-16 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
31 Август 2018, 12:48

Халыҡсан рухлы ижад

Ошо көндәрҙә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәроваға 70 йәш тула.

Яҙыусының талантын баһаларҙай сифаттар бик күп. Әммә уның иң асығы – әҙәбиәттә үҙ тауышың, үҙ стилең, әйтер һүҙең булыу, халыҡ рухын тойоу, ил тарихы менән бергә йәшәү. Айһылыу Йәғәфәрова ла үҙенең бөтә ижады менән бына ошо хәҡиҡәтте раҫлай. Уның әҫәр­ҙәре тормошсан һутлы теле, халыҡсан рухы, үҙенсәлекле поэтикаһы менән милли мәҙәниәтебеҙгә ҡабатланмаҫ моң һәм биҙәктәр өҫтәй.

2004 йылдың 1 сентябренә тиклем Айһылыу Йәғәфәрова Әбйәлил районының Красная Башкирия ҡасабаһында балалар баҡсаһы мөдире булып эшләне. Хәҙер хаҡлы ялда. Яҙыусының ижад шишмәһенең башы ла тап ана шул балаларға бәйләнгән. Улар өсөн әҙибә нимәләр генә ижад итмәгән! Әкиәттәр ҙә, шиғыр­ҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, хатта урыҫ фольклорынан бына тигән тәржемәләр ҙә бар уның әҙәби һандығында. «Ҡойон батшалығында», «Сәнскеле күлдәк», «Һандуғас моңо», «Бөҙрәкәй» һәм башҡа китаптары балалар донъяһын, кескәйҙәр күңелен яҡшы белеүе тураһында һөйләй. «Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә» исемле әҫәре уны һәләтле драматург итеп танытһа, «Килендәр» романы менән ул бик күп әҙәбиәт яратыусыларҙың һөйөүен, ихтирамын яуланы.

Айһылыу Йәғәфәрова тәржемә өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләй. Балалар баҡсаһы өсөн төҙөлгән «Йәйғор» хрес­томатияһы – уның күп йыллыҡ тәжрибә емеше: китапҡа 30-ға яҡын сит ил яҙыу­сыһының 50-нән ашыу тәржемә әҫәре ингән. Уның фольклор элементтары менән тулыландырылған, ғәжәйеп бай телле «Александр Пушкин. Сказки. Әкиәттәр (тәржемә)» китабы ла балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә киң файҙаланыла, әле лә иң кәрәкле уҡыу әсбаптары рәтенән төшмәй. Хатта район, республика кимәлендә уҙғарыла килгән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә лә һәр ваҡыт Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренә мөрәжәғәт итәбеҙ, сөнки балалар өсөн тәржемә иткән авторҙар юҡ кимәлендә. «Ғөмүмән, Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙының бар тормошо, йәшәү мәғәнәһе киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, шәхесте үҫтереүгә бағышланыуы менән бик әһәмиәтле», – ти күренекле башҡорт яҙыу­сыһы Әмир Әминев үҙенең әҙибә ижадына арналған бер хеҙмәтендә. Өҫтәүенә, яҡташыбыҙ – балалар баҡсалары өсөн туған тел программалары авторы ла. Улар балаға аң-белем биреү менән бер рәттән, йәм­ғиәт ҡанундары менән йәшәргә лә, аралашырға ла өйрәтә. Хатта БДУ-ның филология факультетын тамамлау осоронда буласаҡ яҙыусының диплом эше лә балалар әҙәбиәтенә арнала.

Әлеге көндә әҙибә – егерме китап авторы. Яҙыусы шулай уҡ донъяны танып белеү һәм художестволы фекерләүҙе үҫтереү йәһәтенән балаларға фәһемле әсбап булырҙай повестар ҙа ижад итте. «Шүлгәнташҡа сәйәхәт», «Эйәрҙә ҡалды егет» әҫәрҙәре – тап ана шундайҙар. Уларҙа ысын мәғәнәһендә ауыл картинаһы күҙ алдына баҫа. Тарихтағы батыр­ҙарҙы терелтеп, тамырҙарыбыҙҙың бик тәрәндә булыуына, шуға ла беҙҙең киләсәгебеҙ барлығына ҙур ышаныс белдерә автор.

Айһылыу Йәғәфәрованың һоҡланғыс ижады, республика мәғарифы һәм мәҙәниәте өлкәһендәге хеҙмәттәре Башҡорт­остан мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтарының, шулай уҡ яҙыусылар союзының Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән дә билдәләнде.

Юбилейың менән, хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙ, әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағанаһы Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы!

«Ҡуңыр буға» һәм «Йәйғор» әҙәби ойошмалары исеменән

Зөһрә КАШАПОВА.

Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.