– Эй, тороғоҙ, таң атты!..
Байрамға тип күлдәк тектем бесәйемә,
Ипләп кенә, күрһәтмәйсә әсәйемә.
Ә әсәйем әллә инде барын белә:
– Беҙҙең өйҙә тегеүсе, ти, үҫеп килә.
Көҙгө һуҡмаҡ буйлап Терпе килә. Аяҡ аҫтында япраҡтар ҡыштырлай. Ағас ботаҡтарында ла өҙөлөп төшөргә тора. Урман тыныс. Уҫаҡ эргәһенән үткәндә Терпе туҡтап ҡалды. Ерҙә туҙып ятҡан япраҡтарға ҡараны. Ҡып-ҡыҙыл, һап-һары булып, балҡып яталар, түңәрәк кенә үҙҙәре. «Ҡыҙыма алып ҡайтайым әле, туйғансы уйнар», – тип уйланы Терпе һәм энәләренә бер нисә япраҡты тиҙ генә сәнсеп алды. Аҡ ҡайын янынан үткәндә лә еп-еңел, матур япраҡтарҙы күрҙе. Уларын да энәләренә ҡаҙаны.
Күрһәгеҙ ине һеҙ Терпене! Ерҙә, зәп-зәңгәр күге булған ерҙә, төрлө япраҡтарға күмелеп ул килә. Ҡыҙылы ла, һарыһы ла, йәшеле лә, көрәне лә бар. Әйтерһең, ул үҙенең бәләкәс ҡыҙына йәйғор күтәреп алып ҡайтып килә.
Бер нисә көн тышта буран олоно һәм бөгөн генә тымды. Асығып, күҙҙәрен йомоп ултырған Ҡыҙылтүш шым ғына:
– Ниндәй һыуыҡ, – тине. Уның янына, аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып, бәләкәй Һарытүш килеп ултырҙы.
– Асыҡтым... – тип иланы ҡошсоҡ.
– Хәҙер... Хәҙер мин тышҡа сығам, берәй нәмә алып килермен, – Ҡыҙылтүш уны йыуатырға тырышты. – Һин ошонда ғына ултырып тор, яраймы, тышҡа сыҡма – өшөрһөң.
Ҡыҙылтүш ҡар менән ҡапланған ергә төштө, тирә-яғына ҡараны. Ашарлыҡ бер ни ҙә күренмәне. Ҡыҙылтүш Һарытүштең ҡыҙғаныс тауышын ишеткәндәй булды. Их, берәй нәмә табырға ине! Күпме ерҙә булды ул, арып-талып бөттө. Аҙаҡ кешеләр йөрөгән юлға сыҡты. Уның күҙе төшөп ҡалған бойҙай башағына төбәлде.
Ҡыҙылтүш уны ентекләп ҡараны. Башаҡта ни бары бер бөртөк бойҙай ҡалғайны. Уны күргән Ҡыҙылтүш асыҡҡанын тағы ла нығыраҡ тойҙо, бер нисә тапҡыр йоторға тип ынтылып та ҡуйҙы.
– Юҡ!.. Ярамай!.. Ә бәләкәй Һарытүш? Ул да бик ныҡ асыҡҡан. Көтә-көтә арып та бөткәндер инде.
Һарытүш үҙен шатланып ҡаршы алды, ә тегеһе берҙән-бер бойҙай бөртөгөн уның алдына һалды ла:
– Аша, аша, миңә ҡарама, яраймы? Мин тағы ла эҙләп табырмын, – тине.