+3 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Март 2018, 19:22

Ысын кеше, ысын шағир

1 март – Күренекле әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким ҒИЛӘЖЕВтең тыуыуына – 95 йыл

1 март – Күренекле әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким ҒИЛӘЖЕВтең тыуыуына – 95 йыл

«Йәш төҙөүсе» гәзите. 1938 йылдың октябрь айында сыҡҡан һаны. «Комсомолдың ХХ йыллығы алдынан» тигән баш аҫтында ике авторҙың өс хәбәре баҫылған. Береһе – Бәләбәй педучилищеһында уҡып йөрөгән Таһир Ахун­йәновтыҡы, ҡалған икәүһе – Хәким Ғиләжевтеке. Ул Дәүләкән педучилищеһындағы хәлдәр тураһында яҙған. Үҙҙәренә псевдоним да алғандар: Хә­ким Ғиләжев – Х. Ғиләж, Таһир Ахун­йә­нов – А. Таһир. Латин хәрефтәре ме­нән ба­ҫыл­ған «Йәш төҙөүсе» гәзитендә 1936 – 1939 йылдарҙа аҙаҡ башҡорт әҙәбиәтендә күренекле яҙыусылар булып киткән Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Муса Ғәли, Файыҡ Мөхәмәтйәнов кеүек бик күптәрҙең тәүге хәбәрҙәре, шиғыр­ҙары, хикәйәләре баҫыла. Улар үҙҙәрен ғорурланып деткорҙар (детские корреспонденты) тип йөрөтә.

Һикһән йылдан ашыу элек «Йәш төҙөүсе» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенә мә­ҡәләләрен ебәргән Хәким Ғиләжев­тең тыуыуына 1 мартта 95 йыл тулды. Ул 1923 йылда Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуа. Үҙҙәрендәге башланғыс мәктәпте Маҡтау грамотаһына тамамлағандан һуң, 1937 йылда Дәүләкән пед­училищеһына уҡырға инә. Унда 1941 йыл­ға тиклем белем алғас, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ мәктәбенә эшкә килә. Һуғыш башланғас, Дәүләкән ҡалаһындағы «Колхозсы» район гәзитендә эшләй. Әммә 1942 йылдың ғинуарында атаһы үлеп киткәс, тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була. Әсәһе 1937 йылда уҡ донъя ҡуя. Ғабдулла исемле берҙән-бер ҡустыһын ҡарау ҙа Хәким иңенә ята. (Аҙаҡ Ғабдулла Ғиләжев күренекле режиссёр булып китә, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.) Урта мәктәптә уҡыта, унан Бүздәк районының халыҡ мәғарифы бүлегенә мәктәптәрҙе тикшереүсе инспектор итеп эшкә саҡыралар. Артабан комсомол, партия эшенә күсерәләр. Һуңынан Өфөлә пехота училищеһында уҡып, 1943 йыл­дың февралендә кесе лейтенант дәрәжәһен алып сыға. Күҙе насар күрә, тип мед­комиссия уны һуғышҡа ебәрмәй, әм­мә Хәким Ғиләжев үҙенекенә ирешә – 1944 йылдың мартында фашистарға ҡаршы алышырға китә. I Украина фронтында уҡсылар взводына етәкселек итә. Луцк ҡалаһы өсөн дошман менән аяуһыҙ алыштар барғанда ике аяғы һәм уң ҡулы ҡаты яралана. Йыл ярымдан ашыу Луцкиҙа, Киевта, Новосибирскиҙа, Омск өлкәһендәге һәм Өфөләге эвакогоспиталдәрҙә дауалана. Ярты йыл гипста ҡуҙғала ла алмай ята.

Фронтовик ҡултыҡ таяҡтарында ҡайтып төшһә лә, Өфөләге пединститутҡа (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) уҡыр­ға инә, ул саҡтағы мәртәбәле һанал­ған Сталин стипендияһын ала һәм уҡыу йортон «бишле»гә генә тамамлай.

Артабан хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡтағы уҡытыу­сылар институтында дауам итә, СССР Фәндәр академияһының Башҡорт­остан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була, бер үк ваҡытта БДУ-ла ситтән тороп белем алыусыларға баш­ҡорт әҙәбиәте буйынса дәрестәр бирә. «Совет Баш­ҡортостаны» гәзитендә эшләй. Ә 1955 йылдан алып 1968 йылға тиклем «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир була. 1968 йылдан 1973 йыл­ғаса Башҡортостан Яҙыу­сылар союзын етәкләй.
Әйткәндәй, Хәким Ғиләжевтең әҙәби ижадҡа юлы «Йәш төҙөүсе», «Ленинсы», «Пионер», «Октябрь» һымаҡ гәзит-журналдар­ҙан башлана. Ул йылдарын әҙип былай тип хәтерләй: «Миңә бигерәк тә Сәйфи Ҡудаш, Әмир Чаныш, Хәниф Кәрим кеүек яҙыусыларҙың хаттары, улар менән яҡындан танышып, аралашыуым, айырыуса Дәүләкән район гәзитендә танылған яҙыусы Али Карнай менән бергә эшләүем ҙур йоғонто яһаны. Тағы ла Баязит Бикбай менән Сәләх Кулибай ижади яҙмышыма иғтибарлы булды».
Хәким Ғиләжевтең тәүге китабы 1947 йыл­да студент сағында, II курста уҡып йөрөгәндә, донъя күрә. Ул «Йәшен уттары» тип атала һәм фронт шиғырҙарынан туп­лана. Был йыйынтыҡ тураһында Баязит Бикбай, Сәләх Кулибай, Әкрәм Вәли, Ғилемдар Рамазанов кеүек әҙиптәр республика гәзиттәрендә маҡтап яҙып сыға.
Шағирҙың Өфөлә һәм Мәскәүҙә өс тиҫтәгә яҡын китабы баҫыла. «Погонһыҙ һалдаттар» исемле романы биш мәртәбә баҫылып, уҡыусылар араһында киң танылыу яулай. Шулай уҡ «Һүҙ беҙҙеке», «Айҙар», «Лирика», «Ҡул ҡыҫыу», «Ҡырҡ алтынсы һалдат», «Чапай ҡылысы», «Бейеклек», «Ил балаһы», «Минең ырыуым», «Бурандар аша», «Аҙашҡан йондоҙҙар», «Аҡлан шишмәһе» һәм башҡа йыйынтыҡтары, ике томлыҡ «Һайланма әҫәрҙәр»е донъя күрә.
Хәким Ғиләжевтең урыҫ теленә тәржемә ителгән шиғырҙары «Известия», «Гудок», «Октябрь», «Советский воин», «Литературная газета», «Литературная Россия» кеүек матбуғат баҫмаларында, туғандаш республикаларҙағы гәзит-журналдарҙа сыға. Уның әҫәрҙәре «Донъя шағирҙары», «Урал шағирҙары» кеүек антологияларға, алты томдан торған «Совет шағирҙары» тигән баҫмаларға ла ингән.
Хәким Ғиләжев I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. 1973 йылда республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ уға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Әҙип тормош иптәше Лина апай менән бергә Азамат исемле ул һәм Гөлнар исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Азамат – рәссам, Өфө сәнғәт училищеһын, сәнғәт инс­титутын тамамлаған. Урыҫ драма театрында, Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында, Стәрлетамаҡ драма театрында эшләй, сәхнә әҫәрҙәрен биҙәүсе рәссам була. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ. Өс ҡыҙ үҫтерә, әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.
Ҡыҙы Гөлнар Өфөлә Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияла математиканан уҡыта. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса почётлы хеҙмәткәре. Руслан һәм Ринат исемле улдары бар.
– Атайым ейәндәрен бик яратты, – ти Гөлнар Хәким ҡыҙы. – Тәүге тапҡыр инсульт һуҡҡас, әҙерәк арыуланғас: «Рус­ландың мәктәпте тамамлап, I курс­та уҡығанын, Ринаттың I синыфҡа бар­ғанын күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем», – тигәйне. Хоҙайҙың «Амин!» тигән сағына тура килгәндер. Атайым ноябрь айында арабыҙҙан китте. Ул ваҡытта, ысынлап та, Руслан – I курс­та, Ринат I синыфта уҡый ине.
Бөгөн Руслан – үҙе өс бала атаһы. Тимәк, Ғиләжевтәрҙең ырыу шәжәрәһе дауам итә.
Гөлнар Хәким ҡыҙы атаһы яғынан шәжәрәһен эшләтеп алған. Яҡшығол, Ат­йетәр, Тимеркәй, Шәрәфетдин, Ғиләжетдин, Ғабдрахман… Хәким ағай – етенсе быуын Ғиләжевтәр нәҫелен дауам итеүсе. Гөлнар, Руслан, Таир менән унынсы быуынға барып тоташа.
Хәким Ғиләжев балаларында әҙәбиәт­кә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй алған, рух көсө һалған. Ейәндәре техник һөнәр эйәләре булһа ла, китап, музыка ярата, йырлай.
Әҙипте яҡындан белгән оло быуын яҙыу­сылары араһынан «Башҡортостан пионеры» гәзитендә (хәҙерге «Йәншишмә») оҙаҡ йылдар эшләгән хөрмәтле ветераныбыҙ, күренекле прозаик Мөкәрәмә Садиҡова: «Хәким Ғиләжев шул тиклем эш тип янған кеше булды. Үҙе иғтибарлы, изге күңелле, ярҙамсыл ине, коллективында бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәренә ҡарата хәстәрлек күрә торғайны», – тип хәтерләне.
Хәким Ғиләжев йәштән атай-әсәйһеҙ ҡалып, яу йылдарын үтеп, ауыр яраларынан яңынан тормошҡа тыуып, донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә татығанға, тура һүҙле, ғәҙел кеше була. Ул үҙенең бер тәнҡит мәҡәләһендә: «Бер төрлө йәшәп, икенсе төрлө һөйләгән, бер төрлө уйлап, икенсе төрлө ижад иткән, ҡәләм тибрәткән ике йөҙлө кеше бер ваҡытта ла ысын кеше лә, ысын шағир ҙа булғаны юҡ һәм булмаясаҡ та», – тип яҙған.
Ошо тормош принциптарына ул ғүмере буйы тоғро ҡала. Ысын кеше һәм ысын шағир булып йәшәй.

Нияз МӘҺӘҘИЕВ,


Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Ветеран

Хәким Ғиләжев ағайға.
Һорашмайым һинән, йөрәк ҡаның
Тамды, янды, тиеп, ҡайҙарҙа?
Ташланаһың төштә атакаға,
Яраң һулҡый йонсоу айҙарҙа.
Һорашмайым: ҡанлы хәтирәнән
Яраңа тоҙ ғына өҫтәлер.
Һинең ғүмер – үҙе ил тарихы,
Ул түгел бер ябай иҫтәлек.
«Саф-саф булып, һалдат атлаймы ни:
Ҡолаҡ ярып, аҡ ҡар шығырлай», –
Һуғыш шулай эҙәрлекләй һине
Ҡышын, йәйен, хатта шиғырҙа.
Туп тауышы яңы тынған кеүек,
Һин тын кискә ғашиҡ, ветеран.
Һүҙһеҙ генә беҙҙең аңлашыу ҙа –
Йөрәгемде айҡар бер оран.

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА,


Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Читайте нас в