+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

Йыһанға сәйәхәт ойошторҙоҡ

«Китапхана төнө – 2021» Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, 17-се, беҙҙең 48-се балалар китапханалары берлектә балаларға матур программа әҙерләне.

Уны «Беҙҙә – йыһан» квиз-уйынынан башлап ебәрҙек. Ҡыҙҙар, малайҙар уй-хыялдарына сумып, мауыҡтырғыс сәйәхәткә юлланды.

Балаларға «Йондоҙҙарға сәйәхәт» программаһы, «Космонавлыҡҡа алыу» хәрәкәтле уйындары, танып-белеү видеоматериалдары, оҫталыҡ дәрестәре лә бик ҡыҙыҡлы булды.

Гөлсәсәк ӘЙҮПОВА, әйҙәүсе китапханасы.

Өфө ҡалаһы, 48-се балалар китапханаһы.
Читайте нас