+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
7 Октябрь 2021, 10:30

Шаян ҡараҡ

Ҡунаҡ саҡырҙы Хужа,

Шаян ҡараҡ
Шаян ҡараҡ

Улар бит түргә уҙа.
Ҡоймаҡ, бәлеш тоттолар,
Донъяны оноттолар.
Таң ҡалырлыҡ һыйына –
Өҫтәл һыйҙан һығыла:
Тел йоторлоҡ бишбармаҡ,
Ҡаҙ боттары, бауырһаҡ,
Аҡ май, ҡатыҡ һәм ҡаймаҡ,
Ҡыҙҙырылған ваҡ балыҡ –
Төрлөһөн тәмлә алып.
Урамда аҙыҡ еҫе –
Муйнаҡтың олой эсе.
Ни эшләһен инде, уйнай,
Үҙе былай тип уйлай:
– Өйгә инһәм, ярамай,
Хужам мине ҡарамай.
Йөрөгәнсе ел ҡыуып,
Табырға ине ҡыҙыҡ.
Күпме аяҡ кейеме…
Вау, вау, вау...
Анау, ҡара төҫлөһө
Уҫал бесәйҙәй, абау!
Төрлө туфлиҙар менән
Пыр туҙып уйнай Муйнаҡ.
Тау итеп ҡуя өйөп,
Тирәләй йөрөй өрөп.
– Был ниндәй серле йәнлек? –
Тешләп тарта бауынан –
Әллә күпме күҙе бар,
Әллә инде теле бар?
Кискә эт уйнап туйҙы,
Итекте күмеп ҡуйҙы.
Туфлиҙы алып китте,
Ҡыуаҡ артына илтте.
Һөрәнләне бер ҡунаҡ:
– Шунда һалғайным һымаҡ,
Юҡсы минең итегем,
Уны ҡайҙа илттегеҙ?
Шунда баҫып торғайным,
Шул урынға ҡуйғайным...
Ҡунаҡтар һөрән һала:
– Кейемһеҙ ҡайтып ҡара!
Алдың, артың ҡарап бар,
Бында, – тиҙәр, – ҡараҡ бар!
Таралыша ҡунаҡтар –
Ойоҡсан,
Яланаяҡ,
Ҡайһы кейгән һыңарын.
Берәү ҡайтып торманы,
Кемдән кейем һораһын?!
Хужаның йөҙө бойоҡ:
Ҡулында сыбар ойоҡ.
Уйлай: һыңар кейемдең
Миңә бит кәрәге юҡ!
Шул саҡ күрә ҙур туфли
Ауыҙында Муйнаҡтың.
– Атаҡ! Атаҡ! Түгелме ни
Был кейеме ҡунаҡтың?
Икенсе көндө Хужа
Тағы ла ҡунаҡ йыя.
– Әйҙә, түргә үтегеҙ,
Мине ғәфү итегеҙ,
Ҡараҡ булған этебеҙ, –
Тип күрһәтә Муйнаҡҡа.
Был хәлгә килешәләр,
Күмәкләп көлөшәләр.
Һүҙһеҙ ҡалды тик Хужа,
Ҡунаҡтар түргә уҙа,
Ҡулдарында – туфлиҙар.
Ботинкалар, калуштар...
– Атаҡ! Был ниндәй ғәҙәт,
Юҡмы ни һеҙҙә әҙәп?
Ҡунаҡтары аҡлана:
– Кәрәк эттән һаҡларға!

Гөлсирә ШАФИҠОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: