+11 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортса уҡырмын

Баймаҡ ҡалаһынан Әлиә Рафиҡова яҙа:

Башҡортса уҡырмын
Башҡортса уҡырмын

“Башланғыс мәктәптә уҡыған улымдың синыфында башҡорт телен уҡыу һәм уҡымау хаҡында бәхәстәр ҡубып тора. Синыфта үҙ телен аңламаған башҡорт балалары бар. Ул ҡайтып шул хаҡта һөйләй.
– Данил,башҡортса уҡымайыҡ, тип әйтә ине, беҙ уны ҡурҡыттыҡ.
– Нимә тип ҡурҡыттығыҙ?
– Башҡортостанда башҡортса уҡығың килмәгәс, һиңә Урыҫстанға күсеп китергә тура килә, тип.
– Ҡурҡтымы һуң?
– Эйе. Урыҫстанға барырға беҙҙең аҡсабыҙ юҡ. Шуға башҡортса уҡырмын,– тине”.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в