-7 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
17 Август 2018, 11:29

Тылсымлы ҡурай

Әкиәт Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Мозафар исемле малай. Әсәһе ауырып үлеп киткән. Атаһы алыҫтан үгәй әсәй алып ҡайтҡан, ти. Уның Мотаһар исемле улы бар икән. Әсә үҙенең малайын яратҡан. Етемкәсте туҡтауһыҙ эшкә еккән. Мозафар ҡатын-ҡыҙ эштәрен дә эшләргә мәжбүр булған. Йөн иләгән, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләгән, икмәк бешергән, иҙән-кер йыу­ған, кейем-һалым теккән.

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Мозафар исемле малай. Әсәһе ауырып үлеп киткән. Атаһы алыҫтан үгәй әсәй алып ҡайтҡан, ти. Уның Мотаһар исемле улы бар икән. Әсә үҙенең малайын яратҡан. Етемкәсте туҡтауһыҙ эшкә еккән. Мозафар ҡатын-ҡыҙ эштәрен дә эшләргә мәжбүр булған. Йөн иләгән, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләгән, икмәк бешергән, иҙән-кер йыу­ған, кейем-һалым теккән.
Ыжғырып буран сыҡҡан. Үгәй инә Мозафарҙы ҡоро утынға ебәргән. Билдән ҡарға батып, ағастарҙы бер урынға өйгән. Малайҙың хәле бөткән. Йығылған. Тирә-яҡта ҡараң­ғылыҡ. Йондоҙло күктән батмус ай һары май шәме менән уны яҡтыртҡан. Эргәһендә сатыр сәскәле кипкән үҫемлек көпшәнән башҡа нәмәне күрмәгән. Ул оҙон һәм йыуан. Ҡыу ағас үлән ыжғырға ҡушы­лып, нимәлер һөйләп, елгә сайҡала, ти.
– Берәүгә лә кәрәгем юҡ. Бәлки, һиңә ярҙамым тейер, – тип телгә килгән. Малай уны ҡырҡып алған. Көслө буранға ҡушылып, көпшә һыҙғырған. Ҡайҙан сыға бәрхәт йомшаҡ тауыш? Өрөп ҡараған. Бер төрлө моң яңғыраған. Бер… Ике… Өс… Дүрт уйым уйған. Һәр тишек киртеп уйнаған һайын төрлө тауыштар өҫтәлә бар­ған. Сихри көйҙө тыңларға кейектәр ҙә йыйылған. Өкө, ҡор, тумыртҡа – ағас башында, йәнлектәр уны уратып ултырған. Үләндең төрлө моңона сорналып, ҡыбырламайҙар ҙа, ти. Бишенсеһен ҡаршы яҡтан кирткән. Көпшә уйнаған һайын матурыраҡ көйҙәрҙе бүләк иткән. Ғәжәп моң уны сихырлаған. Мозафар көс-ғәйрәте ташып торған матур һынлы батырға әйләнгән.
Алыҫта ут быҙлаған. Уйын ҡоралын биленә ҡыҫтырып, шунда юл тотҡан. Инһә, мейестә ут яна. Сөгөндә һоло бутҡаһы бығырлай. Бешкән ризыҡты тәмләп, өҫтәлгә ҡуйған. Берәү ҙә юҡ. Ул уйын ҡоралын ҡулына алған. Күкрәгенән сығарып, йөрәгенән үткәреп сыҡҡан тауыштар егеттең ҡайғыһын, ҡыуанысын һөйләгән. Өй хужаһы Айыу ағай килеп ингән.
– Ҡайҙа бир әле. Был ни Ҡырҡтымда үҫкән кипкән ҡурай ҙа һуң? Эсенә кем йәшенгән? – тип үтә ҡараған.
– Ул – мин. Тимәк, үлән – ҡурай, Айыу батша, – тигән дә Мозафар уйнап ебәргән. Урман батшаһы тын да алмайынса уны оҙаҡ ҡына тыңлаған.
– Әҙәм мине бейетергә өйрәтәм, ти ҙә маҡтана. Булдыра алһаң, бүләкләрмен, – тигән урман батшаһы. Шул ваҡыт Мозафар үҙе ҡурайын тарта, туҡтап таҡмағын да әйтә,ти.
–Айыу апа, бейегеҙ,
Матур беҙҙең көйөбөҙ.
Ҡурай көйөнә бейегәс,
Матурлана өйөбөҙ.
Айыу ҡурайсыға ҡаршы:
– Әйҙә баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле.
Бейейек тә йырлайыҡ,
Күңел асайыҡ әле, – ти икән.
– Бейе, әйҙә, бейеүсе,
Иҙән буйлап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп – беренсе! –
тип Мозафар ҡаршы бейергә төшкән, ти.
– Рәхмәт, егет! Әҙәм дөрөҫөн һөйләй икән. Бейеттең. Ҡайтһаң да була, – тигән Айыу.
Тышҡа сыҡһа, уны утын тейәгән дөлдөл көтә, имеш. Һандыҡ та тора, ти. Уны асһа, елән, ситек, ҡама бүрек, ҡурай һалыр өсөн һауытына тиклем бар икән. Уны көтмәгән үгәй инә Аҡбуҙатта елеп килгән Мозафарҙы күреп, ҡаршы сығып, төпсөнөп серҙе белешкән, ти.
Үҙенең малайын утынға ебәргән. Мотаһар ҡоро утын түгел, сыбыҡ-сабыҡты ла йыя алмай, тәрән ҡарға сумған. Йомро һары түңәрәк ай уға ярҙам итергә тырышып, эргә-тирәһен яҡтыртҡан. Теге ҡыу үләнде күреп ҡалған. Уны йолҡоп алып, уты баҙлаған йортҡа киткән. Ҡурайҙың тылсымлы моңон тыңларға тип килгән Ҡуянды типкесләп, ҡолағынан алып быраҡтырған.
– Тайыш табанға уйнайым. Бүләк бирә! – тип аҡырған. Йүгерә-атлай барғанда көпшәһен һындырған. Ҡыҫҡа ҡурайын тотоп йортҡа ингән. Урман батшаһының мейесендә – сөгөн. Һауытта һоло бутҡаһы бешә. Ашағас, буш һауытты ишек төбөнә ырғытҡан. Үҙе мейес башына менеүе бул­ған, хырылдауы ишетелгән. Йорт хужаһы ҡайтҡан.
– Кем минең урындығымда йоҡо һимер­тә? Егет, һиңә ни кәрәк? – тип һораған.
– Мозафарҙыҡынан да еллерәк атыңды, бер һандыҡ алтыныңды тейә лә ҡайта һалайым, – тигән Мотаһар.
– Ҡурайыңда уйнап бейетмәҫһеңме? – тигән Айыу бабай. Ялҡау ҡурай ишаратын алған. Ул яғынан, был яғынан өрөп ҡараған. Әммә ҡурайы тыңламаған.
– Ҡайтырға рөхсәт, – тигән урман батшаһы. Уны тышта утын, һандыҡ тейәлгән дөлдөл көтә, ти. Аҡбуҙат йән-фарман сабып сығып киткән. Дөлдөл ағасҡа һуғыл­ған. Шыйыҡ сыбыҡ менән атын туҡмаған. Елә торғас, уныһы тәлмәрйенгә әйләнгән, ти. Һандығын асһа, унда алама кейем-һалым ғына. Тәлмәрйен атында Мотаһар әле булһа ла ҡайтып етә алмай икән. Яуыз әбей урманда һаман да улын эҙләй, имеш.
Мозафарҙан күрмәксе, һәр башҡорт егете ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән. Уның тылсымлы моңо бөтөн башҡорт иленә бәхет килтергән, ти.

Зөһрә БӘШӘРОВА.


Теләш ауылы,Әбйәлил районы.