+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
19 Октябрь 2021, 14:10

Кәзәһе төкөнө, танауҙары төштө...

Өлкәндәрҙең һөйләшеүенә йыш ҡына аптырап ҡуя Дим.

Телмәрҙәре ҡыҙыҡлы уларҙың. Апайҙарына бәләкәс бәпесте күрергә барғандар ине. Шунда яңы тыу­ған сабый эргәһендә бөтөрөлгән апаһы менән әсәһенә ағаһы Булат менән көнләшеп тә ҡуйҙылар. Улдарының үсегеүҙәрен аңлаған әсәһе:
– Малайҙарҙың кәзәһе төкөнө бит, – тине.
– Гелән иң бәләкәсе һаналып, бар иғтибар үҙҙәренә генә булып өйрәнгәс, танауҙары төштө шул, – тине апаһы. Бәләһен һалып, иларға ғына торған һеңлеһен яратманы малайҙар. Бүтән саҡта үҙҙәрен апаһы янынан көскә алып ҡайт­ҡан әсәһен аптыратып, былар ҡайтырға алдан йыйынып ҡуйҙы.
– Тағы ла килегеҙ, – тине оҙатырға сыҡҡан апаһы.
– Ҡасан бәпесегеҙ атларға, уйнарға, һөйләшергә өйрәнә, шунда ғына килә­беҙ, – тине малайҙар.
– Ул ваҡытҡа тиклем бик оҙаҡ көтөргә бит әле, – тип яуапланы апаһы йылмайып. – Һеңлегеҙгә әле үҫергә лә үҫергә кәрәк.
Кисен йоҡларға ятҡас, оҙаҡ ҡына әүен баҙарына китә алмай ятты Дим. Яңы тыуған ике туған һеңлеһе менән танышыу тәьҫораттары күҙ алдынан китмәне, ололарҙың һөйләшеүҙәре лә аптыратты. Булат ағаһы менән икеһенә әсәһе: «Кәзәләре төкөнө», – тисе? Нисек улай? Фатирҙа бер ниндәй ҙә кәзә юҡ ине. Хәйер, өйҙә генә түгел, миллионлы ҡала уртаһында ла уны осратмаҫһың?! Әсәһе­нә яуап итеп, апаһы: «Танауҙары төш­тө», – тине. Бәй, аптыраш? Көҙгөгә ҡарап та, танауҙарын тотоп та, бер ниндәй үҙгәреш һиҙмәнеләр.
Күпме генә баш ватһа ла, өлкәндәр телмәренең айышына төшөнә алмай йоҡлап китте малай. Башҡорт теле, шағир­ҙар маҡтағанса, бай ҙа, матур ҙа, хикмәтле лә, ҡыҙыҡлы ла шул...

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: