-16 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
6 Апрель 2018, 13:13

Дуҫлыҡ уғы

Әлнисә Кәримова (Алдырханова) үҙе белем алған Сибай интернат-гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әйткәндәй, нәҡ ошо белем усағында ул Ирек Кинйәбулатов етәкләгән әҙәби түңәрәккә йөрөй, 1977 йылда етенсе синыфта «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең «Йәш хәбәрсе» танытмаһына эйә була. Бөгөн үҙе лә ижад итә, уҡыусылары ла яҙыша. Гөлдәниә Һағынбаева, Гөлдәр Ишйәрова, Лиана Сәғитова, Сөмбөл Ласыновалар был балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһының йәш хәбәрселәре булды.


Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы – «Салауат батыр – ил күрке», «Өләсәйем һандығы», «Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре» тигән методик ҡулланмалар, «Интернатта нығый пар ҡанат», «Быуындарҙан быуындарға ҡалыр ми­раҫ», «Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө», «Гөлләмә» китаптары авторы.

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында беренсе булып башҡорт йәкшәмбе мәктәбе һәм «Юлдаш» (хәҙер «Шоңҡар») ойошмаһына нигеҙ һалыусы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2002» республика конкурсы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең «Иң яҡшы уҡытыусылары» грантына эйә, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, Салауат Галин исемендәге беренсе премия лауреаты.

55 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан һеҙҙең иғтибарға тәжрибәле уҡытыусының «Дуҫлыҡ уғы» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.


Хикәйә

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА.