+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Ҡулъяулыҡ»
8 Февраль 2023, 13:00

Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы

"Йәншишмә" гәзите ойошторған "Ҡулъяулыҡ" акцияһына беҙҙең Ишҡар урта мәктәбе һәм ауылдаштар берҙәм ҡушылды. Уҡыусылар ҡотлау открыткалары, хаттар яҙҙы. Ауылдаштар доға уҡый-уҡый йөндән бәйләнгән йылы ойоҡбаштар, тәм-том, башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләне.

Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы

 Иң өлкән йәштәге ауылдашыбыҙ Дүлә инәй ҙә ситтә тороп ҡалманы. Ул тәүгеләрҙән булып бүләктәрен, күстәнәстәрен килтерҙе. "Балҡыш" клубы ағинәйҙәре туҡмас киҫеү ойошторҙо.

 – Туҡмасты ысын күңелдән, йөрәк йылыһын ҡушып киҫтек. Тыуған яҡтарынан ситтә, яу яланында йөрөгән егеттәребеҙ яҡташтарының күңел йылыһын тойһон, өй ризығын ауыҙ итһен, – ти ағинәйҙәр. – Иң мөһиме, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын һалдаттарыбыҙ!

Амин, изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Ысын күңелдән акцияла ҡатнашҡан ауылдаштарға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.  Афарин, ситтә ҡалманығыҙ. Был изге ғәмәлегеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ, үҙегеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы булып әйләнеп ҡайтыр, Алла бойорһа!

Ишҡар халҡы берҙәм баҫты
Күстәнәс әҙерләргә.
Яуҙа йөрөгән һалдаттарға
Яҙһын ауыҙ итергә.

 

Гүзәл САҘРЕТДИНОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Илеш районы.

 

Фото: Г. Саҙретдинова.

Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Ишҡарҙа – "Ҡулъяулыҡ" акцияһы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: