+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Ҡулъяулыҡ»
2 Февраль 2023, 15:05

Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар

Яңы йыл башынан “Йәншишмә” гәзите иғлан иткән “Ҡулъяулыҡ” акцияһын Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының “Аҡбуҙат” фольклор һәм “Айым” театр түңәрәктәренә йөрөгән балалар әүҙем күтәреп алды. Ике аҙна буйы 10-11 йәшлек балалар нескә генә бармаҡтары менән  ырғаҡ, энә тотоп, тырыша-тырыша төрлө төҫтәге мулине, сәйләндәр менән һалдат ағайҙарға матур-матур ҡулъяулыҡтар сикте.

 Уларҙың сәмләнеп эшләүҙәрен күреп, V “А”, V “Б” синыфы уҡыусылары (тәрбиәселәре – Лилиә Рәми ҡыҙы Хисмәтуллина), VIII “А”, “Б”, “В”, “Г” синыфыныҡылар  (тәрбиәселәре – Лилиә Хәмит ҡыҙы Илгилдина) һәм “Уңған ҡулдар” (етәксеһе – Гүзәл Ғәли ҡыҙы Фәрхетдинова) түңәрәгендә шөғөлләнеүселәре лә  килеп ҡушылды.

Тәрбиәселәр ойоҡбаштар бәйләп, сәйҙәр, ҡуйыртылған һөт, балыҡ кәнсирҙәре һатып алды. 23 февралгә байрам күстәнәсе итеп “Уңған ҡулдар” түңәрәге балалары янсыҡ  тегеп, уның эсенә тәмле кәнфиттәр ҙә тултырҙы. Бар уҡыусылар изге теләктәрен хаттарға  яҙып, һүрәттәр ҙә төшөрҙө.  Беҙҙең әҙерләгән бүләктәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға барып етеп, уларҙы бер аҙ ҡыуандыра алһаҡ, беҙҙең күңелгә лә рәхәт булыр ине.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла республикабыҙ балалары фронтҡа ярҙам итеп, металл һыныҡтары йыйған. Улар танк һәм самолёт төҙөүҙә ҡулланылғанын белдек.

Әле лә ҡулыбыҙҙан килгән ярҙамды күрһәтергә тырыштыҡ. Иң мөһиме, тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ булып, һалдаттар иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. "Ҡулъяулыҡ" акцияһына ҡушылған балаларға, тәрбиәселәргә, өҫтәмә белем биреү педагогтарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Йәмилә Рамаҙанова, белем усағында “Ҡулъяулыҡ” акцияһын ойоштороусы-уҡытыусы.

Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Һалдаттарға – сигелгән ҡулъяулыҡтар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: