+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Июнь 2021, 08:00

Икмәк – бөтәһенә лә баш

Социалистик Хеҙмәт Геройы Әмир Мирас улы Истамғоловтың тыуыуына – 90 йыл.

Элек өләсәйҙәр: «Икмәктең бер валсығын да ергә төшөрмә, икмәктән оло булма», – тип әйтерҙәр ине. Мәктәптәрҙә уҡыусылар икмәктең ҡәҙере тураһында фәнни эштәр яҙҙы. Игенселәрҙең хеҙмәтенә бағышлап райондарҙа ҙур саралар үткәрҙеләр. Сөнки икмәккә ҡарата оло хөрмәт булды.
Бөгөн икмәк үҫтереүселәрҙең береһе тураһында һүҙем. Әмир Мирас улы Истамғолов Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылында 1931 йылдың 5 июнендә тыуған. 1946 йылда 15 йәшлек үҫмер «Красная Башкирия» совхозының Һамар бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл төрлө эштәр башҡарғандан һуң бер йыллыҡ тракторсылар курсында уҡый. 1949 йылдан – тракторсы-машинист, механизатор. 1992 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем – 50 йылға яҡын Әмир Мирас улы үҙенең һөнәренә тоғро ҡала.
Унынсы биш йыллыҡта ауыл хужалығын үҫтереүҙәге, дәүләткә иген һәм ер эшкәртеүҙең башҡа продукттарын етештереү һәм һатыу буйынса социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәүҙәге әһәмиәтле уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 23 февралендәге Указы менән Әмир Истамғоловҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. Шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Октябрь Революцияһы (1975), Ленин (1981) ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Әмир Мирас улы Истамғолов 2009 йылдың 2 авгусында вафат була.
Фотоның авторы А. М. Виноградов. https://ru.wikipedia.org/w/index.php?curid=8065415 алынды.
Читайте нас: