+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Ҡулъяулыҡ»
10 Ғинуар 2023, 09:40

"Ҡулъяулыҡ" акцияһы

Яңы йыл алдынан ғына редакцияға Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова килеп инде.

"Ҡулъяулыҡ" акцияһы
"Ҡулъяулыҡ" акцияһы

– Тыуған яғым Әлшәй районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙың балаларына 3 дана «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырығыҙ әле, зин­һар, – тип аҡсаһын сығарып та һалды.
Шунан тағы дауам итеп:
– Яҡташтарымдан ишетеүемсә, һалдаттар ҡулъяулыҡтар ҙа һорағандар икән. Шуларҙы ла ебәрергә ине, – тине.
Ул көндө редакцияға «Йәншишмә»­беҙҙең ветераны, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина ла килгәйне.
– Әйҙәгеҙ, Гөлфиә апай, һеҙҙең башланғыс менән гәзиттә акция иғлан итәйек. «Йәншишмә» уҡыусылары, әсәй­ҙәр, атайҙар, уҡытыусылар, өләсәйҙәр һалдаттарға ҡулъяулыҡтар йыйып ебәрәйек, – тине ул. – Бәлки, кемдәрҙер матур итеп сигеп тә әҙерләр. Ҡулъяулыҡ менән генә сикләнмәйек. Шулай уҡ йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, кәрәкле гигиена әйберҙәре лә туплайыҡ. Байрам күстәнәсе итеп боҙолмай тор­ған ризыҡтар, татлы күстәнәстәр ҙә һалайыҡ. Уҡыусылар изге теләктәрен хаттарға ла яҙыр, һүрәттәр ҙә төшөрөп ебәрер. 23 февралгә ағайҙарына, атай­ҙарына матур бүләк булыр.
Ысынлап та, был эште оҙаҡҡа һуҙмайынса каникул көндәрендә башлап ебәрһәгеҙ ҙә мөмкин. Редакцияла туп­ланған әйберҙәрҙе беҙ айырым ҡапҡа тултырып, тышына «Республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә» уҡыусыларынан – Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальон һалдаттарына» тип яҙып, Өфөләге Берҙәм логистика үҙәгенә алып барып тапшырырбыҙ.
...Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла республикабыҙ балалары фронтҡа ярҙам итеп, металл һыныҡтары йыйған. Шуларҙан «Башҡортостан пионеры» тигән танк һәм самолёт төҙөлгән. Әле лә ҡулыбыҙҙан килгән ярҙамды күрһәтергә бурыслыбыҙ. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, һалдаттар иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!
Был изге эшкә «Йәншишмә»нең элекке йәш хәбәрселәрен дә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ауылдағы фермерҙар һәм эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаһын ине. Аҡсалата ярҙам күрһәтһәләр, беҙ үҙебеҙ күмәртәләп һатыу нөктәләренән кәрәкле әйбер­ҙәрҙе туплай алабыҙ.
Шулай итеп, «Ҡулъяулыҡ» акцияһы старт алды!

«Йәншишмә» гәзите редакцияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: