ҡосҡан да, йоҡоноң илаһи көсөнә иҙрәп, тәмле төштәр күрә. Бәләкәй мейес алдындағы өҫтәлдә лампа яна. Атай­ҙың бармаҡтары етеҙ йүгереп, машинка хәрефтәре өҫтөнә баҫа. Туҡ-туҡ-туҡ... Беҙ был тауышҡа күптән өйрәнгән, күнеккән, күңелгә яҡын булып һеңгән. Туҡ-туҡ-туҡ... «Башҡорт­остан» тип аталған был ҡара төҫлө механик машинка өйҙә иң ҙур әйбер һанала. Ауылдарҙа әбей-бабайҙарҙың серле, үҙҙәре өсөн хазина һандығы нисек булған, шундайыраҡ, юҡ, унан да ҡәҙерлерәк йыһаз ул. Атай ижад емештәрен ҡағыҙға төшөрә тора, машинка туҡылдай бирә. Беҙ иһә был тауышты ла ишетмәйбеҙ, уның уй-хистәре урғылыуын да белмәйбеҙ.
Атайым үҙ ҡулдары менән бүрәнәнән һалған өй ҙә ҙур түгел ине. Ләкин атай йортонан да ҙурыраҡ, шулай уҡ уның һал­ған мейесе усағынан да йылыраҡ, ошо өй эсен йәмләп, нурлап тороусы әсәй, атай ҡарашынан да, икеһенең дә бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәтенән дә ҡәҙерлерәк ни бар һуң бала өсөн был донъяла?!
Атайым менән әсәйем 1953 йылда матур көндәрҙең береһендә ос­раш­ҡан. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бар­ған «Еҙнәкәй» спектаклендә Ким тигән егет һылыу Рәйфәгә күҙ һала. Бер нисә көндән һуң егет ҡыҙҙы эҙләп табып, танышалар. Икеһе лә йәш, сибәр, һылыу, икеһе лә – студент. Шулай улар осраша башлай. 1955 йылда атайым универси­тетты тамамлағас, туй яһап, өйләнешәләр.
«Һәләтле кеше бөтә эштә һәләтле» тигән һүҙҙәр тап атайым тураһында. Отпуск ваҡытында күрше ағай ярҙамы менән бура бурап, өй һалалар. Ошо изге йортта мин донъяға килгәнмен, Илдар ҡустым тыуған. Атайымдың, ауыл балаһының, ҡулынан килмәгән эш юҡ ине. Үҙе лә тын­ғыһыҙ булды: төндәрен ижад итә, таңдан утын яра, һыу ташый, мейескә ут яға – ғаилә усағына әленән-әле ҡуҙ өҫтәп тора. Һуңынан инде үҙе эшләгән СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­титутына юллана.
* * *
Атайым иҫән саҡта беҙҙең фатир дуҫтарынан, ҡәләмдәштәренән өҙөлмәне. Әсәйем дә улар­ҙы ихлас ҡаршыланы. Ша­ғир­ҙар Ғәлим Дәүләтов, Әсхәл Әхмәтҡужин, яҙыусы Ноғман Мусин, әҙәбиәт белгестәре Суфиян Сафуанов, Вафа Әхмәҙиев, Морат Рәхимҡолов... Йөҙҙәрендә ихласлыҡ, илаһи бер нур сағылыр, бәхәскә ингәндә күҙҙәрендә осҡондар уйнар ине. Фекерҙәштәрҙең аралашыуы шатлығын беҙ ҙә күрә, тоя инек. Бар фатир эсе мөғжизәгә тула тиерһең. Был мөғжизә – әҙәбиәт, үҙе бер ҙур, серле донъя! Ул саҡтарҙы, дәүер­ҙе «60-сы йылдар энергетикаһы» тип тә атарға мөмкин. Һуңы­нан белеүемсә, ХХ быуаттың ошо 60-сы йылдары бар донъяла әҙәбиәттең, фәндең күтәрелеш осоро булған икән. Нәҡ ошо йылдарҙа атайым «Әҙәбиәт теорияһы» ти­гән фундаменталь хеҙмәт тураһында уйлап йөрөгән һәм оло эшкә тотонған. 1971 йылда Ким Әхмәт­йәновтың ошо оло хеҙмәте баҫылып сыҡҡан һәм шунда уҡ йәмәғәтселектең юғары баһаһын алған «Әҙәбиәт теорияһы» филология фәне ҡаҙаныштарының береһен тәшкил итә. Был китабы өсөн 1972 йылда Ким Әхмәтйә­новҡа Башҡорт­остандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Әҙәбиәтселәр­ҙән республикабыҙҙың иң ҙур премия­һының беренсе лауреаты ул булды. Атайымдың «Әҙәбиәт теорияһы» күп яҙыу­сыларҙың өҫтәл китабына әйләнде, юғары уҡыу йорттарында белем алыусы студенттарға, уларҙың уҡытыусыларына, әҙәбиәтте баһалаусылар­ға һәм һөйөүселәргә уның өйрәнеү серҙәрен асыуҙа ныҡлы терәк булды. Быларҙан тыш, атайым, әҙәбиәттең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын иҫәпкә алып, бар ғүмере буйына башҡорт мәктәптәре өсөн туған әҙәбиәт буйынса дәреслектәр, хрестоматиялар әҙерләүҙә ҡатнашты, ошо изге эштең уртаһында ҡайнаны. Шулай уҡ баш­ҡорт әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн программалар төҙөнө.
