+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
16 Ғинуар 2022, 10:20

Бүләккә - яңы йыл кәйефе

Күңел Яңы йыл мәлендә мөғжизә көтә, ниндәйҙер тыл­сым булырына ышанабыҙ. Ә беҙ, Өфөнөң 22-се моделле балалар китапханаһында эшләүселәр, мөғжизәне үҙебеҙ тыуҙырҙыҡ.

Бүләккә - яңы йыл кәйефе
Бүләккә - яңы йыл кәйефе

Китапханаға килеүсе кескәй дуҫтарыбыҙ үҙҙәрен тылсымлы әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй хис итһен өсөн шулай тырыштыҡ. Тәҙрә төптәрендә әкиәт ҡалалары «ҡалҡып сыҡты». Йорт ҡыйығында Юлбарыҫ ултыра, Перәник ҡыуанып йөрөй, ябалаҡлап ҡар яуа.
Абонемент залына инеүселәрҙе ҡупшы шыршы ҡаршылай.
Уның аҫтындағы бүләктәрҙе йыл хужаһы Юлбарыҫ һаҡлай.
Йомшаҡ креслоға ултырып Яңы йыл тураһында китаптар уҡырға мөмкин. Һәр бер уҡыусыны Ҡар королеваһы, Санта-Клаус кеүек әкиәт герой­ҙары байрам менән ҡотларға ашыға, улар менән фотоға төшөргә була.
Эйе, беҙҙең китапхана барыһына ла Яңы йыл кәйефе бүләк итә.

Зөлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
китапхана мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Бүләккә - яңы йыл кәйефе
Бүләккә - яңы йыл кәйефе
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: