-9 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
18 Декабрь 2017, 15:07

Ҡыш килде

Аҡ дебеттән шәл ябынып,Бер ҡунаҡ килгән беҙгә.Шығыр-шығыр хәбәр һөйләй,Эй, оҫта икән һүҙгә!

Аҡ дебеттән шәл ябынып,
Бер ҡунаҡ килгән беҙгә.
Шығыр-шығыр хәбәр һөйләй,
Эй, оҫта икән һүҙгә!
Шаян елкәй юлдаш булып,
Өйрөлә янында.
Йырлап кәйефте күтәрә,
Күңелле ул барында.
Ә тәбиғәт арыған да
Йоҡоға талған «мыш-мыш».
Күстәнәскә ҡарҙар алып,
Килеп еткән ап-аҡ ҡыш!

Минира БИКӘНӘСОВА.
Ауырғазы районы.