* * *
Атайымды гел республика ҡалаларында балаларҙың үҙ туған телен­дә уҡый алмауы борсоно. 1965 йылда I синыфҡа 1-се интернат-мәктәпкә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы) алып барҙы. Күңелдә шатлыҡ урғыла. Юл ыңғайы атайым ҙур гөлләмә алып бирҙе. Күҙҙең яуын алып торған хуш еҫле сәскәләрҙе ике ҡуллап тот­ҡанмын. Шатлығымдың, хистәремдең сиге юҡ!
1970 йылда Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан тәүге урта мәктәп асылды. Ул 20-се мәктәп Достоевский урамында урынлаш­ҡайны (хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се баш­ҡорт гимназия­һы). Был мәктәпте асыр өсөн баш­ҡорт теле, тимәк, хал­ҡы яҙмышы өсөн янып йөрөгән кешеләрҙән бик күп көс талап ителде. Маҡсаттарына ирешер өсөн бик ҙур тырышлыҡ һалдылар, ҡыйыу булдылар, юлдарынан тайпылмайынса барҙылар. Ә бит ул заманда бының өсөн эшеңдән генә ҡалыу түгел, башҡа «сара» ла күрергә мөмкин ине. Хәҙер быға ышаныуы ҡыйын, заманалары шулай ине. Беҙ был кешеләр менән ғорурланабыҙ. Мин икеләтә ғорурланам: улар ара­һында атайым – Ким Әхмәтйәнов та бар ине!
1966 йылда һеңлем Зифа тыу­ҙы. Атай-әсәйҙең шатлығының сиге булманы. Атайым эшләп арыһа ла, бәләкәсе эргәһенән китмәне.
* * *
Изге Әбйәлил ерендә, ата-бабаһының төйәгендә – «Ирәндек ҡуйынында, Ҡыҙыл һыуы буйында»ғы атаҡлы Әлмөхәмәт ауылында тыуып, әсә һөтө менән ҡанына халҡының гүзәл туған телен, моңон һеңдергән ул. Әсәһенең сәңгелдәк йыры, һуңынан баш­ҡорт халыҡ йырҙары бала саҡтан әсир итә. Бәләкәйҙән тыу­ған төйәгенең хозурлығына ғашиҡ була, ауыл кешеләрен яратып үҫә.
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте «бишле»гә генә та­мамлап, ун дүрт йәшлек үҫмер көйө генә оло юлға сыға. Һу­ғыш­тан һуңғы ауыр йыл була ул: 1946 йылда атаһы йортонан етмеш саҡрымда ятҡан Темәс педагогия техникумына уҡырға инә. Үҙе өсөн әкиәттәгесә «серле һандыҡ» ҡап­ҡасын – шиғриәт донъя­һын аса. Артабан иһә ғүмерен әҙәбиәт менән шиғриәткә арнай. Техникумда әҙәби түңәрәктең рәйесе лә була ул. Нәҡ ошонда уның күңеленә шиғриәт матурлығының серҙәрен асыу­ға, ҡанундарын белергә ынтылыуға орлоҡ һалына ла инде. Ошондай ниәте шытым бирә, бөрөләнә. Яҙмышын билдәләгән йондоҙона – Шиғриәт һәм Әҙәбиәткә табан атлай.
Әҙәбиәт һәм тел институтында ул Әхнәф Харисов, Ғилемдар Рамазанов, Ғайса Хөсәйенов, Әнүр Вахитов, Суфиян Сафуанов, Салауат Ғәлин, Зиннур Ураҡсин, Марат Мин­һажетдинов, Нур Зарипов, Рауил Бикбаев, Ғиниәтулла Ҡунафин, Мирас Иҙелбаев, Рәшит Шәкүров, Әхәт Вилданов һымаҡ әҙәбиәт һәм тел белгестәре, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән бергә эшләй. Нәҡ улар үҙҙәренең фәнни хеҙмәттәре менән башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙә күп көс һалды, байытты.
Фән өлкәһендә танылыу алһа ла, атайым ябай кеше булып ҡалды, һис ҡасан үҙен башҡаларҙан юғары тотманы. Уны дан да, юғары вазифалар ҙа, партияла тороу ҙа ҡыҙыҡһындырманы. Ул яҙыр өсөн йәшәне, үҙ алдына һорау­ҙар ҡуйҙы – шуға дөрөҫ яуап эҙләне, асылын тапты. Виктор Гюго һүҙҙәре менән әйткәндә, хәҡи­ҡәттең юғары нөктәһе – матурлыҡ, атайым да матурлыҡҡа ынтылды. Ул һәр саҡ йәш һәм башлап ҡына тороусы авторҙарға иғтибарлы булды, әҫәрҙәрен анализланы, кәңәштәр бирҙе. Тәжрибә туп­лаған һайын үҙе лә әҙәбиәттә йәштәрҙең остазына әйләнде.
Ниндәй генә фәнни хеҙмәт өҫтөндә эшләмәһен, ул һәр ваҡыт Ким Әхмәтйәнов булып ҡалды: йәмәғәт эштәрендә ныҡ әүҙем ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы менән Мәскәүгә, Ленинград, Ҡазан, Дүшәмбегә бар­ҙы. Доклад менән съездарҙа, юбилей кисәләрендә, мәктәптәр­ҙә, республика баҫмаларында сығыш яһаны. 1976 йылда атайым докторлыҡ диссертацияһын тамамланы. Темаһы «Поэтик образлылыҡ» тип атала ине. Ләкин рецензенттар тарафынан яҡшы фекер­ҙәр булһа ла, докторлыҡ диссертацияһын яҡлауҙы бер нисә йыл кисектереп килделәр.
1978 йылда ул Башҡорт дәүләт университетына доцент булып, баш­ҡорт әҙәбиәт теорияһы буйынса лекциялар уҡыуға күсте. Ким Әхмәтйәновтың һабағын тыңларға студенттар бик теләп йөрөнө. Семинарҙарҙан, лекция­ларынан бушаған арала әҙәбиәт буйынса эҙләнеүҙәрен, фәнни хеҙмәттәр яҙыуын дауам итте. БДУ-ла эшләгән сағында ысын мәғәнәһендә педагогик һәләте асылды.
* * *
Нисәмә йыл үтһә лә, беҙ уны юҡһынабыҙ. Етемлек тойғоһо эҙәрлекләп барған төҫлө – һаман үтмәй. Иҫтәлектәр яҙыуы ла ауыр, иҫкә төшкән һайын ҡыйын булып китә. Атайым – беҙҙең ғорурлыҡ та, йөрәк әрнеүе лә. Аранан китеүенә күп ваҡыт үтһә лә, уның һәр саҡ беҙҙең арала булыуын тоябыҙ. Балаларым, ейәнсәрҙәрем олаталарының кем икәнен яҡшы белә. Әб­йәлилдәр уны онотмай, күренекле яҡташ­тары­ның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай; 1992 йылда Ким Әхмәт­йәнов исемендәге премия булдырҙылар. Был премия әҙәбиәт, сәнғәт һәм журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәргә бирелә. 2013 йылда Әлмөхәмәт ауылы мәктәбенә төкәтмә һалынып, унда Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновҡа, Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев­ҡа, Рәмил Хөснөтдин улы Дәүләтҡоловҡа (Ҡол-Дәүләт) арналған музей асылды. Әлмөхәмәт ауылында, район үҙәге Асҡарҙа Ким Әхмәтйәнов исемендәге урамдар барлыҡҡа килде. Асҡарҙағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ким Әх­мәт­йәновтың ижадына, тормошона арнап айырым стенд, мөйөш булдырылды.
(Ҡыҫҡартып баҫылды.)

Гөлшат ҒӘБИТОВА (ӘХМӘТЙӘНОВА).

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: