+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Сентябрь 2021, 12:05

Дуҫлыҡ бәйләнештәре нығый

2  сентябрҙә республикабыҙҙа дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу маҡсатында Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы беҙгә ҡунаҡҡа килә.

Дуҫлыҡ бәйләнештәре нығый
Дуҫлыҡ бәйләнештәре нығый

Улар "7-се гвардия кавалерия корпусы һәм шайморатовсыларҙың  батырлыҡтары яңы документтарҙа һәм тикшеренеүҙәрҙә” тигән ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашасаҡ. Ҡунаҡтар үҙҙәре менән "Героик Донбасс" исемле фотокүргәҙмә лә алып килә. Ул 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙа Башҡортостандың Милли музейында асыласаҡ. Фотоэштәр Донбаста булған ваҡиғалар, 2014 йылда тыуған ерен яҡлауҙа ҡатнашҡан  кешеләрҙең яҙмышы, халҡының  тыныс тормошо һәм көнкүреше, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә үткән саралар хаҡында һөйләй.

Ә 3 сентябрҙә 10 сәғәт 30 минутта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙа "7-се гвардия кавалерия корпусы һәм шайморатовсыларҙың  батырлыҡтары яңы документтарҙа һәм тикшеренеүҙәрҙә”  ғилми-ғәмәли конференцияһы эш башлай. Эҙәрмәндәр, тарихсылар, ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм музей хеҙмәткәрҙәре Башҡорт кавалерия дивизияһы атлыларының ҡаһарманлығын артабан өйрәнеү тураһында фекер алышасаҡ. Кисен сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ.

4 сентябрҙә 10 сәғәттә  Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була һәм Республика Хәрби Дан музейында "Йәмәғәт палатаһы. Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһының тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса йәмәғәт палаталары  эше" тигән “түңәрәк өҫтәл” ойошторола.

Фото: 112bkd.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: