+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

София һәм Тамерлан бронза яуланы

Ошо көндәрҙә Польшаның Шклярска-Поремба ҡалаһында йәштәр һәм балалар араһында шашка буйынса донъя беренселеге үтте. Унда 13 илдән 190 спортсы ҡатнашты.

София һәм Тамерлан бронза яуланы
София һәм Тамерлан бронза яуланы

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан София Танһыҡҡужина - 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында, Тамерлан Әхмәров 19 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында III урынға лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙ Айгизә Мөхәмәтйәнова, Арслан Әхмәтйәнов, Әҙилә Ғәзизова саҡ ҡына ҡалышып, IV урынға сыҡты. 

Был йәш шашкасыларҙың исемдәре беҙгә күптән таныш. Уларға артабан да ярыштарҙа Башҡортостан данын лайыҡлы һаҡлап, күп миҙалдар яулауҙарын теләйбеҙ.

Фото: https://shashki.ru/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: