-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
17 Февраль 2022, 14:55

"Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙы уҡыйбыҙ"

Бөрйән районы Байғазы ауылы китапханаһы "Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙы уҡыйбыҙ" исемле III Төбәк-ара акцияға ҡушылды.

"Башҡорт халыҡ эпосы  "Урал батыр"ҙы уҡыйбыҙ"
"Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙы уҡыйбыҙ"

Байғазы мәктәбенең III  синыф уҡыусылары Рәсүл Ҡурамшин, Азалия Ишҡолова, Динара Динисламова һәм Ғәзиз Хәмиҙуллин уҡытыусылары Розалия Әғзәм ҡыҙы Рәхмәтуллина менән  китапханала ҡунаҡта булды. Уларҙы китапханасы Фәрзәнә Ғайса ҡыҙы Псәнчина ихлас ҡаршы  алды.Кескәйҙәр башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазина, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө булған "Урал батыр" эпосы менән танышты,унан өҙөктәр уҡыны.

Башҡорт халҡының милли кейемдәрен кейеп, мәшһүр эпосты тыңлау, уның тураһында фекер алышыу уҡыусыларҙың күңелендә матур бер иҫтәлек булып һаҡланыр.

Фото: https://vk.com/id539009893?z

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: