+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
1 Апрель 2022, 13:00

Йөҙ сәтләүек өсөн ике тапҡыр алдашмайҙар

Бөгөн - Көлкө көнө. Шуға кәйеф шәп булырға тейеш. Ә уның өсөн Хужа Насретдин мәҙәктәрен уҡыу ҙа етә.

Йөҙ сәтләүек өсөн ике тапҡыр алдашмайҙар
Йөҙ сәтләүек өсөн ике тапҡыр алдашмайҙар

Бай менән бәхәсләшеү

 

Бер көндө Хужа Насретдинға бер бай:

– Хужа, әйҙә бәхәсләшәйек, һин мине алдай алырһыңмы икән? – тигән.

– Әйҙә, – тип ризалашҡан Хужа. – Әгәр алдай алһам, нимә бирерһең?

Бай:

– Йөҙ сәтләүек һатып алам. Әгәр һин мине алдай алһаң, улар һиңә булыр. Алдай алмаһаң, хаҡын һин түләрһең, – тигән.

Бай сәтләүек өсөн аҡса түләгән, ә Хужа уларҙы үҙ кеҫәһенә һалып алған да:

– Өйҙән аҡса алып киләйем әле, – тип йүгереп ҡайтып киткән.

Бай уны бер сәғәт көткән, Хужа күренмәй икән. Өс сәғәт уҙған... Көтә-көтә кис тә еткән. Иртәгәһен Хужаны осратҡас, бай:

– Йә, ҡасан алдашабыҙ инде? – тип һораған.

– Йөҙ сәтләүек өсөн ике тапҡыр алдашмайҙар, кисә бер тапҡыр алданым бит инде, сәтләүектәр минеке, – тигән дә китеп барған.

Аша, сапаным, аша

Бер ваҡыт Хужа Насретдин бер ҡалаға барғас, туйға тап булған. Мәжлестә байҙар Хужаға ишек төбөнән генә урын биргән һәм уның кейеме насар булғанға күрә аш-һыуҙың да байҙарҙан ҡалғаны ғына эләккән.

Икенсе көндө Хужа бер кешенән һәйбәт кенә сапан алып кейгән һәм башына салма ураған да теге мәжлескә ҡайтанан ҡушылған. Уны был юлы түргә ултыртҡандар. Табын янында Хужа сапанының еңенә былау тултыра ла:

– Аша, сапаным, аша, былау бик тәмле, – тип һөйләнә икән.

Быны күргән кешеләр, ғәжәпләнеп, Хужанан һорайҙар:

– Был ни эш? Ниңә былауҙы еңеңә тултыраһың?

– Һеҙ бит кешене үҙенә түгел, кейеменә ҡарап хөрмәт итәһегеҙ. Бына шуға күрә сапанымды һыйлайым, – тип яуап ҡайтарған.

Бушҡа көсәнмәгән

Хужа Насретдиндың күршеһе утын яра, ти. Хужа уның янына барып ултырған да, күршеһе балтаһын күтәреп һуҡҡан һайын, сырайҙарын һытып, ах та ух килеп, көсәнеп, уға көс биреп тора икән.

Күршеһе утынды ярып бөтөрөп өйөнә ташый башлағас, Хужа ла бер ҡосаҡ утын алып өйөнә табан йүнәлгән.

Күршеһе аптырап:

– Туҡта, һин минең утындарымды ҡайҙа ташыйһың?! – тип ҡысҡыра, ти.

Ә тегеһе:

– Мин үҙ өлөшөмдө генә алам, әллә мин бушҡа ғына көсәнеп, ах та ух килеп, көс биреп торҙо, тип уйлайһыңмы? – тигән.

Ҡыйыҡҡа мен дә йығылып төш

Яҙ көнө Хужа Насретдин ҡар көрәгән саҡта өйөнөң ҡыйығынан йығылып төшкән. Күршеләре тора алмай ерҙә ятҡан Хужа янына килеп:

– Хужа, ни булды һиңә? Нишләп ерҙә ятаһың? – тип һорағандар.

Хужа уларға:

– Минең хәлемде белгеһе килгән кеше, ана, ҡыйыҡҡа менһен дә йығылып төшһөн, – тигән.

Ишәккә еңелерәк була

Хужа баҙарҙан тоҡлап йәшелсә һатып алған, уны елкәһенә һалып, ишәгенә ултырған да ҡайтырға юлланған.

Юлда осраған кешеләр:

– Эй, Хужа, ниңә тоғоңдо ишәк өҫтөнә һалмай, елкәңә һалдың? – тип һорағандар.

– Нишләп улай итәйем инде. Бахыр ишәк мине лә, йәшелсә һалынған тоҡто ла күтәрһенме? Үҙемдең елкәгә һалғас, уға еңелерәк була, – тип яуап биргән Хужа.

Хужа Насретдин һәм бай

Бер ваҡыт Хужа Насретдин бер бай менән китеп барғанда, бай 99 һум аҡса таба. Хужа уға:

– Ташла уны, 100 һумға ла тулмағас, нимәгә алаһың? Мин 100 һумға бер генә тин етмәһә лә, алмаҫ инем.

Икенсе көндө бай Хужаны һынар өсөн янсыҡҡа 99 һум аҡса һалып, Хужаның ишеге алдына ташлаған да йәшенеп кенә күҙәтә башлаған. Хужа өйөнән сыҡҡан да янсыҡты алып, эсендәге аҡсаны һанап, кеҫәһенә һалған. Бай быны күреп:

– Хужа, ниңә алаһың, 100 һумға тулмай бит! – ти.

Хужа кеҫәһендәге янсыҡты ҡулын алып, әйләндергеләп ҡарай ҙа:

– Аҡсаһы 99 һум булһа, янсығы бер һум тора, – тип кире өйөнә инеп киткән.

Кем бөйөгөрәк?

Бер ваҡыт Хужа Насретдиндан:

– Әйт әле, Хужа, кем бөйөгөрәк? Батшамы әллә крәҫтиәнме? – тип һорағандар.

– Билдәле инде, крәҫтиән. Әгәр ул иген икмәһә, барлыҡ батшалар ҙа астан үлеп бөтөр ине, – тип яуаплаған.

 

Фото https://tragaciistine.blogspot.com/search?q=Leonid+Solovyov+-+Khoja+Nasreddin. алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: