+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Сентябрь 2021, 16:10

Кендек әбей

Өләсәйемдең һөйләүе буйынса, ауылда минең әбейемде (ҡарт өләсәйҙең әсәһен шулай тип атайбыҙ) «кендек әбей», «сибәр әбей» тип йөрөткәндәр.

Кендек әбей
Кендек әбей

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны күргәнем булманы. Ләкин өләсәйем әбейемде йыш ҡына иҫкә төшөрә, һәр ваҡыт уның тураһында оло ихтирам һәм һөйөү менән һөйләй, күҙ йәшенә лә күмелеп ала.
Әбейем Мәүғиҙә Краснокама райо­нының Иҫке Ҡайынлыҡ ауылында 1921 йылда, әсе аслыҡ мәлендә, унынсы бала булып донъяға килгән. Нисек кенә ауыр булһа ла, ата-әсәһе уларҙы асҡа үлтермәйенсә һаҡлап ҡала. Йылдар үтә, балалар үҫә. Әбейемде киске уйын ваҡытында бабайым (ҡарт өләсәйҙең атаһы) урлап алып китә. Өйҙә уны йәш ярымлыҡ малай һәм аяҡтары йөрөмәгән ҡәйнә ҡаршы ала. Әбейем бабайымдың улын беренсе көндән үк үҙенеке кеүек ҡабул итә. Ике йылдан һуң уларҙың ҡыҙҙары донъяға ки­лә. Малай менән ҡыҙ бик татыу була, аға­һы әсәһенә һеңлеһен ҡарарға ярҙам итә.
1941 йылда дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бабайым һәм өс ағаһы фронтҡа китә. Һуғыштың тәүге айҙарында уҡ уның ағаһы Әмин һәләк була, ә ҡатыны оло ҡайғыны күтәрә алмай, ауырып донъя ҡуя. Уларҙың ике балаһы етем ҡа­ла. Ауыл аҡһаҡалдары ағайым менән Әлфирә апайымды балалар йортона бирергә була. Әбейем ике баланы ҡосаҡлап: «Үлһәк, бергә үлербеҙ, балаларҙы бирмәйем, үҙем ҡарайым», – тип үҙҙәренә ала, ә йорттарын, улар үҫкәнсе, төҙөк тота.
Ғаиләлә дүрт бала, ҡәйнә һәм әбейем йәшәй башлайҙар. Әбейем үҙе колхозда көнө-төнө эшләй, балалар­ҙы асҡа үлтермәҫкә кәрәк бит. Шулай бер көндө һыйырын һауып, көтөүгә ҡыуғанда, ике туған ағайҙары­ның өйөндә бала илаған тауыш ишетә. Әбейем эшкә киткәнсе унда инһә, еңгәһе үлгән. Балалар быны аңламай: «Әсәй уянмай, беҙҙең ашағыбыҙ килә», – тип илауҙарын белә. Әбейем бәләкәсен күтәреп, ҙурыра­ғын эйәртеп, өйөнә алып ҡайта. Шулай ғаиләлә тағы ла балалар күбәйә. Колхоз ошо ауыр ваҡыттарҙа етемдәргә ярҙам итә: стаканлап он, грамлап ашлыҡ бирә.
Әбейем балаларын ҡарап, ҡәйнә­һен тәрбиәләп, мал-тыуар аҫрап, ял белмәйенсә эшләй. Ғаиләһен аслыҡ­тан һаҡлап ҡалып, бабайымды ҡаршы ала. Һуғыштан һуң ауылға иҫән ҡалған һалдаттар ҡайта, ғаиләләр ишәйә, балалар тыуа. Ә әбейем һәр балаға «кендек әбейе» була.
Бабайымдың беренсе ҡатынынан тыуған улы – Әбүзәр ағай ҙа, ағаһының улы ла бер үк көндө әрме сафы­на алына. Әбүзәр ағай унда бер етем иптәшенә әбейем тураһында һағынып, маҡтап һөйләй икән. Ҡайтыр ваҡытта­ры еткәс, хеҙмәттәше: «Мин дә һеҙгә ҡайтайым әле, әсәйең миңә лә әсәй булмаҫмы икән?» – тигән. Тегеһе ҡаршы булмай, иптәшен эйәртеп ҡайта. Әбейем, һәр ваҡытта­ғыса, мунсаһын яғып, ашын бешереп ҡаршы ала. Әбүзәр хәлде һөйләп бирә. «Ярай. Һыу соҡорға йыйыла. Күп ҡырына берәү һыйыр әле», – тип ҡабул итә Наил ағайҙы әбейем. Ул шунда уҡ «әсәй» тип өндәшә башлай (Үҙенең атаһы ла, әсәһе лә булмай).
Игелекле, сабыр, киң күңелле бул­ғаны өсөн әбейемде һәр кем хөрмәт иткән. Беҙ ҙә, күргәнебеҙ булмаһа ла, уны һағынабыҙ, иҫкә алабыҙ. Эргәңдә минең әбейем кеүек ныҡлы, оло йөрәкле кешеләр булғанда ғына, тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын да еңербеҙ.

Илдан КӘШБУЛҒАЯНОВ.
Краснокама районы.

Һүрәт:  https://topnovoje.mediasole.ru/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: