+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Июнь 2021, 11:00

Һуғыш балаларын тыңлайыҡ

Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы йыл да Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан әҙиптәр менән осрашыуҙар үткәрә ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер яугир ветерандар ҡалманы...

Әммә йылдар буйына килгән йоланы быйыл да дауам итмәй булдыра алманы музей хеҙмәткәрҙәре. Тик был юлы инде осрашыуға бала саҡтары яу йылдарына тура килгән шағирҙарҙы саҡырҙылар. Онотолмаҫ сараға Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында йыйылдылар. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев менән Рәшит Шәкүр, танылған шағир һәм прозаик, үҙенең 85 йәшен билдәләгән Барый Ноғоманов, Дилә Булгакова, шулай уҡ йырсы-шағир Радик Хәкимйәнов, «Аҡ аманат – һалдат хаттары» исемле өс китап авторы, күренекле журналист Фәрит Вахитов, һуғыш балаларының иҫтәлектәренән өс китап сығарған билдәле журналист Зөһрә Ҡотлогилдина, яугир әҙип Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы Һөйөклө саҡырылғайны. Уҡытыусылары Лариса Мортазина етәкселегендә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының V синыф уҡыусылары ла ҡатнашты унда.

Милли әҙәбиәт музейының ойоштороу-методик секторы мөдире Эльмира Хәйбуллина кисәне әҙерләп, бик йәнле итеп алып барҙы. Иң тәүҙә яуҙа ҡорбан булған һәм һуғыштан һуң тыуған ерендә ауыр яраларҙан вафат булған батырҙар рухын иҫкә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Һәр ҡунаҡҡа һүҙ бирер алдынан, уҡыусыларға улар хаҡында ҡыҫҡаса, әммә бай мәғлүмәт еткерелде. Тамаша башланғас та Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова юбиляр яҙыусы Барый Ноғомановты 85 йәше менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләк һәм сәскәләр гөлләмәһе тапшырҙы.

Һуғыш балаларының һәр береһенең сығышы тетрәндергес ине. Мәҫәлән, Ҡәҙим Аралбаевтың атаһы Әбделғәлим Мыр­ҙағәли улы, ауылда тәүгеләрҙән булып, 1941 йылдың июлендә һуғышҡа китә. Ә Ҡәҙим ағай 1 сентябрҙә тыуа. Ул үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа «атай» тигән һүҙҙе әйтә алмай, уны күрергә насип булмай. Сөнки шул уҡ йылдың декабрендә атаһының үлеме тураһында «ҡара ҡағыҙ» килә. Ғаиләлә 6 бала үҫә, иң кесеһе – Ҡәҙим ағай. Әсәһе Фәрхиямал апайға ул ауыр һуғыш йылдарында алты баланы үҫтереү, ас итмәҫ өсөн көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә.

Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында бер Ҡәҙим ағай ғына уҡып белем ала. Ҡалған туғандарына VI – VII синыфтан һуң уҡыуҙарын дауам итергә насип булмай.

Һуғыш башланғанда 5 йәштә булған Барый Ноғоманов та, Рәшит Шәкүр ҙә, Радик Хәкимйәнов та, Дилә Булгакова ла үҙҙәренең хәсрәтле бала саҡтары тураһында һөйләне.

– Бөгөн донъялар тыныс, матур. Кейәбеҙ, тиһәгеҙ – кейемегеҙ бар, ашайбыҙ, тиһәгеҙ – ризыҡтың ниндәйе генә юҡ хәҙер. Һеҙгә ата-бабалар яулап алған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, тырышып уҡып, һөнәр алып, илебеҙгә фай­ҙалы кешеләр булып үҫергә генә кәрәк, – тине Дилә Булгакова, уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп. Шағирә гимназияға үҙенең китабын бүләк итте.

Һөйөклө апайҙың сығышы ла тетрәткес ине. Ул осрашыуға үҙенең атаһы, данлыҡлы «Кинйә» романының авторы Ғәли Ибраһимовтың һуғышта яҙған көндәлек­тәр дәфтәрен алып килгәйне. 80 йылға яҡын һаҡланған һарғайып бөткән ҡәҙер­ле ҡомартҡының һәр битенән һуғыш ял­ҡыны һәм һөрөмө бөркөлгәндәй. Ҡайһы бер өҙөктәрен уҡып та ишеттерҙе яугир әҙип ҡыҙы: «Бына әле һуғыштың тынып торған сағы. Һалдаттар ял итә. Ә мин ҡайын ағасына һөйәлеп ултырып көндә­легемде дауам итәм». Ошо юлдарҙы тыңлағанда утлы яуҙа ла һуғыштың һәр кө­нөн теркәп барған, киләсәкте уйлап, был юлдарҙың тарихи әһәмиәткә эйә булы­рын аңлаған әҙипкә һоҡланыуҙың сиге юҡ.

Нисә тиҫтә йылдар буйынса яу ҡырынан килгән һалдат хаттарын туплап, китап итеп сығарған журналист Фәрит Вахитовтың да, тыл хеҙмәткәрҙәренең һәм һуғыш балаларының иҫтәлектәрен йыйып, йыйынтыҡтар баҫтырған журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның да оло хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Улар икеһе лә сығыш яһап, китаптарын Милли музейға тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр ҙә үҙенең яңы китабын музейға бүләк итте. Әҙиптәр уҡыусыларға шиғырҙар ҙа һөйләне.

Балалар ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Уларҙың береһе лә буш ҡул менән килмәгәйне: һәр ҡайһыһы шиғыр ҙа һөйләне, йырлап та ишеттерҙе.

Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Миңниса Баһуманова, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкованың сығыштары ла иҫтә ҡалырлыҡ булды.

Әҙиптәр ҙә, уҡыусылар ҙа музейҙа Бөйөк Ватан һуғышына арналған бай күргәҙмә менән танышты. Аҙаҡтан иҫтәлеккә бергәләп фотоға төштө. Һуғыш балалары менән осрашыу уҡыусылар күңелендә һағышлы хәтирәләр ҡал­дырҙы.

Был сара музей сиктәрендә генә булып ҡалманы. Уны күренекле яҙыусы һәм радио журналисы Фәрзәнә Аҡбулатова эфир­ҙа яңғыратып, бөтә Баш­ҡортостан халҡына еткерҙе.

...Хәҙер инде яугир әҙиптәр арабыҙҙа юҡ, һуғыш балаларының да сафтары һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Шуға улар менән йышыраҡ осрашыуҙар үткәрәйек, сығыштарын тыңлайыҡ, фәһем алайыҡ, иңдәрендә, күңелдәрендә ауыр һуғыш йылдарының йәрәхәттәрен йөрөткән өлкән быуын вәкилдәренә хөрмәт күрһәтәйек. Улар быға бик лайыҡ.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Читайте нас: