-16 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
30 Ноябрь 2018, 16:00

Атаҡлы «икеле» тоҡсайы яҙмалары

Тағы ла мәктәп тураһында. Унан ҡайҙа китеп ҡотолаһың? Мәктәпте яратырға ла, яратмаҫҡа ла мөмкин… Әгәр оҡшатһаң, уны үҙеңдеке, тип иҫәпләһәң, көлөргә лә ярай. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙан, уҡыусыларҙан, ата-әсәләрҙән… Үҙеңдән. Был – зыянһыҙ көлөү.

Тағы ла мәктәп тураһында. Унан ҡайҙа китеп ҡотолаһың? Мәктәпте яратырға ла, яратмаҫҡа ла мөмкин… Әгәр оҡшатһаң, уны үҙеңдеке, тип иҫәпләһәң, көлөргә лә ярай. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙан, уҡыусыларҙан, ата-әсәләрҙән… Үҙеңдән. Был – зыянһыҙ көлөү.
Урыҫ балалар яҙыусыһы Артур Гиваргизов үҙенең хикәйәләрендә иң мөһим һорауҙарға яуап бирә. Ҡыҙҙар илауҙан туҡтаһын өсөн уларға ниндәй шиғырҙар уҡырға кәрәк? Күгәрсен ҡауырһындарынан яһалған елпеүес нисә өй эше тора? Физика закондарына ышанырға кәрәкме әллә улар былай ҙа эшләйме? Ҡайһыһы кәрәклерәк – урыҫ телеме йәки зажигалкамы? Ә иң мөһиме – нисек атаҡлы ғына түгел, ә бик уңышлы «икеле» тоҡсайы булырға?

Гематогендар тураһында

1 сентябрь, тәнәфес.
– Ҡара әле, – тип һораны Серёжа отличник Сереберцеванан, – һин ни өсөн отличник ул? Бәлки, берәй үҙенсәлекле аҙыҡ ашай­һыңдыр йәки эсәһеңдер?
– Юҡсы, – ҡыҙ уйға талды. – Пепси, чипсы ғына.
– Мин дә – пепси, чипсы, – тине Серёжа, – улайһа, һин ни өсөн отличник?
– Был гендарға бәйле, – тине Сереберцева, – гендарға, һөйөклө Серёжечка.
– Әһә, белдем! – Серёжа ҡыс­ҡырып ебәрҙе.
Ул сығып йүгерҙе. Тиҙ арала дарыуханаға килеп инде.
– Һеҙҙә гендар бармы? – тип һораны.
– Беҙҙә гематогендар ғына, – тинеләр дарыуханала.
– Бирегеҙ әле, – Серёжа ҡыуанды, – алтыны. Юҡ, етене!
Малай ете гематоген ашағас, тағы ла мәктәпкә йүгерҙе. Химияла – «икеле», ә алгебрала минус «икеле» алды.
Серёжаның асыуы килде, Сереберцеваның артынан ҡыуып етеп, тегенең ҡулдарын ҡайырырға тотондо.

Ете минут

2 сентябрь, физика дәресе.
– Нимә, Гаврилов, шунда уҡ «икеле» ҡуйырғамы әллә таҡта янына барып урап киләһеңме? – тип һораны Вера Петровна. Серёжа үпкәләне.
«Минең дәрес әҙерләмәгәнемде ҡайҙан белә икән? – тип уйланы ул. – Ниңә былай тип әйтә?!»
– Вера Петровна, һеҙ минең әҙер түгеллегемде ҡайҙан беләһегеҙ? – тип һораны Серёжа.
– Һин бит бер ваҡытта ла әҙерләнмәйһең! – Вера Петровна ғәжәпләнде.
Серёжа баҫты ла һуҡ бармағын юғары сөйҙө, нимәгәлер ҡолаҡ һалғандай, шулай бер минут баҫып торҙо.
– Был шулай, – тип ризалашты ул, – бәлки, бөгөн әҙерләнгәнмендер?
– Ысынлап тамы? – тип һораны Вера Петровна.
Серёжа уйға батты. Ул иғтибарһыҙ ғына Коперникка, шунан Ньютонға ҡараны, ниһайәт, яуап бирҙе:
– Юҡ.
– Хәҙер «икеле» ҡуйырға мөмкинме? – тип һораны Вера Петровна.
Серёжа сәғәткә ҡараны.
– Хәҙер мөмкин, – тип ризалашты ул, – сөнки беҙ асыҡланыҡ.
– Айырма нимәлә һуң? – тип һораны Вера Петровна.
– Шунда: мин «икеле»не ете минут һуңыраҡ алдым, – тип яуап­ланы Серёжа.
– Аңламайым, – тине Вера Петровна, – бынан һиңә еңел буламы?
– Атайым: «Физикала һис юғы биш минут сыҙап тора алһаң, һиңә футбол тубы алып бирәм», – тине. Ә мин ете минут түҙҙем, – тип белдерҙе Серёжа.
– Беҙ – шаһиттар, – тине Кулаков, Зубов һәм Сереберцева.
– Аңлашылды, – тине Вера Петровна.

Кейәү табылды

3 сентябрь, дәрестәрҙән һуң.
Бер ваҡыт Серёжаны һәм отличник Сереберцеваны бүлмәне йыйыштырырға ҡалдырҙылар.
– Һин, әйҙә, иҙәнде йыу, – тине Серёжа, – ә мин таҡтаны һөртөрмөн.
– Юҡ, булмай, – тине Сереберцева, – лутсы киреһенсә.
– Яҡшы, – тине малай, – тағы ла сәскәләргә һыу һибермен.
– Таптың асыҡ ауыҙҙы, – тине ҡыҙ.
– Ярай, – тине Серёжа, – тағы ла ултырғыстарҙы партаға ҡуйырмын.
– Һөйләшкем дә килмәй, – тине Сереберцева.
– Һин – насар хужабикә, – тине малай. – Үҫкәс, мин һиңә өйләнмәйәсәкмен.
– Ҡурҡытты берәү, – тине Сереберцева, – хәҙер үләм. Йә, ярай, үҙем барыһын да йыуам.
– Ә мин таҡтаны һөртәм, – Серёжа ҡыуанды.
– Ултыра бир, – Сереберцева һуҡранды. – Пинжәгеңдәге кеҫәң һүтелгән. Әлдә миндә еп менән энә бар әле. Зубов менән тәнәфестә йүгерәһең дә шунан йол­ҡош һымаҡ йөрөйһөң.

Шиғриәт тураһында

4 сентябрь, әҙәбиәт дәресендә.
Серёжа отличник Сереберцеваның ни өсөн шиғырҙар яратыуын бер ваҡытта ла аңлай алманы.
– Ҡара әле, Сереберцева, – тип һораны ул нисектер, – өйгә эш итеп бирһәләр, уҡығаныңды аңлайым, ә һин бит бирмәһәләр ҙә, уҡыйһың, тип һөйләйҙәр?
– Эйе, – тип яуапланы Сереберцева, – шиғырҙар миндә төрлө тойғо тыуҙыра.
– Беҙ быларҙың барыһын да ишеттек, – Серёжа көлөмһөрәне, – әҙәбиәт дәресендә уҡытыусынан.
– Ышанмаһаң – кәрәкмәй, – ҡыҙыҡай иңбашын һикертеп ҡуй­ҙы.
– Әлбиттә, ышанмайым, – тине Серёжа, – аңларға ла теләмәйем. Бәлки, бының өсөн ата-әсәйең һиңә өҫтәп аҡса бирәлер? Дөрөҫөн әйт, ә? Һүҙ бирәм, бер кемгә лә һөйләмәйем.
– Улар миңә бер нәмә лә бирмәй, – Сереберцева асыуланды, – теңкәмә теймә, әтеү, кәрәгеңде алырһың!
– Йә, ярай, – Серёжа тыныс­ланманы. – Беҙҙең Таня ныҡ илай, йылғала ята тубы. Э-э-э… Артабан хәтерләмәйем. Һиңә ни булды, Сереберцева?! Һин илай­һыңмы?!
– Теңкәмә теймә, Гаврилов, – Сереберцева иланы, – ҡыҙыҡлыраҡ берәй нәмә һөйләй алманыңмы ни? Хәҙер көнө буйы һыҡтап йөрөйәсәкмен.
– Бына һиңә кәрәк булһа?! – Серёжа хайран ҡалды. – Нисек тәьҫир итә! Хәҙер, Сереберцева, хәҙер… М-м-м-м… Коля ауылда пулемёт тапҡан… юҡ, улай түгел. Хәҙер, хәҙер, саҡ ҡына түҙ… М-м-м… Бәләкәй малай ағасҡа үрмәләгән… тағы ла улай түгел. Ә, бына! Иҫемә төштө! Иламаһын ул былай, туп йылғаға батмай. Батмай, Сереберцева! Ура! Йә, нисек, еңелме?
– Еңел, – Сереберцева танауын тартты.

Елпеүес күпме тора?

5 сентябрь, оло тәнәфес.
Бер ваҡыт Серёжа отличник ҡыҙға былай тине:
– Сереберцева, хәҙер мин һиңә Зубовты еңеүемде арнайым.
– Көрәшкәндәрҙе енем һөймәй, – тине ҡыҙ. – Арнамаһаң да була.
– Йәл, – Серёжа күңелһеҙләнде.
– Йәл түгел, – Зубов ҡыуанды.
– Ә күгәрсен ҡауырһындарынан елпеүес теләйһеңме? – тип һораны Серёжа.
– Күрһәт һуң, – тине Сереберцева. – Ҡарайыҡ.
– Бына, – тине Серёжа һәм елпеүес сығарҙы, – мин уны үҙем яһаным. Беҙҙең сарҙаҡта ҡауыр­һындар күп.
– Елпеүесте алам, – тине Сереберцева, – алгебранан өйгә эш өсөн.
– Әҙ, – Серёжаның ҡаштары йәмрәйҙе.
– Теләмәһәң – кәрәкмәй, – тине Сереберцева.
– Сарҙаҡҡа менгәндә башымды урҙаға бәрҙем, – Серёжа үпкәләне. – Бәлки, мейем һелкенгәндер.
– Ярай, алгебранан һәм химия­нан, – Сереберцева ризалашты. – Тағы ла ҡауырһындар килтерерһең, мин үҙемә күлдәк тегәм.
– Әлбиттә, килтерермен! – Серёжа ҡыуанды.
– Миңә китергә яраймы? – тип һораны Зубов.
– Эйе, – тине Серёжа, – һин бөгөн башҡаса кәрәкмәй­һең.

Александр Невский кем ул?

6 сентябрь, тарих дәресендә.
Серёжа тарих дәресендә тәҙрәгә ҡарап ултырҙы. Ул уҡытыу­сының нимә тураһында һөйләүен ишетмәне, уның ҡарауы, туңдырма палаткаһы янында ниндәйҙер малайҙың эскимо ашауын күрҙе. Иғтибар менән ҡарағас, Кулаковты таныны.
«Афарин, – тип уйланы Серёжа Кулаков хаҡында, – барыһын да төп башына ултыртты. Ата-әсәһе, улыбыҙ мәктәптә, тип йөрөйҙөр, ә бында, ул ауырый, тип уйлай­ҙар. Кулаков маладис, эскимо ашай. Миңә лә шулай итергә ине».
– Гаврилов, һин ниндәй уйға баттың? – тип һораны уҡытыусы.
– Былай ғына, – Серёжа ауыр һуланы. – Ҡыйыу кешеләр барлығы, уларҙың тормошо бик шәп булыуы тураһында.
– Һин Александр Невскийҙы күҙ уңында тотаһыңмы ни? – тип төпсөндө уҡытыусы. – Был тарихтың һине уйланырға мәжбүр итеүенә мин бик шатмын.
– Эйе, ысынлап шулай, – тине Серёжа. – Сығырға мөмкинме?
– Ярамай, – тине уҡытыусы.
«Эйе, – тип уйланы Серёжа, – Кулаков хаҡлы: ысынлап та, уҡытыусылар менән дә, ата-әсә­ләр менән дә бер ни килеп сыҡмай».

Көндәлек

7 сентябрь (йәкшәмбе), ҡунаҡтан ҡайтышлай.
Бер ваҡыт Серёжа 545-се мәктәптең V «Б» синыфы уҡыусыһы Катя Селёзневаның көндәлеген тапты. Ә ул ысын имзалы «бишле»ләр менән тулғайны. «Был көндәлекте 545-се мәктәпкә алып барырға кәрәк, Катя Селёзневаны үҙҙәре эҙләп табыр­ҙар әле, – тип уйланы Серёжа. – Бәлки, уны милицияның балалар бүлмәһенә алып барырға кәрәктер. Йәки юғалған әйберҙәр өҫтәленә. Йәки Революция музейына».
Серёжа ҡулына ҡараны юйыу­сы махсус япон юйғыс алды, «Селёзнева Катя» һәм «545»-те юйҙы, ошондай уҡ зәңгәр ҡара менән «Гаврилов Серёжаның», «754» тип яҙҙы һәм «Дневник ученицы V класса «Б» Гаврилова Серёжи» килеп сыҡты*.
– Тәртипһеҙлек, – тине Серёжа, «цы»ны юйып, «ка» тип яҙҙы.
Малай өйгә ҡайтҡас, көндәлекте атаһына күрһәтте.
Уныһы ҡағыҙҙы һыйпаны, микроскоптан ҡараны… Имзаларҙың ысын булыуына инанғас:
– Афарин! Урамда йөрөргә сығырға мөмкин, – тине.
*Башҡорт телендә, урыҫ телендәге шикелле, исемдәр төрлө енес (род) менән йөрөтөлмәгәнлектән, һөйләм тәржемә ителмәне. (Тәржемәсе иҫкәрмәһе).

Хәйләкәр Зубов

8 сентябрь, дәрестәрҙән һуң өйгә ҡайтҡанда.
Серёжа ҡайһы берҙә Зубовтың елкә төбөнә ҡундыра. Уныһы елкәһенә мендәр, һуңынан ҡапҡасы битлеген бәйләне, ә бер ваҡыт кактус таҡты ла уны сәстәр менән йәшерҙе.
– Зубов торған һайын хәйләләшкәндән-хәйләләшә, – тип зар­ланды Серёжа дуҫы Коля Кулаковҡа. – Тиҙҙән мин уның елкәһенә ҡундыра алмаясаҡмын.
– Ә һин тибеп осор, – тип кәңәш итте Коля. – Шулай итеү хәүефһеҙерәк. Кактусты хәтерләйһеңме?
– Нисегерәк әле! – Серёжа сырайын һытты. – Ул саҡта ҡулым ике көн ауыртты.
– Бына күрҙеңме? – тине Коля, – тибеүгә күс, хаҡ эш.
– Мин уйлармын, – тип ризалашты Серёжа.
Иртәгеһенә Зубов елкәһенә ҡапҡан тағып килде. Мәктәп буйлап Серёжаға өҫтән ҡарап йөрөнө. Ныҡ йәнен көйҙөрҙө инде. Серёжаға хатта ул төкөргән һымаҡ күренде.
Шунан ни Зубов янына барҙы ла тегегә берҙе типте. Ул ағарынды, өҫтән ҡарауын туҡтатты.
– Йә, нисек? Килеп сыҡтымы? – Коля Кулаков Серёжанан һораны. – Аяғыңды имгәтмәнеңме?
– Әлегә килеп сыҡты, – тип яуапланы Серёжа борсолоп, – ә артабан нисек булырын белмәйем.
– Өмөтләнәбеҙ, – тине Коля.
– М-м-м, эйе, – Серёжа ризалашты.

Хөрмәт итеүҙән туҡтанылар

9 сентябрь, физкультура дәресендә.
Серёжа – үҙҙәренең синыфында иң хөрмәтле кеше, сөнки ул – иң көслөһө. Быны физкультура буйынса билдә – үҙгәрешһеҙ плюс «бишле» раҫланы.
Серёжанан барыһы ла кәңәш һораны. Мәҫәлән, насар билдә барлыҡҡа килгән көндәлекте ни эшләтергә? «Икеле» ҡуйған уҡытыусы менән? Компьютер алып бирмәгән ата-әсә менән? Сереберцева менән?
Серёжа һәр ваҡыт ҙур ҡәнәғәтләнеү менән бушҡа кәңәштәр бирҙе. Мәҫәлән, көндәлекте пепси-колала иретергә, ата-әсәгә үс итеп свинка менән сирләргә, Сереберцеваға гөрҫ итеп тәгәрәһен өсөн, ғәҙәттәгесә, төртөргә, ә уҡытыусының ҡулъяулығына борос һибергә, пальтоһының еңенә кактус тығырға.
Аҙаҡ малай ғәҙәтләнде һәм үҙ хәленән ҡәнәғәтләнеү алыуҙан туҡтаны. «Бушҡа кәңәштәр бирмәйем», – тип яҙҙы ул. Табличканы күкрәгенә тағып ҡуйҙы.

Ләкин Серёжаның кәңәштәренән башҡа бер кем дә бер нәмә лә эшләй алманы. Көрһөндөләр, мығырландылар, ни хәл итәһең, түләй башланылар. Аҡса бер кемдә лә юҡ ине – бутербродтар менән ҡотолдолар.
Тәмле ине улар, Серёжа ашаны, ашаны ла өс айҙан һуң шул тиклем ныҡ таҙарҙы, бейеклеккә егерме метр һикереү генә түгел, ғөмүмән, иҙәндән айырыла алманы.
Серёжаға физкультуранан «икеле» ҡуя башланылар. «Нимә һеҙ, үҙемде танымайһығыҙмы әллә?! Был мин – Серёжа бит!» – тип күпме генә ҡысҡырмаһын, барыбер насар билдә ҡуйҙылар.
Һуңынан төҙәтә алмаҫлыҡ хәл булды – Зубов Серёжаға «дирижабль» тигән исем таҡты. Уны тибеп осорорға теләгәйне лә, әммә йыуанайған аяҡтарын күтәрә алманы.
Ошо ваҡыттан алып Серёжаны хөрмәт итеүҙән туҡтанылар, әлбиттә, кәңәш һорап уға берәү ҙә мөрәжәғәт итмәне.

Стеналарҙа ниндәй яңылыҡтар бар?

10 сентябрь, оло тәнәфес һәм дәрестәрҙән һуң.
Бер ваҡыт Серёжа ангина менән ауырыны, ләкин барыбер мәктәпкә килде, стенаға «Торпедо» – чемпион» тип яҙҙы, сөнки был команда көйәрмәне ине. Яҙҙы ла хәле бөтөп йығылды.
Быны Сереберцева күреп ҡалды. Ул «Торпедо»ны юйҙы ла «Ньютон – чемпион» тип яҙҙы, сөнки отличник ҡыҙ Ньютон фанаты ине.
Яҙыуҙы химия уҡытыусыһы күр­ҙе. Ул «Ньютон»ды юйҙы ла «Менделеев» тип үҙгәртте.
Мәктәп директоры ла ситтә ҡаламы ни? Ул башын сайҡаны ла: «Беҙҙең мәктәп – чемпион. Барыбыҙ ҙа – бер ғаилә», – тип төҙәтеп ҡуйҙы.
Был яҙыуҙы йыйыштырыусы Тамара апай күрҙе. Ул барыһын да юйҙы ла нитробуяу алып ҙур хәрефтәр менән: «Нисек һеҙгә оят түгел! Ай-ай-ай! Һеҙ ни өсөн Серёжаның «Торпедо»һын юйҙы­ғыҙ? Малай мәктәпкә температура менән килде, ә һеҙ үҙегеҙ­ҙекен яҙҙығыҙ. «Торпедо» – чемпион», – тип төҙәтмәһенме?!
Тамара апай Серёжаның өләсәһе ине.
Быны Сереберцева күрҙе. Ул яҙылғандарҙы ике сәғәт буйы юйып маташты, ләкин барыбер килеп сыҡманы.

Пластик операция

11 сентябрь, биология дәресендә.
Серёжа йоҡлағанға һабыша белә. Күҙҙәрен йома, ә барыбер бөтәһен дә ишетә, хатта күрә – ярыҡтан. Был оҫталығы арҡаһында ул янындағыларҙың үҙе хаҡында ни уйлауын белде.
– Матур егет, – Чеснокова йоҡлаған Серёжаға ҡарап ҡыйыу әйтте.
– Танауы сурайып тороуы йәл, – Сереберцева көйөндө. – Ҙурыраҡ.
Серёжаға Чеснокова түгел, Сереберцева оҡшағанлыҡтан, ул пластик операция яһатырға – танауын ҡыҫҡартырға булды.
Бер көндө хирургҡа барып, барыһын да аңлатты. Ә табип:
– Һиңә ни өсөн танауыңды ҡыҫҡартырға? – тине. – Барыһы ла – сағыштырмаса: әгәр һин яңаҡтарыңды ҙурайтһаң, танауың улар фонында бәләкәй булып күренәсәк. Яңаҡтарҙы операция­һыҙ ҙа ҙурайтырға мөмкин. Ни бары күберәк макарон ашарға кәрәк.
Серёжа хирургтың һүҙен тыңланы. Бик күп итеп макарон ашай башланы. Бер айҙан, ысынлап та, уның яңаҡтары ҙурайҙы, танауы ҙур булып күренеүҙән туҡтаны.
Ә мәктәпкә килгәс, партаға ятты ла йоҡлағанға һабышты.
– Ни эшләптер Гаврилов ныҡ йыуанайған, – тине Чеснокова, – яңаҡтары мендәр кеүек.
– Һин ир-егеттәр матурлығында бер нәмә лә аңламайһың, – тине Сереберцева, – хәҙер унда барыһы ла килешле.
Был һиҙҙермәй тыңлауҙан һуң Серёжа Сереберцеваны киноға саҡырҙы.
– Ах, – тине Сереберцева, – һин минең уйҙарҙы уҡыйһың.
«Уҡымайым, ә һиҙҙермәй тыңлайым», – Серёжа үҙ алдына көлөмһөрәне.

Сәйер

12 сентябрь, урыҫ теле дәресендә.
Бер ваҡыт урыҫ теле дәресендә Серёжа Гаврилов сәйер йөкмәткеле яҙыу алды: «Гаврилов, – тиелгәйне унда, – әгәр һин партаға баҫып, көслө итеп әтәс булып ҡысҡырһаң, мин һинең көндәлегеңә «бишле» ҡуям». Һәм имза: «Елена Николаевна».
Уҡытыусыһы бик талапсан, элек бындай яҙыуҙарҙы бер кемгә лә яҙғаны юҡ ине.
«Сәйер, – тип уйланы Серёжа, – бик сәйер». Ул уҡытыусыға ҡараны, һиҙҙермәй генә йылмайҙы, күҙен ҡыҫты. Яуап итеп Елена Николаевна сырайын һытты, тештәрен шығырлатты, йоҙроҡ төйнәне.
«Сәйер, – тип уйланы Серёжа, – бик сәйер». Ул партаға менеп баҫты. Елена Николаевна күҙҙәрен ҡыҫты, Серёжаға күренеүенсә, баш ҡаҡҡан һымаҡ булды.
– Ах! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Сереберцева һәм һуштан яҙып Мячиковтың ҡосағына йығылды.
– Герой! – Чеснокова һоҡланып бышылданы ла Зубовтың ҡосағына йығылды.
– Хәҙер сырылдай, – Кулаков көлөмһөрәп бармағын сикәһе тирәһендә әйләндерҙе.
– Кики-ри-күк, – тине Серёжа әкрен генә.
– Көндәлек! – Елена Николаевна шатлығынан ҡул сапты. – Гаврилов, хәҙер үк миңә уны бир, атайыңдан башҡа мәктәпкә килмә!
– Һуң һеҙ үҙегеҙ бит? – Серёжа ғәжәпләнде.
– Атайыңды алып кил! – тип ҡысҡырҙы Елена Николаевна һәм бармағы менән ишеккә төртөп күрһәтте. – Бөгөн үк! Хәҙер үк!
«Сәйер, – тип уйланы Серёжа, – бик сәйер».
Ләкин иң сәйере шунда ине: Елена Николаевна, вәғәҙә иткәнсә, ысынлап та, Серёжаға «бишле» ҡуйҙы. Әммә «билдә янына ҡыҙыл ручка менән былай тип яҙылғайны: «Хөрмәтле Александр Петрович, ашығыс рәүештә һеҙҙе мәктәптә көтәм. Әгәр бында килә алмаһағыҙ, мин үҙегеҙҙе иртәгә киске етенән ун икегә тиклем «Динамо» метроһы» станцияһында зал уртаһында көтәм. Е. Н.». «Ашығыс» һүҙе бер нисә тапҡыр уратып алынған һәм аҫтына ике һыҙыҡ һыҙылғайны.
– Сәйер бер нәмә лә юҡ, – тине дәрестәрҙән һуң аҡыл эйәһе Зубов, – Гаврилов, иҫеңә төшөр, үткәнендә атайың килеүгә Елена Николаевна үҙенә яңы причёска яһатҡайны, яһалма керпектәр йәбештергәйне.
– Барыһы ла бик аңлашыла, – һушына килгән Чеснокова ауыр һулап Зубовҡа мөләйем ҡараны.
– Был шундай романтикалы, – Сереберцева ауыр һулап Мячиковҡа мөләйем ҡараны.
– Моғайын, – Серёжа ризалашты, күңелендә сиреккә, бәлки, хатта уҡыу йылына ла «бишле»гә әҙ-мәҙ генә өмөт барлыҡҡа килде.

Барыһына ла ярап булмай

13 сентябрь, дәрестәр башланырға өс минут ҡалғас.
Бер ваҡыт Серёжа бер юлы ике уҡытыусыға – урыҫ теле һәм йыр уҡытыусыһына ярарға булды.
8 сәғәт 27 минутта мәктәп тәҙрәләре аҫтында гитарала 43-сө күнегеүҙе йырланы. Шунан Серёжа 44, 45, 46-сы күнегеүҙәрҙе, изложениены, диктантты һәм, ниһайәт, «Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында нәфис әҙәбиәттә «икеле» тоҡсайының образы» тигән темаға иншаны йыр итеп башҡарҙы. Уҡытыусылар тәҙрәнән ҡараны, ҡәнәғәт ҡалдылар, шикелле.
Үҙенә ҡысҡырмауҙарынан рухланған Серёжа инглиз алфа­витын йырланы. Шунан инде 18-се параграфты – «Боронғо Римда ҡол биләүселек ҡоролошо»н, «Урта һыҙатта хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы»н, Менделеев таблицаһын, ҡабатлауҙы, күҙәнәк төҙөлөшөн…
Барыһын да йырлап бөткәс, ҡәнәғәт ҡалған уҡытыусылар уға «бишле» ҡуйҙы. Физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусылары ғына «икеле» сәпәне.
«Барыһына ла ярап булмай», – тип уйланы Серёжа.

Ғәҙәттә, Серёжа күсерә

14 сентябрь (йәкшәмбе), өйҙә, төндә.
Ғәҙәттә, Серёжа өйгә эштәрҙе Сереберцеванан күсерә, быға тыныс ҡарай: «Булһа ни? Сафсата. Ул мине ярата ла баһа». Ләкин ҡайһы берҙә насар уйҙар: «Сереберцева мине яратмай башлаһа?» – уға йоҡларға ирек бирмәне.
Шунан малай төндә карауатынан һикереп тороп, яҙыу өҫтәле артына ултырҙы, математиканан мәсьәлә сисергә йәки шиғыр ятларға теләне. Ләкин бер нәмә лә килеп сыҡманы.
Шунан Серёжа тулҡынлана башланы, Сереберцеваға шылтыратты.
– Алло, – тине ҡыҙҙың атаһы ҡарлыҡҡан тауыш менән.
– Ленаны мөмкинме? – тип һораны Серёжа.
– Нимә?! Тағы ламы?! Төнгө сәғәт дүрттә?! – тип ҡысҡырҙы Сереберцеваның атаһы. – Мин һиңә Ленаны күрһәтермен әле! Тәртипһеҙ! – Һәм трубканы ташланы.
Бындай һөйләшеүҙәрҙән һуң Серёжаға тағы ла ҡыйыныраҡ булды. Бәхетенә күрә, насар уйҙар башына көн дә килмәне, тик йәкшәмбе һәм кесаҙнала ғына.

Физика уҡытыусыһының «бишле» ҡуйырға теләгәне

15 сентябрь, физика дәресендә.
– Ҡара әле, Серёжа, – тине нисектер физика уҡытыусыһы, – мин йыртҡыс түгел. Әгәр һин физиканан нимәлер белһәң – әйт, «бишле» ҡуям.
– Ни әйтергә һуң? – тип һораны Серёжа.
– Бына, мәҫәлән, бөтә есемдәргә лә тартыу көсө тәьҫир итеүен. Әйт. Йә… ҡабатла. Бөтә есемдәргә лә…
– Булдыра алмайым, – тип мығырланы Серёжа. – Үҙем ышанмаған нәмәне ҡабатлай алмайым.
– Нисек инде? – Физика уҡытыусыһы ғәжәпләнде. – Йә, яҡшы, ышанмаһаң – кәрәкмәй. – Ул йылмайҙы. – Һин ҡабатла ғына, ә мин һиңә шунда уҡ журналға «бишле», ә? Өйөңә ҡайтармайым, ә? Йөҙ тәңкә бирәм, ә?
– Булдыра алмайым, – тине Серёжа ҡәтғи итеп, – ышанмайым.
– Ә һин нимәгә ышанаһың һуң? – тип ҡысҡырҙы уҡытыусы.
– Шүрәлеләргә, Мәскәй әбейгә, Үлемһеҙ Кощейға, Эрэкэ-Дьэрэкэға, осоусы парталарға, – тине тыныс ҡына Серёжа.
Шунан уның партаһы иҙәндән күтәрелеп ишеккә табан осто.
– Ултыр, Гаврилов, – тине физика уҡытыусыһы, – «икеле!»
Серёжа партаны тотто ла ултырҙы.

Уҡытыусылар бер-береһен күрә алмай

16 сентябрь, урыҫ теле дәресендә.
Уҡытыусыларҙың бер-береһен күрә алмауы бөтәһенә лә билдәле – улар бер-береһен яратабыҙ тигән булып ҡылана ғына, сөнки барыһы ла үҙенең предметын иң мөһиме тип иҫәпләй. Урыҫ теле уҡытыусыһы ла шулай һанай. Бына әле «Иң-иң мөһим предмет» тигән темаға инша яҙырғ­а ҡушты ла инде. Бер генә һөйләм яҙыу ҙа етә: «Иң мөһим предмет – ул урыҫ теле», хатта хаталар менән дә «бишле» ала­һың. Серёжанан тыш, бөтәһе лә шулай итте лә, сөнки ул, ғөмүмән, нимә хаҡында һүҙ барыуын аңламаны. Предмет – ниндәйҙер ҡаты нәмә, тип уйланы һәм зажигалка тураһында яҙҙы.
– «Иң мөһим предмет, – тип ҡысҡырып уҡыны Серёжаның иншаһын уҡытыусы, – зажигалка. Унһыҙ тәмәке тартып булмай». Иҫең киткән икән, – ул уҡыуҙан туҡтаны, – тартып булмай. Үтеп барыусы берәйһенән ут һора, бына шул.
– Сүлдә булһаң? – тип тыныс ҡына ҡаршы төштө Серёжа.
– Унда ҡомдан да тоҡандырыр­ға була, – тип яуап бирҙе тыныс ҡына уҡытыусы. – Сүлдә ҡом эҫе.
– Яҡшы, – Серёжа тыныс ҡына ризалашты, – тундрала, минус иллелә?
– Унда булмай, – тип ризалашты урыҫ теле уҡытыусыһы.
– Улайһа, ни өсөн «икеле»? – тип һораны Серёжа.
– Сөнки беҙ тундрала түгел, – тыныс ҡына ауыр һуланы урыҫ теле уҡытыусыһы. – Тундра­ла түгел, – көтмәгәндә ул ҡысҡы­рып ебәрҙе, – иң мөһим предмет – бөйөк һәм ҡеүәтле урыҫ теле ул!

Педсовет

17 сентябрь, педсоветта.
Бер ваҡыт уҡытыусылар атаҡлы «икеле» тоҡсайы, өс тапҡыр IV «Б» синыфы уҡыусыһы Гаврилов Серёжаны педсоветта «Ни өсөн балалар уҡырға теләмәй һәм дәрестәрен әҙерләмәй?» тигән темаға доклад менән сығыш яһарға ҡушты.
– Күк йөҙө аҫтында эшләмәүҙең файҙаһы менән сағыштырырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Сөнки Даоның законы ошонда, – тип башланы Серёжа. – Белемлелек бөтөрөлгәс, ҡайғы ла булмаясаҡ.
– Ә физика?!– тип ҡысҡырҙы урындан физика уҡытыусыһы. –Унан башҡа һин, Гаврилов, хатта Ерҙең түңәрәк икәнен дә белмәҫ инең!
– Ул нисек улай булһын? – Серёжа ғәжәпләнде.
– Нисекме! – география уҡытыусыһы түҙмәне, сумкаһынан үҙ-үҙеңде һаҡлау сараһы булараҡ һәр ваҡыт йөрөткән суйын глобус сығарҙы. – Бына глобус шикелле!
– Яҡшы, – Серёжа көлөмһөрәне һәм бармағы менән океанға төртөп күрһәтте, – улайһа, ни өсөн һыу түгелмәй?
– Ер уны магнит кеүек тарта! – тулҡынланыуҙан ҡыҙарынған физика уҡытыусыһы тағы ла һикереп торҙо.
– Магнит һыуҙы тартмай, – ти­не Серёжа һәм талсығып күҙ­ҙәрен йомдо. – Мин быны балалар баҡсаһында уҡ белә инем инде.

– Улайһа, һеҙҙеңсә, Сергей Сергеевич, – мәктәп директоры Серёжаға мөләйем мөрәжәғәт итте, – ғалимдар яңылышҡан, бөтә ҡорбандар ҙа юҡҡа булғанмы?
– Эррарэ хуманум эст – яңылышыу – кешенең үҙенсәлеге. Цицерон, – тине Серёжа һәм ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. – Мин һеҙҙе аңламайым, ышанығыҙ, бик йәл.
– Нисек-нисек? – тип ҡабатлап һораны тарих уҡытыусыһы. – Тағы ла ҡабатлағыҙ әле, мин яҙып өлгөрмәнем. Эррарэ хаманум кем ул?
– Эст, – тине Серёжа.

Дәрестә һөйләште


18 сентябрь, өйҙә.

Бер ваҡыт Серёжа разведчиктар тураһындағы китаптан дошмандың иғтибарын ситкә йүнәлтергә өйрәнеү кәрәклеге ха­ҡында уҡыны.
Әсәй менән атай, әлбиттә, һәйбәттәр, дошман уҡ түгелдәр. Әм­мә мотлаҡ уларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтеүгә өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, «ДӘРЕСТӘ ҺӨЙЛӘШТЕ!» тип яҙылған көндәлектән.
Серёжа мәктәптән ҡайтты. Әсәһе көндәлек тураһында һорарға өлгөргәнсе иҙән йыуырға тотондо. Уның иғтибарын шул тиклем ныҡ ситкә йүнәлтте, малай хатта үҙенең аяғын семтеп ҡараны, сөнки, йоҡлайым икән, тип уйланы.
Шунан Серёжа һауыт-һабаны йыуҙы, түшәмде аҡларға менде, ата-әсәһе көндәлекте бөтөнләй иҫтәренән сығарҙы. Улар хатта бөгөн ниндәй көн икәнен, үҙҙәренең исемдәрен онотто.
Ә Серёжа бер айҙа фатирҙа һәм подъезда ремонт яһаны, тәҙрәләр аҫтына егерме ике шыршы ултыртты... Сөнки ул дәрестәрҙә көн дә һөйләшә ине – йә бере­һендә, йә икенсеһендә.
Шунан уҡытыусылар ремонт тураһында белеп ҡалды ла үтенә башланы: кемгәлер аш-һыу бүлмәһен рәтләргә, кемгәлер дачала ҡыйыҡ буярға кәрәк... Бының өсөн уҡытыусылар ҡабат «дәрестә һөйләште» тип яҙмаҫҡа һүҙ бирҙе. Дөрөҫ, Серёжа хәҙер һөйләшмәне, ә йоҡланы, бик ныҡ арыны – эшләп.

Директор Серёжаны нисек ҡотҡарҙы?


19 сентябрь, химия дәресе ваҡытында.

Бер ваҡыт Серёжа бүлмәнән сығырға һораны. Коридорҙа тирә-яҡҡа ҡаранып уйланды: «Нисек һәйбәт! Һиллек! Тәнәфестәге кеүек түгел инде!» Уның яңынан синыфҡа ингеһе килмәне, дәрес бөткәнсе коридорҙа ҡалырға булды. Батарея аҫтына ятты ла, күҙҙәрен йомоп, үҙен пляжда икән тип күҙ алдына килтерҙе.
«Их, йышыраҡ сығырға кәрәк», – тип уйланы Серёжа һәм икенсе яҡ ҡабырғаһына әйләнде.
Ә был ваҡытта коридор буйлап мәктәп директоры үтеп бара ине. Көтмәгәндә ул бер уҡыусының күҙҙәрен йомоп иҙәндә ятыуын, саҡ-саҡ тын алыуын күреп ҡалды. Директор үҙенең мәктәбендә малай менән нимәлер булған, тип ҡурҡты, йүгереп килде лә Серёжаның сикәһенә һуғырға, уны нишатыр спирты менән ҡойондорорға тотондо.
Көтөлмәгәнлектән малай ҡыс­ҡырып ебәрҙе лә һикереп тороп йүгерҙе. Ә директор яһалма һулыш алдырыу өсөн Серёжаның артынан тороп сапты. Улар хәлдән тайғансы мәктәп буйлап ярты сәғәт йүгерҙе.
Әммә Серёжа шунан һуң баш­ҡа бер ваҡытта ла дәрес ваҡытында синыфтан сыҡманы.

Ябыҡҡың киләме?


20 сентябрь, дәрестәрҙән һуң.

Серёжа бик ябыҡ, ата-әсәһе уға шаяртып, «Ябығырға теләһәң, минән һора» тип яҙылған ҙур түңәрәк значок бүләк итте. Улдары ҡыҙыҡ күреп, уны пинжәгенең ҡайтармаһына беркетте лә мәктәпкә китте.
Беренсе булып янына йыр уҡытыусыһы килде:
– Нисек? – тип һораны ул тул­ҡынланып.
Был көтөлмәгәнлек булды.
– Дәрестәрҙән һуң аңлатырмын, – тине Серёжа, аҙаҡ һиҙ­ҙермәй генә тайырға иҫәп тотоп.
Шунан геометрия, химия, физкультура һәм биология уҡытыу­сылары килде.
– Барыһы ла дәрестәрҙән һуң, – Серёжа ҡулын һелтәне. – Әле ваҡытым юҡ.
Дәрестәр бөткәс, уҡытыусылар мәктәпте уратып алды ла көтә башланы.
Ярты сәғәттән Серёжа акттар залы тәҙрәһенән сыҡты. Ул ҡатын-ҡыҙҙар күлдәгендә ине (Керенский кеүек), ләкин уҡытыусылар үҙен шунда уҡ таныны.
– Нисек инде былай?! – тип һоранылар Серёжаның паригынан эләктереп.
– Мин Серёжа түге-е-ел! – тип ҡысҡырҙы ул.
– Һөйлә, әтеү беҙ ауырттырабыҙ, – уҡытыусылар ҡурҡытырға кереште.
Ләкин һуңынан уның, ысынлап та, Серёжа түгел, ә IV «Г» синыфынан Кошелева икәне асыҡланды.
– Ниңә тәҙрәнән сыҡтың? – тип һораны уҡытыусылар.
– Мин төрмәнән ҡасыуҙы уйнаным, – Кошелева танауын мыш­ҡылдатты.
– Ә Серёжаны күрмәнеңме? – тип һораны уҡытыусылар.
– Юҡ, – тип яуапланы ҡыҙ.
Кошелева Серёжаны күрҙе-күреүен, әммә һатманы, сөнки ошо мәлдән ул разведчик булып уйнарға тотонғайны.

Серёжаның велосипеды нисек һеперткегә әйләнде?


21 сентябрь (йәкшәмбе), ишек алдында.

Серёжа рулде тотмай ҙа йөрөй белә. Ул хатта эйәрҙә йоҡлай ҙа ала, ә велосипед малайҙы үҙе өйгә алып ҡайта. Сөнки сәпите Серёжаның саҡ ҡына арыған ысын хужа икәнен тоя.
Бер ваҡыт ул юлдан китеп бар­ғанда бәләкәй әбекәйгә бәрелде.
– Һаумы, улым? – тине инәй яғымлы тауыш менән. – Ниңә күҙен алған күгәүендәй кешеләр өҫтөнә менәһең?! Әллә күптән елкәңә тондорғандары юҡмы?
– Һаумыһығыҙ, инәй, – Серёжа әҙәпле яуапланы. – Үҙең тәгәрмәс аҫтына керәһең бит! Йәшәүҙән туйҙыңмы әллә?!
– Ә мин – тылсымсы, – әбекәй хәйләкәр йылмайып, «Әрмән коньягы» тип яҙылған яҫы шешәнән уртланы, – һинең велосипедыңды һеперткегә әйләндерә алам.
– Кәрәкмәй! – Серёжа тулҡынланды. – Мин бит юрый түгел. Ә оло инәйҙәрҙе ныҡ яратам. Мин уларға кефир һатып алып бирәм.
– Кефир? – тылсымсы ғәжәпләнде, шешәһенән тағы ла ике мәртәбә уртланы. – Йә, ярай, минең бер теләгемде үтә лә һин ирекле, каникулдағы кеүек.
– Каникул?! – Серёжа ҡысҡырып ебәрҙе. – Хәҙерме?! Яңы уҡыу йылы башланып ҡына тор­ғанда был мөмкинме ни?
– Изге фәрештәләргә барыһы ла мөмкин, – тине әбекәй һәм бушап ҡалған шешәһенең муйынына аңлашылмаған һүҙҙәр шыбырланы. Һауытына тағы ла матур гәрәбә шыйыҡса тулды. – Бына күрҙеңме?
– Бик шәп, – Серёжа ризалашты. – Ә теләк ниндәй?
– Юҡ-бар шунда, – әбекәй ҡулын һелтәне, тигеҙлеген юғалтып саҡ ҡоламаны. – Һәйбәт малай бул. Ни-и-и... ата-әсәңде тыңла, лифт төймәләрен яндырма, магазинға йөрө, хауыт-һаба йыу, дөрөҫөрәге, һауыт-һаба, аҡылдан шашҡандай йөрөмә һәм баш­ҡалар.
– Оһо! – Серёжа ҡурҡты. – Минән барыһы ла көләсәк. Ә был һеҙгә ниңә?
– Миңә?! – фәрештә ғәжәпләнде. – Нисек ниңә? Мин бит изге фәрештә, ни... ни тейешмен... насар малайҙарҙы яҡшы малайҙар итеп тәрбиәләргә тейешмен. Эшем шундай.
– Юҡ, – тине Серёжа ҡәтғи итеп, – бер ваҡытта ла! Үҙ абруйымды юғалтҡансы, лутсы велосипедымды юғалтам.
– Мәйелең, – тылсымсы ауыр һуланы. – Ғәфү ит.
Бына шулай Серёжаның велосипеды һеперткегә әйләнде, унда изге фәрештә осоп китте.

Дөгө орлоғондағы шпаргалка


22 сентябрь, биология дәресендә.

Серёжа Гаврилов оҫта ҡуллы. Ул дөгө орлоғона шпаргалка яҙа белә, биологиянан контроль эш башҡарғанда микроскопҡа ҡарап уны асыҡтан-асыҡ файҙаланды. Яңы тәжрибәһеҙ уҡытыусы Серёжа микробтарға ҡарай, тип уйланы (биологияла микробтарға ҡарарға мөмкин), ә Серёжа шпаргалкаға төбәлде.
«Бер ни ҙә аңламайым! – уҡытыусы Серёжаның эшен тикшергәндә ғәжәпләнде. – Миңә Гаврилов – «икеле» тоҡсайы, тинеләр... Ул бындай һәйбәт контроль эште нисек яҙа алды икән? Етмәһә, бер генә грамматик хатаһы ла юҡ!»
Ул урыҫ теле уҡытыусыһына шылтыратып һораны:
– Елена Николаевна, Гавриловтың урыҫ теленән билдәһе ниндәй?
– Плюс «икеле», – тип яуапланы Елена Николаевна, – ул һәр ваҡыт «о» урынына «а» яҙа. Мин хәҙер хатта уға плюс ҡуям – принциптарына тоғро булған өсөн.
– Сәйер, – тине тәжрибәһеҙ Ольга Александровна, – бик сәйер.
– Бер ҙә улай түгел, – тине Елена Николаевна, – уның бөтә предметтарҙан да «икеле», хеҙмәттән тыш. Хеҙмәттән «һигеҙле».
– Нисек «һигеҙле»?! – Ольга Александровна хайран ҡалды.
– Бына шулай. Гаврилов дағалаған инфузория-туфельканы күргәс, министрлыҡта, ташлама яһап, рөхсәт иттеләр.
– Тереләй тунаусы! – тип ҡыс­ҡырҙы биология уҡытыусыһы.
Ул матур атамалы йәнлектәрҙе бик ярата ине.
– Алтын ҡуллы! – тине урыҫ теле уҡытыусыһы.

Бер хәреф


23 сентябрь, ауырығанда.

Бер ваҡыт Серёжа Гаврилов мәктәп ҡоймаһында «Гаврилов, мин һине яратам. ТАНЯ» тигән яҙыу уҡыны.
«Ҡайһыныһы икән?» – Серёжа уйға батты.
V «Б»синыфында ғына ла улар дүртәү. Иртәгеһен Серёжа мәктәпкә килгәс, бөтә Таняларҙы ла һанап сыҡты. Утыҙ ике ине улар.
Серёжа сиратлап һәр береһе янына барҙы, бер үк һорауҙы туранан-тура бирҙе: «Ғәфү ит, осраҡлы ғына миңә ғашиҡ булыусы һин түгелме?»
Бөтә утыҙ ике Таня ла (шул иҫәптән завуч Татьяна Васильевна): «Һин нисек йөрьәт итә­һең!» – тип яуаплағас, Серёжа хатта ауырыны.
Унда тымау башланды, температураһы күтәрелде. Малайҙың уң яңағы тартышырға тотондо. Серёжа әсәһе менән атаһын таныуҙан туҡтаны. Телевизорҙан бокс күрһәткәндә ҡысҡырып көлдө.
Шуға күрә иртәгеһен ата-әсәһе Серёжаны мәктәпкә ебәрмәне.
Кисен Аня Кошелева шылтыратты.
– Һаумы, Серёжа, – тине ҡыҙ. – Ни өсөн бөгөн килмәнең? Һин­һеҙ мәктәптә уҡыу – минең өсөн мәғәнәһен юғалтыу.
– Ауырыным, – тип яуапланы Серёжа. – Сөнки үҙемә ҡайһы Таняның ғашиҡ булғанын белмәйем.
– Мин бит ул, – тине Аня. – Кемдер «Т» хәрефен өҫтәп яҙған.
– Эш бына ниҙә икән! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Серёжа. – Улай­һа, мин хәҙер сығам.
– Әйҙә, – тине Аня. – ЗАГС янында йөрөрбөҙ.

Төшмө йәки төш түгелме?


24 сентябрь, химияла.

Бер ваҡыт химия дәресендә Серёжа йоҡланы. Үҙе, дәрестә ултырам, таҡтаға саҡыралар икән, тип төш күрҙе. Шул тиклем һәйбәт белә, уҡытыусы уға плюс «бишле» ҡуя һәм әйтә: «Н2О менән көрән нитробуяуҙы 1000 гра­дус­ҡа тиклем ҡайнатһаң, пепси-кола килеп сыҡҡанын мин үҙем дә белмәй инем әле».
Серёжа уянғас, уйланы: «Бәлки, был төш түгелдер?»
Ул, һәр хәлдә, Вера Петровна янына барҙы ла көндәлеген һуҙҙы:
– Вера Петровна, ә плюс «бишле»? Мин юҡҡа ғына яуап бир­ҙемме ни?
– Шулай бит әле, – тине Вера Петровна, ғәйепле йылмайып, Серёжаға плюс «бишле» ҡуйҙы.
Һуңғы осорҙа химия уҡытыу­сыһы Вера Петровна менән сәйер нәмәләр булды. Осраҡлы ғына шешәләрҙе бутағандан һуң, «Нарзан» минераль һыуы урынына С2Н6О эскәс, башында барыһы ла буталды.
Бына бөгөн дә янына Серёжа Гаврилов килеп, көндәлегенә плюс «бишле» ҡуйыуын үтенде.
«Сәйер, – тип уйланы Вера Петровна «бишле» ҡуйғанда, – һуң ул Гаврилов – «икеле» тоҡсайы, әллә мин уны Сереберцева менән бутайыммы?»

Телевизорҙан күрһәттеләр


25 сентябрь, трамвайҙа.

Бер ваҡыт Серёжа шуға иғтибар итте: трамвайҙарҙа, автобустарҙа һәм троллейбустарҙа әбейҙәрҙең, бабайҙарҙың билеттарын тикшермәйҙәр. «Әһә, – тип уйланы малай, – аҡса йыйыуҙың бына тигән ысулы». Әсәһе сираттағы юл йөрөү билеты өсөн аҡса биргәс, уның урынына һаҡал һәм мыйыҡ алды.
Мәктәпкә барыр алдынан Серёжа бабайға әйләнгәс, трамвайға ултырҙы, юл хаҡын түләмәне.
Тағы ла шуныһы һәйбәт: уға һәр ваҡыт урын бирҙеләр. Ә бер ваҡыт IV «А»нан Коля Фролов Серёжаны юл аша сығарҙы. Дөрөҫ, ҡыҙыл утҡа.
Ул шулай тотош ике аҙна йөрөнө, сираттағы ике йөҙ һумға нимә алырға икән, тип уйларға тотондо. Ләкин...
Ләкин... Трамвай ҡапыл туҡтаны, бер ҡыҙыҡай Серёжаның һаҡалына йәбеште, ә ул ҡупты, барыһы ла бабай түгеллеген күр­ҙе.
Был хәлде телевизорҙан күр­һәттеләр. Ә контролёрҙар бынан һуң бөтә бабайҙарҙың да һаҡалын тартып ҡарарға кереште: ысынмы йәки түгелме?
Айына 846-шар ялған бабайҙы тоттолар.

Шифровкалаусы


26 сентябрь, урыҫ теле дәресендә.

Серёжа уйлап табырға ярата. Ул тағы ла шифровкалаусы булып эшләргә теләне. Көтмәгәндә ручка тотоуҙың яңы ысулын уйлап сығарҙы.
Урыҫ теле уҡытыусыһы, ручканы сығанаҡ бармаҡ менән сыңғарсай бармаҡ араһында тоторға ярамай, былай яҙып булмай, тине. Ләкин Серёжала килеп сыҡты.
– Һин яҙғандарҙы уҡып булмай, – тине уҡытыусы.
– Шулай кәрәк, – тине Серёжа, – был – шифрлы яҙыу.
– Был – урыҫ теленән диктант, – тине уҡытыусы.
– Мин уны шифрланым, – тине Серёжа.
Улар тотош ун йыл буйы, малай мәктәпте тамамлағансы, бәхәсләште.
Ә шунан Серёжа институт тамамлап, Оборона министрлығында шифровкалаусы булып эшләй башлағас, ул парад формаһын кейҙе лә үҙенең ҡарт уҡытыусыһынан барып һораны:
– Беҙҙең ҡайһыбыҙ хаҡлы булып сыҡты?
– Барыбер ручканы улай тотор­ға ярамай, – тине ныҡыш уҡытыусы.

Серёжа Гавриловтың ике йөҙлө тормошо


26-һынан 27 сентябрь төнөндә, төштә.

Төндә Серёжа тыштан йоҡланы, ә эстән – төшөндә – теләгәндәрен эшләне: йүгерҙе, осто, һыу аҫтында йөҙҙө. 007-се агент тураһындағы фильм, малайҙың төштәге тормошо менән сағыштырғанда, «Тыныс йоҡо, кескәй­ҙәр!» тапшырыуы ине.
Көндөҙ Серёжа тыштан һәр ваҡыт асыҡ күҙҙәр менән ултыр­ҙы: аш өҫтәле артында, парта өҫтәле артында, яҙыу өҫтәле артында... Ә эстән йоҡоһон туйҙыр­ҙы – төндә юғалтҡан көсөн ҡайтарырға кәрәк ине.
Бер ваҡыт төшөндә янған өй­ҙән Света Селезнёваны алып сыҡҡас, Серёжа ни өсөндөр уны Макдоналдсҡа саҡырҙы. Ошо урында будильник шылтыраны.
Төнгө ваҡиға малайҙы ныҡ тул­ҡынландырҙы. Ул мәктәпкә ғә­ҙәттәгенән ун минут алдан бар­ҙы. Светаны бик күргеһе килде.
– Селезнёва! Селезнёва!
– Нимә? – Света оялып ҡыҙар­ҙы. – Нимә?
– Бер нәмә лә юҡ, – тине Серёжа ишетелер-ишетелмәҫ.
Ул Светаға тағы ла бер мәртәбә иғтибар менән ҡарағас, ысын тормош (төштәге), Бразилияның йыйылма командаһы, алтынсы «А»ның командаһы һымаҡ, меҫкен көндөҙгө ишаратҡа оҡшауын аңланы.
– Һин миңә ниҙер әйтергә теләнеңме? – Селезнёва оялып иҫкә төшөрҙө.
– Ә, – тине Серёжа һәм иҫнәп ҡуйҙы. – Эштәр барамы? Һәйбәт­ме?

Һынауҙы үтә алманы


28 сентябрь (йәкшәмбе), дачала.

Бер ваҡыт Серёжа үҙен ысын спартан тип иҫәпләй аламы икәнен асыҡларға булды. (Спартандар, билдәле булыуынса, теләһә ҡайһы ауыртыуҙы тыныс үткәрә). Малай ҡыҫҡа еңле футболка, шорты кейҙе лә кис көнө һаҙлыҡ­ҡа китте.
Серёжа түңгәктә баҫып тора, үҙен серәкәйҙәр тешләй, ә ул түҙә, хатта йылмая.
Бындай һәйбәт шарттарға күнекмәгән күп бөжәктәр убырлыҡ­тан һәм ғәжәпләнеүҙән үлде.
Күпме теләйһең, шул ҡәҙәр ашап була торған малайҙың һаҙлыҡта тороуы хаҡындағы хәбәр ун минут эсендә урманға таралды. Барыһы ла Серёжа янына йүгерҙе, хатта ташбаҡа ла шыуышты.
Сират барлыҡҡа килде.
Беренсе булып айыу күренде. Ул яңаҡҡа ултырып тешләргә теләгәйне генә, Серёжаның нервылары биреште, айыуға ҡул менән һуҡты.
Сират тарҡалды, ә малай ауыр һулап ҡайтырға юлланды.
– Йә, нисек, һынауға түҙҙеңме? – тип һораны әсәһе.
– Юҡ, – тип моңһоу яуапланы Серёжа. – Мин спартан булырға әҙер түгелмен икән әле. Уның ҡарауы, мин һиңә айыу тиреһе алып ҡайттым.
Серёжа яңағындағы тирене айырып алды ла әсәһенә бирҙе.

344835*84315525 = 29074944063375


Юғары математика дәреслегенән
29 сентябрь, комиссия алдынан.

Серёжа күңелдән 344835-те 84315525-кә ҡабатлай ала.
Мәктәпкә комиссия килеп, яуап­ты ике көн буйы тикшерҙе. Уныһы дөрөҫ булып сыҡты. Комиссия ағзалары Серёжаның бик һәләтле һәм өмөтлө малай булыуы менән ризалашты.
Ләкин бер ваҡыт малай Исаак Ньютон кеүек алмағас аҫтында ултырғанда башына алма төштө, ә һуңынан – сыйырсыҡ ояһы.
Бынан һуң Серёжаның башында нәмәлер урынынан ҡуҙғалды, ул бөтә ҡабатлау таблица­һын онотто. Унан: «Ике икең нисә бу­ла?» – тип һорайҙар. Ә ул ба­ҫып тора, бер ни аңламай. Уға әй­теп ебәрәләр: «Дүрт, дүрт». Ә ул ба­ҫып тора, бер нәмә лә аңламай.
Ә һуңынан әйтә: «Ете!»

Герой


30 сентябрь, кис, кинонан һуң.

Серёжа үҙен герой тип иҫәпләне.
– Беренсенән, – тине лә ул үҙенә һәм уң ҡулындағы һуҡ, урта һәм сығанаҡ бармаҡтарын бөктө, – мин Селёзневаның ғүмерен ҡотҡарҙым.
– Һин нисек Селёзневаның ғүмерен ҡотҡарҙың? – тип һораны Серёжа үҙенән Тарлычёв тауышы менән көлөмһөрәп. – Быны иҫбат итергә кәрәк әле.
– Бик еңел, – тип яуапланы Серёжа үҙ тауышы менән. – Селезнёва Төньяҡ Боҙ океанына батты, ә мин уны сәсенән тартып сығарҙым.
– Әлбиттә, ул аңын юғалтты, бер нәмә лә хәтерләмәй, – Тарлычёвтың тауышы көлөмһө­рә­не.
– Хәтерләйем. Бөтә ваҡлыҡтарына тиклем иҫләйем, – Селезнёва тауышы менән ҡаршы төштө Серёжа.
– Ишеттеңме? – тине Серёжа үҙ тауышы менән.
– Улайһа, ҡотлайым, – тине мыҫҡыллап Тарлычёв тауышы менән Серёжа. – Кейәү менән кәләш.
– Иҫәр! – тине Селезнёва тауышы менән Серёжа.
– Һин үҙең иҫәр! – тине Тарлы­чёв тауышы менән Серёжа.

Мәктәп дуҫтары (Көндәлек, октябрь)


Хөрмәтле Людмила Петровна!
1 октябрь, химияла.

Зубов яңы химия уҡытыусыһы янына ике тапҡыр килеп, ике мәртәбә мөһим хәбәр әйтте:
– Людмила Петровна, минең әсәйем – стоматолог.
Ул әллә ишетмәне, әллә ишетмәмешкә һалышты.
«Бәлки, ишетмәйҙер», – тип уйланы Зубов. Ул Людмила Петровна янына өсөнсө тапҡыр килеп, бар көсөнә уның ҡолағына ҡысҡырҙы:
– Людмила Петровна, минең әсәйем – сто-ма-то-лог!
– Ә?! – тип һораны Людмила Петровна һәм ҡолағына усын ҡуй­ҙы.
– Малайҙар, – Зубов синыфҡа мөрәжәғәт итте, – һеҙҙең ҡай­һығыҙҙың әсәһе – ҡолаҡ-тамаҡ-танау?
– Минеке, – Мячиков ҡулын күтәрҙе.
– Улайһа, Мячик, был һинең өлөш буйынса, – тине Зубов. – Тик барыһы өсөн дә һора.
Зубов таҡта янына барҙы ла эре хәрефтәр менән яҙҙы:
Хөрмәтле Людмила Петровна, минең әсәйем – ҡолаҡ-тамаҡ-танау. Әгәр һеҙ миңә, Зубовҡа, Кулаковҡа, Чесноковаға, Гавриловҡа, Сереберцеваға «бишле» ҡуйһағыҙ, мин әсәйем менән Һеҙҙең ҡолағығыҙ хаҡында һөйләшәм!
Мячиков яҙып бөткәс, иғтибар менән Людмила Петровнаға ҡараны.
– Малайҙар, – ул йәнә синыфҡа мөрәжәғәт итте, – һеҙҙең ҡай­һығыҙҙың әсәһе – окулист?

Ысынмы ни?


2 октябрь, тағы физикала.

Коля ҡайһы берҙә үҙенең дәрестә ултырыуын онота. Уға театр­ҙа һымаҡ: Вера Петровна – уҡытыусы ролен уйнаусы актриса, ә Тугунов – «икеле» тоҡсайын уйнаусы актёр.
– Афарин! – тип аҡырҙы Коля һәм ҡул сапты. – Афарин!
Быға ҡаршы Вера Петровна: «Күҙемдән юғал!» – тип ҡысҡыр­ҙы.
– Брависсимо!* – Коля тағы ла нығыраҡ һоҡланды. – Ысынмы ни?!
Тик Калмыкованың елкәһенә ҡундырыуы ғына Коляны синыф­ҡа ҡайтарҙы.
Бер ваҡыт ул Калмыкова менән бергә театрға барҙы. Беренсе шаршауҙан һуң: «Афарин!» – тип ҡысҡырҙы, ә Калмыкова, ғәҙәттәгесә, елкәһенә ҡундырҙы. «Дәрестәмендер, күрәһең», – тип уйланы Коля.
Икенсе шаршауҙа актриса: «Мин иртәгә Парижға китәм», – тигәс, Коля уйланы: «Һәйбәт, тимәк, иртәгә дәрес булмаясаҡ».

Миҙал


3 октябрь, дәрестәр алдынан.

Бер ваҡыт Коля урамда «Уҡытыусыны ҡотҡарған өсөн» тигән миҙал тапты. Уны пинжәгенә таҡты ла мәктәпкә килде.
– Миҙалыңды күрһәт, миҙалыңды күрһәт, – малайҙар үтенергә тотондо.
Ләкин унда «Уҡытыусыны ҡот­ҡарған өсөн» тип яҙылғанды күргәс, уларҙың асыуы ҡабарҙы. Колянан алыҫҡараҡ киттеләр, баш­ҡаса уның менән һөйләшмәнеләр.
– Малайҙар, – Коля ҡаушаны. – Мин ҡотҡарманым. Миҙалды урамда таптым.
– Улайһа, ниңә таҡтың? – малайҙар ҡәтғи һораны.
– Ни, геройҙыҡы һымаҡ, тип уйланым, – Коля аҡлана башланы.
– Уйланым, уйланым, – малай­ҙар ауыр һуланы. – Хәҙер бына вампир битлеген кей ҙә Вера Петровнаны ҡурҡыт. Сырылдарлыҡ итеп, әтеү беҙ һиңә ышанмаясаҡбыҙ.
– Ҡурҡытасаҡмын, – Коля резина битлек кейә-кейә өтәләнде. – Ул һуштан яҙып ҡолая­саҡ. Бына күрерһегеҙ.
– Йә-йә, – тине малайҙар, – маҡтанырға барыһы ла булдыра, ҡарарбыҙ.

Тарих


4 октябрь, дәрестә.

Коля тарих дәресендә ултыр­ғанда партаға «Коля» тип сыймаҡланы.
Ҡасан да булһа минең ейәнем ошо урынға ултырғас, олатаһының исемен уҡыр, йәнәһе. «Олатай, – тип һорар ейәнем, – һин дә бәләкәй булдыңмы, ошо парта артында ултырҙыңмы? Һинең һаҡалың юҡ инеме ни?» «Эйе, Коля Икенсе, – тип яуаплайым. (Минең ейәнем дә Коля буласаҡ.) Эйе, был – тарих. Ә Ольга Игоревна һөйләгәндәр – ниндәйҙер сафсата. Бына, мәҫәлән. – Коля сыймаҡланы: «Өҫтөнлөклө дворяндар ҡатламы урта синыфҡа әйләнгән». – «Һиңә ҡыҙыҡмы?» – «Ниндәйҙер сафсата», – тип әйтер ейәнем.
Коля уйланы ла исеме янына «Трутовский» тип сыймаҡланы, сөнки синыфта тағы ла һигеҙ Коля бар ине – Трирогов, Тихомиров, Троицкий, Третьяков,

Томилин, Трубников, Тройницкий һәм Тульцов.

5 октябрь (йәкшәмбе).

Бер ниндәй ҡыҙыҡ та булманы.

Нимә хөрт?


6 октябрь, физикала.

Коля физика дәресендә тәҙрәгә ҡарап ултырҙы. Күрше йорт ҡыйығында боҙбармаҡтар аҫылынып тора.
«Нимә хөрт: химиямы әллә физикамы? – Коля үҙенән һораны. – Химияла – Елена Николаевна, физикала – Игорь Семёнович. – Ул Игорь Семёновичҡа ҡараны. – Физика хөрт. Дөрөҫ, бәлки, миңә шулай тойолалыр, сөнки мин хәҙер Игорь Семёновичты күрәм. – Коля кеҫәһенән Елена Николаевнаның һүрәтен сығар­ҙы. Башы әйләнде, азот кислотаһы еҫе аңҡыны. – Химия хөрт һәм зыянлыраҡ». – Коляның сығып, саф һауа һулағыһы килде. Ул Игорь Семёновичҡа баҡты.
Уҡытыусы Коляға уйсан ҡараны. «Кем насар, Коля Трутовскиймы әллә Серёжа Гавриловмы?» – тип уйланы Игорь Семёнович.
Коля уның уйланғанда бик ҡур­ҡыныс икәнен белә ине. «Әгәр саҡырһа, физика хөрт», – тип хәл итте Коля.
«Моғайын, Коля Трутовский хөрттөр», – тип хәл итте Игорь Семёнович һәм уны таҡтаға са­ҡырҙы.
Коля әкрен генә атланы һәм уйланы: «Физика хөрт».

7 октябрь.

Барыһы ла һыҙылған.

Себен


8 октябрь, тағы ла физикала.

Быялала ярыҡ барлыҡҡа килде. Оло тәнәфескә ҡәҙәр ул юҡ ине.
– Быны кем яһаны? – тип һораны Вера Петровна.
Барыһы ла быялаға туҡтауһыҙ бәрелгән себенгә һүҙһеҙ генә күҙ һалды.
– Яҡшы, – тине Вера Петровна, – улайһа, дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ ҙа инша яҙырға әҙерләнегеҙ. Бөгөнгө уның темаһы: Мин, – Вера Петровна сәғәткә ҡараны, – 10 сәғәт 15 минуттан 10 сәғәт 30 минутҡа тиклем ва­ҡытты нисек үткәрҙем?»
Барыһы ла дәфтәрҙәрен асып яҙырға кереште.
– Тапшырабыҙ, – тине Вера Петровна ун минуттан һуң.
Бөтә иншаларҙа ла бер үк нәмә яҙылғайны: «Беренсе апрелдә 10 сәғәт 15 минуттан 10 сәғәт 30 минутҡа тиклем мин Чеснокованың күҙ алдында ҡыҙыл ыуылдырыҡлы бутерброд ашаным». Һәр ваҡыттағыса, тотош синыфтың Сереберцеванан күсереүе асыҡ ине.
Вера Петровна төкөрөгөн йотто ла һораны:
– Чеснокова, һин нисек үҙеңдең күҙ алдында бутерброд ашаның?
– Ә мин көҙгөгә ҡараным, – тип белдерҙе Чеснокова.
– Аңлашылды, – Вера Петровна ауыр һуланы. – Куликов, Гаврилов, Мячиков, Зубов, Данилин, һеҙ ҡыҙмы ни? Урыҫ телендә енес төшөнсәһе бар икәнен онот­ҡанһығыҙ түгелме?
– Ә беҙ шаярҙыҡ, – Кулаков, Гаврилов, Мячиков, Зубов, Данилин юғалып ҡалманы. – Беҙҙең иншалар юморлы.
– Аңлашылды, – Вера Петровна тағы ауыр һуланы. – Ләкин шулай ҙа кем тәҙрәне ватты?
Барыһы ла быялаға туҡтауһыҙ бәрелгән себенгә һүҙһеҙ генә баҡты.

Себен-2

9 октябрь, ә хәҙер зоологияла.
Себен асыҡ форточканан осоп инде лә зоология дәресенә эләкте.
– Уның ҙурлығы 2 миллиметр­ҙан алып 15 миллиметрға тиклем – төҫө ҡара, сәстәр һәм шырт йөн менән ҡапланған.
«Был минең турала, – тип уйланы себен. – Тыңлайыҡ әле».
– Бер себендең тәпәйҙәрендә 344 миллион микроб бар.
«Шайтан алғыры!» – ул ҡото осоп тәпәйҙәренә ҡараны.
– Ә Көньяҡ һәм Урта Африкала, – тип дауам итте уҡытыусы, – цеце себендәре йәшәй, улар үлемесле йоғошло ауырыуҙар тарата.
– Мин цеце түгел! Мин цеце түгел! – себен тотош синыфҡа ҡысҡырҙы.
Ләкин уның тауышы бик әкрен сыға ине, бер кем дә ишетмәне.
Өмөтһөҙлөктән себен башын быялаға бәрергә тотондо. Ләкин быға ла бер кем дә иғтибар итмәне.

Себендәр – 3 һәм 4

10 октябрь, өйҙә.
Сыр ҡушаматлы себен асыҡ форточканан осоп ингәс, ике рам араһына эләкте. Бер яҡтан – урам һәм йыуынты багы, икенсе яҡтан – аш-һыу бүлмәһе һәм сүп-сар биҙрәһе.
– Ебәрегеҙ! Ҡайҙа булһа ла ебәрегеҙ! – тип ҡысҡырҙы ул һәм быялаға бәргеләнергә тотондо. – Минең бакка йә биҙрәгә бар­ғым килә!
– Бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ, – кемдеңдер тауышы ишетелде. – Мин көнө буйы маташып ҡараным.
Туҙанда, «Шәкәрһеҙ орбит» һағыҙы фантигы янында йәшел күҙле һәм ҡанатһыҙ нәмәлер ята ине.
– Мин дә – себен, – Йәшелгүҙ моңһоу көлөмһөрәне. – Тик бына ҡанаттарымды ваттым. Тыныс­ланмаһаң, һин дә.
– Ватмаясаҡмын! Ватмаясаҡмын! – саҡ иламайынса Сыр ҡыс­ҡырып ебәрҙе.
– Мин мәктәптә астрономия кабинетында йәшәгәндә бишенсе синыф уҡыусыһы Мячиков донъялар араһындағы ярыҡтар тураһында һөйләгәйне, – тине Йәшелгүҙ. – Бына беҙ ҡайҙа килеп эләктек.
– Се-е-е-е-е-е-е-е-бендәр! Се-е-е-е-е-е-е-бендәр! – тип ҡыс­ҡырҙы Сыр.
– Парта аҫтарында ниҙәр генә юҡ ине, – Йәшелгүҙ ауыр һуланы. – Татлы груша ҡалдыҡтары, персиктарҙың әскелтем-татлы тос­тары, икмәк һыныҡтары, күгәргән сыр киҫәктәре – «Рокфор»...
Яратҡан сыры тураһында ишеткәс, Сыр, себен үлтергес аҫтынан ҡасҡандай, һулға ташланды, яңы көс менән быялаға бәргеләнергә тотондо:
– Ебәрегеҙ! Ебәрегеҙ! Ебәрегеҙ!

Өйрәнмәгән

11 октябрь, физкультурала.
Мячиков йүгереп барҙы ла һикерҙе.
– Ике лә ҡырҡ метр, – тине физкультура уҡытыусыһы. – Мячиков, һиңә бейеклеккә һикереү менән шөғөлләнергә кәрәк, үҙеңдән, бәлки, чемпион сығыр.
Мячиков иңбашын һикертте, планканы ике метр ҙа һикһән сантиметрға ҡуйҙы.
– Шаярма, – тине Светлана Николаевна, – был донъя рекордынан юғарыраҡ.
Мячиков йүгереп барҙы ла һикерҙе.
– Ә! – физкультура уҡытыу­сы­һы ҡысҡырҙы ла аңын юғалтты.
– Ни булды? – Мячиков ғәжәпләнде.
Үҙе һикерҙе лә һауала аҫылынып ҡалды.
– Ер һине тартырға тейеш, – тип аңлатты отличник Сереберцева.
– Ни өсөн? – Мячиков ғәжәпләнде.
– Шуның өсөн, беҙ быны уҙған физика дәресендә үттек, – тип аңлатты Сереберцева.
– Мин ауырыным, – тине Мячиков. – Табип биргән ҡағыҙым бар.
– Һин барыбер өйрәнергә тейеш инең, – тине Сереберцева.
– Ярай, тартһа, тартыр инде, – Мячиков теләр-теләмәҫ кенә ризалашты һәм матҡа шап итеп килеп төштө.
12 октябрь (йәкшәмбе).
Тағы ла бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡ булманы.

Чеснокованың коллекцияһы

13 октябрь, Ҡыҙыл майҙанға барыу юлында.
Чеснокованың ике төплө портфеле бар: өҫтә дәреслектәр, дәфтәрҙәр, ручкалар һәм башҡа ваҡ-төйәк ята, ә йәшерен бүлегендә яратҡан яҙыуҙары – ҡыҙ уларҙы йыйҙы. Ләкин коллекция өсөн күп эшләргә тура килде: модалы кейенергә, башты йыш йыуырға, яҡшы уҡырға (ҡайһы берәүҙәргә был оҡшаны) һәм йылмайырға. Ҡыйын, уның ҡарауы, көн дә партаһына дүрт яҙыу ятты: «Чеснокова, мин һине яратам. Зубов», «Чеснокова, мин һине Зубовҡа ҡарағанда ла нығыраҡ яратам. Кулаков», «Чеснокова, мин һине Зубов менән Кулаковҡа ҡарағанда ла нығыраҡ яратам. Гаврилов», «Чеснокова, иҫкәртәм, миңә генә ҡара. Кулаков».
Яҙыуҙар утыҙ туғыҙға тулғас, Чеснокова уларҙы сейфҡа һалды, ҡыҙ балконда торған иҫке ватыҡ һыуытҡысты шулай тип атаны. Уны күптән инде берәүҙең дә асып ҡарағаны юҡ, әммә Чеснокова, һәр хәлдә, йоҙаҡ ҡуйҙы.
Берҙән-бер көндө һыуытҡыс шыплап тулды, шул саҡ Чеснокова мәктәпте тамамланы. Ул яҙыуҙарҙы алды ла һыуытҡыс менән бергә Ҡыҙыл майҙандағы Тарих музейына алып барҙы.

Тун

14 октябрь, былтырғы де­кабр­ҙә.
Урамда һалҡынайтты. Сереберцева яңы тунды кейергә ваҡыт тип хәл итте.
– Әсәй, – тине ул минең өсөн барыбер тигән тауыш менән, – мәктәпкә яңы тунымды кейеп барам.
– Минус бер, – тине әсәһе, градусникка ҡарап, – бешерһең. Иң яҡшыһы – куртка.
– Егерме алтынсы декабрь бит инде! – Сереберцева түҙмәне, – тиҙҙән ҡыш бөтә, тунымды бер кем дә күрмәй!
– Мин ғәйеплелер шул! – тине әсәһе.
– Ҡайһы бер ҡыҙҙар сентябр­ҙән бирле тунда йөрөй, – Сереберцева шыңшыны.
– Ярай, – тип ризалашты әсәһе, – теләһәң, кей.
– Бүрекһеҙ! – тип шатланды Сереберцева. – Миллионерша һымаҡ! Миңә һинең туфлиҙарыңды кейергә яраймы?
– Теләһәң нәмә эшлә, – тине лә әсәһе ҡулын һелтәне.
Сереберцева мәктәпкә яңы аҡ төлкө тунда, бүрекһеҙ, бейек үксәле туфлиҙарҙа, ҡара күҙлектә, уң ҡулына – кеҫә телефоны, һулына портфель тотоп килде.
Беренсе дәрес химия ине. Дмитрий Анатольевич шунда уҡ Сереберцеваға «бишле» ҡуйҙы һәм: «Уҡытыусы түгел, ә лётчик булырға хыялланғайным», – тине. Ләкин Светлана Николаевна, Марина Сергеевна, Елена Викторовна һәм Элеонора Васильевна «икеле» ҡуйҙы.

Кутузов кеүек ҡыҙыу ҡанлы

15 октябрь, тарих дәресендә.
Женька Кутузов «икеле»ләргә һәр ваҡыт тыныс ҡараны. Улары күберәк була барҙы, ә малай барыбер битарафлыҡ күрһәтте. «Икеле»һе күберәк, «икеле»һе кәмерәк – хәҙер ниндәй айырмаһы бар?
– Кутузов, таҡтаға, – Вера Петровна саҡырҙы. – Беҙгә Наполеон һәм Кутузов тураһында һөйлә.
«Моғайын, атайым тураһындалыр», – тип уйланы Женя.
– Минең атайым наполеонды бик ныҡ ярата, – Женя тыныс ҡына башланы, – ләкин уға шәрбәт һәм майлы зыянлы, сөнки...
– Бында атайыңдың ниндәй ҡыҫылышы бар? – тип һораны Вера Петровна.
«Моғайын, Слава ағай тураһындалыр», – тип уйланы Женя.
– Слава ағай, – Женя тыныс ҡына башланы, – наполеонды яратмай, ул, ғөмүмән, шәрбәт ашамай, сөнки...
– Был мине ҡыҙыҡһындырмай, – тине Вера Петровна.
Эш Женя сираттағы «икеле» алыуҙан ҡурҡмауҙа түгел, эш – принципта, ул был дәресте белә!
«Моғайын, ҡустым тураһындалыр?!»
– Минең ҡустыма әлегә наполеон ашарға ярамай! Уға ни бары ике ай! Ул һөт кенә эсә!
– Ултыр, «икеле!» – тине Вера Петровна.
– Был ғәҙел түгел! – Женя асыу­ланды. – Тикшереп ҡарай алаһығыҙ!
Был ғәҙелме йәки түгелме – тикшереү ҡыйын. Шунан бирле Женя нисектер ҡыҙыу ҡанлыға әйләнде, барыһы ла: «Кутузов кеүек ҡыҙыу ҡанлы», – тип әйтә башланы. Бында шундай яңы әйтем барлыҡҡа килде.

Ысын отличник

16 октябрь, баҙарҙа.
Бер ваҡыт мәктәптән һуң Зубов, Кулаков, Сереберцева һәм Гаврилов сауҙа итергә баҙарға барҙы.
Гавриловтың бәләкәй генә йәшел алмаһы, Сереберцеваның ҙур һары грушаһы, Зубовтың банкала бешкән бутҡаһы бар, Кулаковтың бер нәмәһе лә юҡ.
Гавриловтың сырлы бутерброды бар. Сереберцеваның колбасалы бутерброды юҡ (ашаны – физкультурала көс кәрәк булды). Зубов бутҡаны һатырға оялды. Кулаков иптәш булып килде.
– Алма, алма! – тип ҡысҡырҙы Гаврилов.
– Груша, груша! – тип һөрәнләне Сереберцева.
– Бутҡа, – тип бышылданы Зубов.
Кулаков өндәшмәне.
– Алмаң күпме тора? – тип һораны инәй.
– Ун, – тине Гаврилов.
– Оһо! – тине инәй. – Ул бәләкәй генә, йәшел, ҡортло.
– Сөнки химияһыҙ, – тине Гаврилов.
– Өс, – инәй һатыулашырға тотондо.
– Биш, – тип ризалашты Гаврилов.
– Грушаң күпме тора? – тип һораны инәй.
– Ун, – тине Сереберцева.
– Оһо! – тине инәй. – Ул ҙур, һары, тимәк, химиялы.
– Бәлки, ул саҡта биш? – тине Сереберцева баҙнатһыҙ ғына.
– Өс, – инәй ризалашты.
Ә Зубов бутҡаһын һатманы, сөнки янына бер кем дә килмәне, ахыр сиктә, асыҡты һәм уны үҙе ашап ҡуйҙы.
Ә Кулаков туйғансы тоҙло кәбеҫтә һәм тоҙло ҡыяр тәмләп ҡараны, хәҙер һыу эскеһе килде.
Шунан Гаврилов, Сереберцева һәм Кулаков ҡайтып китте.
– Бына күрҙегеҙме, мәктәптә Сереберцева – «бишле», ә мин «өслө» алам, ә тормошта, киреһенсә. Шулай булғас, беҙҙең ҡайһыбыҙ ысын отличник? – тип әйтте Гаврилов.
– Эйе, – тип ризалашты Зубов, – ысын отличник – Гаврилов.
– Мин дә шулай уйлайым, – тине Кулаков.

Мөғжизә

17 октябрь, йыр дәресендә.
– Һаумыһығыҙ, балалар! Хә­ҙер мөғжизә буласаҡ. Бына мин рояль артына ултырам, һеҙ гөрләүектәрҙең сылтырап ағыуын, япраҡтарҙың шаулауын ишетер­һегеҙ. Йә, нисек, ишеттегеҙме? Хор менән яуап бирәбеҙ.
– Эйе, тап ысын кеүек!
– Кулаков, һин дә ишеттеңме?
– Вера Петровна, мин Коробкиндың Клеточкинаға: «Клетка, мин һине яратам», – тип әйткәнен ишеттем.
– Ә ул?
– Ә ул: «Мин Уткинды яратам», – тине. – Тағы ла...
– Яҡшы, Кулаков, ултыр. Уткин, һин Клеточкинаны яратаһыңмы?
– Юҡ, мин Ручкинаны яратам, ә Ручкина – Полотенцевты, ә Полотенцев – Корзинкинаны, ә Корзинкина Мячиковты оҡшата, ә Мячиков...
– Туҡта, Уточкин. Етте! Миңә артабан дәресте нисек алып барыу тураһында уйларға кәрәк.
– Әгәр мөмкин булһа, Вера Петровна, металдан* нимәлер, күңел өсөн. Әтеү беҙ бик ныҡ интегәбеҙ.
– Яҡшы. Хәҙер мөғжизә буласаҡ. Хәҙер рояль артына ултырам, һеҙ баҫҡыстан тутыҡмаусы кәстрүлдең тәгәрәп төшкәндәге гөрһөлдәүен ишетерһегеҙ. Ишеттегеҙме?
– Эйе, Вера Петровна, кәйеф өсөн!

Ағай

18 октябрь, өҫтәлдә.
Урыҫ теле кабинетындағы стенала Вера Петровнаның олатаһы Пётр Иванович Карпов менән уның ике туған ағаһы Иван Васильевич Соколов портреттары араһында һаҡалһыҙ билдәһеҙ ир-аттың һүрәте барлыҡҡа килде.
– Был – Пушкин, – тине Вера Петровна, – шағир.
– Ә ул һеҙгә кем була? – тип һораны Кулаков. – Ниңәлер үҙегеҙгә оҡшамаған.
– Дөрөҫ, – тип ризалашты Вера Петровна. – Ул минең ҡәрҙәшем түгел.
Синыфта борсоулы бышылдашыуҙар яңғыраны.
– Улайһа, уны коридорға беҙҙең таныштарҙың портреттары янына элергә кәрәк, – тине Сереберцева. – Йәки синыфҡа – һеҙҙең ирегеҙ менән уның оло апаһы Даша араһына.
Вера Петровна йылмайҙы һәм журналға Сереберцеваға уйламайынса «бишле» ҡуйҙы.
– Юҡ, малайҙар һәм ҡыҙ­ҙар, – тине ул, – һеҙ хаҡлы тү­гел. Әгәр
Александр Сергеевич Пушкин булмаһа, хәҙер үҙем менән нимә булыры
билдәһеҙ. Бәлки, мин ялған аҡса һуғыусы булыр инем. Пушкин арҡаһында
әҙәбиәтте яраттым һәм уҡытыусы булдым. Шуға кү­рә ул миңә ҡәрҙәш кеүек –
ағайым һымаҡ.

– Улайһа, уны ана тегендә – тәҙрәләр араһына, һеҙ­ҙең Слава ағайығыҙ янына элергә кәрәк, – тине Зубов.

– Бәлки, – Вера Петровна уйға сумды. – Бәл­ки, Зубов, һин хаҡлыһың­дыр.

Ул өҫтәлде шылдырып, Александр Сергеевичтың портретын элергә менде.
19 октябрь (йәкшәмбе).
Ҡыҙыҡ булды, ләкин ул сер.
20 октябрь, табипта.

Штраус Кузнецов

Сергей Сергеевич музыканы бик ныҡ ярата, бигерәк тә Штраус
вальстарын. Хатта уның хөрмәтенә улына шул исемде ҡушты. Штраус
Сергеевич Кузнецов килеп сыҡты.

– Страус, страус, – тип ирештерҙеләр Кузнецовты ишек алдында.

Малайҙа «страус комплексы» барлыҡҡа килде. Ул бик тиҙ йүгерә башланы, башын асфальтҡа «ҡаҙап ҡуя» алды.

Ахыр сиктә, Кузнецов үҙе лә буталды – страусмы әллә кешеме? Уның Авс­тра­лияға барғыһы килде.

– Һин страус түгел, ә Штраус, – тип ышанды­рыр­ға тырышты атаһы. – Беренсеһе «ша», аңлай­һыңмы?

Ләкин атаһы яңғыҙы, ә ишек алдында малайҙар күп, уларҙың ышандырыуы көслөрәк ине.

Кузнецовтың уң ҡулындағы һуҡ бармағында ҡауырһын үҫкәс, уға сәнске тотоу
яйһыҙ була башланы. Атаһы ысынлап ҡурҡты һәм Штраусты табипҡа алып
барҙы.

– Нимәгә зарланаһығыҙ? – тип һораны табип башын күтәрмәй.

– Бына, – тине атай кеше ҡаушап, – Вена композиторы хөрмәтенә улыма Штраус тигән исем ҡуштым, ә ишек алдындағы малайҙар…

– Барыһы ла аңлашылды, – табип бүлдерҙе, – артабан һөйләмәһәгеҙ ҙә була.
Кисә был кабинетта ата-әсәһе немец композиторы хөрмәтенә Бах тигән исем
биргән малай шартланы.

– Ни эшләргә һуң? – атай кеше борсолдо.

– Һеҙгә ҡыуанырға ғына кәрәк, – тине табип башын күтәрмәй. – Тағы ла Глюк бар бит әле һәм теге… Пендель, буғай.

Пушкинға

21 октябрь, дәрестәр урынына.
Уҡыусылар һәйкәлде уратып алды. Уҡытыусы көслө, тантаналы тауыш менән һорау бирҙе:

– Малайҙар һәм ҡыҙҙар, был һәйкәл кемгә ҡуйыл­ған?

– Пушкинға! – уҡыусылар берҙәм яуап бирҙе.

– Дөрөҫ, – тине уҡытыу­сы. – Афарин!

– Ҡара әле, беләләр, – яндарында торған бабаҡай ғәжәпләнде. – Бына ниндәй шәп мәҙәниәтле балалар! Был ниндәй синыф?

– Икенсе «Б», – тип яуап­ланы уҡытыусы. – Мин улар­ҙың синыф етәсеһе – Вера Петровна.

– Бик яҡшы, – бабаҡай йылмайҙы. – Ә бөгөн кис һеҙ ни эшләйһегеҙ?

– Пушкинға! – малайҙар һәм ҡыҙҙар берҙәм яуап бирҙе.

– Эйе, эйе, Пушкинға, – бабаҡай йылмайҙы, – Александр Сергеевичҡа:

Көндөҙгө яҡтыртҡыс һүнде;

Төштө зәңгәр диңгеҙгә томан.

Шаула, шаула…

– Пушкинға! – малайҙар һәм ҡыҙҙар берҙәм яуап бирҙе.

– Тағы ла, – тине уҡытыу­сы йәне көйөп, сумкаһынан пульт алып, уны һелкетте. – Батарейкаһы ултырған.

– Пушкинға! – малайҙар һәм ҡыҙҙар берҙәм яуап бирҙе.

– Бир әле, маташтырып ҡарайым, – тине бабаҡай. – Өйөмдә телевизор менән шундай уҡ хәл.

Ул пультты алды, тубығына һуҡҡыланы, төймәләргә өрҙө, иң оҙон уҡыусының башына терәне лә «Power»­ға баҫты.

– Көтәбеҙ, – бабаҡай йылмайҙы, – минеңсә, барыһы ла о`кей.

– Пешковҡа! – малайҙар һәм ҡыҙҙар берҙәм яуап бирҙе.

– Бәлки, эш пультта түгелдер? – бабаҡай албыр­ғаны. – Бәлки, был ниндәй­ҙер вирустыр?

– Сервисҡа барырға тура килә, – уҡытыусының асыуы ҡабарҙы. – Мин бында бер ни ҙә аңламайым.

– Борсолмағыҙ, – тине бабаҡай. – Балалар балалар инде ул. Уларҙың йәшендәге үҙегеҙҙе хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ.

Вера Петровна көлөмһөрәне. Ул илле йыл элек – икенсе синыфта – Элка
менән ювелир заводына ер аҫтынан юл ҡаҙығандарын хәтеренә төшөрҙө.
22 – 31 октябрь – биттәр ҡайҙалыр юғалған.

Асыҡларға

Йәшәгән, ти, булған, ти, Коля, уны барыһы ла Коля тип кенә түгел, ә
«бик һәләтле малай» тип йөрөткән, иң яҡын ҡәрҙәштәре «беҙҙең өмөт» тип
атаған.

Бер ваҡыт ул былай тигән:

– Һауанан тәмле, татлы берәй нәмә төшһөн ине.

Уның башына торт килеп төшкән.

– Былай түгел, – Коля үпкәләгән, – мин башыма түгел, ә өҫтәлгә һораным.

Ләкин хәҙер бер нәмәне лә үҙгәртеп булмаған, тортты башынан ҡалаҡ менән ашарға, артынан сәй эсеп ҡуйырға тура килгән Коляға.

«Ярай, – тип уйлаған малай, – икенсе тапҡыр мотлаҡ асыҡлаясаҡмын».

Тағы ла һигеҙ теләк

Нисектер бер ваҡыт Коля теләк юраған: «Әгәр мин ошо шоколадты ике
тешләгәндә ашап бөт­һәм, атайым менән әсәйем тыу­ған көнөмә эт бүләк
итәсәк».

Юрағас, малай тыныс ҡына шоколадты һыпыртып ҡуйған. Ауыр булмаған уға.

Тыуған көнө еткәс, ата-әсәһе хәтфә эт бүләк иткән.

– О, башыма ҡайғы төштө, ҡай­ғы! – тип ҡысҡырған Коля һәм сәсенә
йәбешкән (ныҡ түгел). – Тере эт, тип әйтергә кәрәк бул­ған! Шуға ла
башым етмәне! Миңрәү!

Әммә һуң булған – киске сәғәт 10, Коля хәтфә этен алған да уны мендәр аҫтына һалып, йоҡларға ятҡан.

Йоҡлар алдынан (тешен таҙартаһы урынға) ике кәнфит, ер еләге мармелады, ҡаҡ ашаған… Һәм һигеҙ теләк юраған.

Ниндәй кешеләр!

Коляға: «Миңә күмәсхана директоры шылтыратһын ине», – тип әйтеүе йә
уйлауы булған, шунда уҡ телефон шылтыраған һәм директор яғымлы тауыш
менән үҙен ҡунаҡҡа саҡырған.

Күмәсхана күрше йортта.

– О-о-о-о-о, нин-дәй ке-ше-лә-ә-әр! – Директор ҡыуанысынан ҡысҡырып
ебәргән. – Әллә Коля инде?! Беҙҙә һеҙҙең өсөн өс сюрприз: беренсенән,
ҡатлы мәкле күмәс, икенсенән, шоколадлы «Илһам» вафля торты, өсөнсөнән,
яңы ҡурай еләге мармелады.

Коля быларҙың барыһын да ашап бөткәс, директор:

– Йә нисек? Йә нисек? Йә нисек? – тип һораған.

– Оҡшай, – тип яуаплаған Коля, – тик бына ҡаҡ етмәй.

– Булыр, – тип вәғәҙә биргән директор, – иртәгә мотлаҡ булыр. Мин һеҙ
математиканан һәм геометриянан дәрестәрегеҙҙе әҙерләрһегеҙ, тип өмөтләнә
аламмы? Әтеү унда һеҙҙең…

– Ярай, әҙерләрмен. Өмөтләнә алаһың, – Коля вәғәҙә биргән.

Ул эсен ике ҡулы менән тотоп ҡайтып киткән – йоҡларға.

Тынысланған директор һуңынан йырлай-йырлай күмәсхана буйлап йөрөгән: «Их, мин өмөтләнә ала-а-ам, мин өмөтләнә-ә-ә ала-а-ам!»

Директор Коляның олатаһы бул­ған.

Һынаусы

Коля күләүектәрҙән йөрөргә яратҡанлыҡтан һәм ниндәйҙер һынаусы
булырға теләгәнлектән, үҙенең булмышы резина итектәрҙе һынау икәнен
аңлаған. Малай аяҡ кейеме магазинына барып һораған:

– Һеҙгә даими эшкә резина итектәр һынаусы кә…

– Юҡ, – Коляны бүлдергәндәр, – һиңә 7865746583976-сы ғилми-тикшеренеү институтына барырға кәрәк.

Ата-әсәһе өйҙән алыҫ китергә рөхсәт итмәүгә ҡарамаҫтан, Коля троллейбусҡа ултырған да Останкино башняһы яғына юлланған.

– Һеҙ 7865746583976-сы ғилми-тикшеренеү институтының ҡайҙа икәнен белмәйһегеҙ­ме? – тип һораған ул контролёрҙан.

– Беләм, ләкин был йәшерен мәғлүмәттәр, мин һиңә әйт­мәйем, – тип яуап биргән уны­һы.

«Афарин, дөрөҫ, – тип уйлаған Коля, – мин дә әйтмәҫ инем».

Останкино башняһы күренгәс, Коля троллейбустан төшөп ҡал­ған. Унда ингән ерҙә һаҡсы тор­ған.

– Рәхим итеп, кемгә кәрәк, шуға резина итектәр һынаусы килеүен әйтегеҙ
әле, – тигән Коля, үҙенең тыуыу тураһындағы таныҡлығын һоноп.

– Сергей Сергеевич, – тип ҡыс­ҡырған һаҡсы телефон трубка­һына, – бында һеҙгә ниндәйҙер малай… Аңланым… Шулай… Эйе…

Биш минуттан һуң ул Сергей Сергеевичтың кабинетында ултырған.

– Булмыш, тиһең инде, – Сергей Сергеевич йылмайған, – һәйбәт. Ләкин
итектәр һинең өсөн түгел. Һиңә караптарҙы һынарға кәрәк – улар һыу
үткәрәме йәки юҡмы?

– Караптар?! – Коля ҡурҡҡан.

– Уйынсыҡ караптар, әлбиттә, – Сергей Сергеевич тынысландырған. – Мин
хәҙер уйынсыҡтар фабрикаһына Александр Александровичҡа шылтыратып, һинең
хаҡта бөтәһен дә әйтәм.

Сергей Сергеевич һүҙендә тор­ған. Коляны уйынсыҡтар фабрикаһына караптарҙы һәм һыуҙа йөҙөүсе уйынсыҡтарҙы һынаусы итеп алғандар.

Шәмбе һайын уның өйөнә яңы уйынсыҡтар тейәгән машина килгән. Коля
йәкшәмбелә көнө буйы ваннала ултырып, уларҙың һыу үткәрәме, юҡмы икәнен
тикшергән.

Һәйбәт түләгәндәр.

Теләмәһә – кәрәкмәй

Бер ваҡыт Коляның әсәһе, атаһы, өләсәһе һәм олатаһы уға иғтибар менән ҡараған.

– Коля, әгәр яңылышмаһам? – тип һораған атаһы.

– Коля, – тип яуаплаған Коля.

– Яҡшы, – тигән атаһы, – һинең ниндәй билдәләр теге, нисек әле…

– Поликлиникала, – өләсәһе аҫтыртын әйткән.

– Курткала, – олатаһы аҫтыртын әйткән.

– Уртала, – әсәһе аҫтыртын әйткән, – теге.

– Ул түгел, ул түгел, ул түгел! – атаһы ҡулын һелтәгән, – ул түгел. «Ш»ға башлана.

– Шкафта, – тигән әсәй менән өләсәй.

– Шпинат, – тигән олатай, – шпионлыҡ, шрапнель, штопор, шу…

– Юҡ, – тигән атай, – һеҙ миңә улымды тәрбиәләргә ҡамасаулайһығыҙ ғына. Э-э-э-э…

– Колянымы? – Коля аҫтыртын әйткән.

– Эйе, – тигән атай. – Теле­визор ҡарарға барығыҙ, мин үҙем.

– Штопорҙа! – Олатай ҡыуанған. – Штопорҙа!

– Барығыҙ, – тигән атай, – барығыҙ, барығыҙ, барығыҙ. Ҡамасауламағыҙ.

– Хәтеребеҙ ҡалды, – тигән өләсәй, – бәлки, беҙ ҙә теләйбеҙҙер.

– Эйе, хаҡыбыҙ бар, – тигән әсәй.

– Мин һине… Тәрбиәсе табылды! – тип ҡысҡырған олатай.

– Талашмағыҙ, – тигән Коля. – Минең мәктәптә «бишле»ләр һәм «дүртле»ләр, тәртибем өлгөлө.

– У-у-у-у… – әсәй менән өләсәйҙең кәйефе ҡырылған.

– Һин нисек былай, – атайҙың кәйефе ҡырылған, – тәрбиәләргә кәрәкмәйме ни?

– Ярай, телевизор ҡарарға киттек, – тигән олатай, – теләмәһә – кәрәкмәй.

Әсәй, атай, өләсәй һәм олатай телевизор янына киткән.

Яратҡан ризыҡ

Бер ваҡыт Коляның ата-әсәһе оҙонлоҡҡа һикергән. Һикергәндәр ҙә һикергәндәр, һикерә тор­ғас, фатир асҡысын юғалтҡандар.


– Беҙ хәҙер өйгә нисек инербеҙ икән? – атай ҡурҡҡан.

– Беҙ үҙебеҙ Коляға бер кемде лә индермәҫкә өйрәттек, – әсәй борсолған.

Өйгә ҡайтып еткәс, ҡыңғырауға баҫҡандар.

– Кем унда? – тип һорай Коля.


– Был беҙ, – тип яуаплай улар, – һинең атайың менән әсә­йең.

– Минең атайым менән әсәйемдең асҡысы бар, ә һеҙ – бандиттар, гангстерҙар, террорсылар…

– Мин һиңә ганстерҙарҙы күр­һәтермен әле! – атай ҡайышын ысҡындыра-ысҡындыра ҡысҡыр­ған.

– Коля, – тигән әсәй меҫкен тауыш менән, – беҙ асҡысты юғалттыҡ, ашағыбыҙ килә.

– Яҡшы, – Коля икеләнгән, – әгәр һеҙ минең атайым менән әсәйем икән, донъялағы иң ныҡ яратҡан ризығымды әйтегеҙ.

– Тырнаҡ, – ата-әсә хор менән яуаплаған.

– Дөрөҫ, – Коля ғәжәпләнгән. – Ысынлап та, атай менән әсәй.

Ул ишекте асҡан.

Саңғы ҡайҙан?

Коля радиоалғыс антеннаһы кеүек һуҙыла һәм йыйыла алған: баскетбол
уйнағанда – һуҙылған, ҡасышлы уйнағанда – йыйылған; йыр дәресендә –
һуҙылған, химияла – йыйылған. Ата-әсәһе быға ҡыуанған. Ләкин бер ваҡыт
улар ыҙғышып киткән.

– Етте, етте, етте! – тип ҡыс­ҡырған атай. – Мин төньяҡҡа китәм!

– Иҫең киткән икән! – тип ярһыған әсәй. – Мин үҙем көньяҡ­ҡа барам!

Улар Коляны эләктереп алған – атаһы аяҡтарынан, әсәһе – ҡулдарынан –
төрлө яҡҡа тартҡандар. Ә малай һағыҙ һымаҡ һуҙыла башлаған. Ләкин ул
быны һиҙмәгән, сөнки йоҡлаған; иртән уян­ғас, бик ныҡ ғәжәпләнгән:
диңгеҙ шаулаған, тулҡындарҙа баклан сайҡалған.

– Һыу инергә бараһыңмы? – тип һораған әсәһе, йөҙгөстәр һәм битлек һоноп.

– Барам, – тигән Коля.

Ул уң аяғын бөгөп, йөҙгөстәр кейергә теләгән, әммә аяҡтарында саңғы булған.

– Ой! – Коля ҡурҡҡан. – Был саңғы ҡайҙан килеп сыҡты?!

– Атайың төньяҡта һатып алды, – тип аңлатҡан әсәһе. Ул көтмәгәндә бик
ныҡ юҡһыныуын аңлаған. – Ҡыҙыҡ, беҙҙең атай унда нисек икән?

– Миндә төйөн сиселмәй, – тигән Коля.

– Туҡта, һалма. Атайың бер ваҡытта ла бауҙарҙы бәйләй белмәне. – Әсәй
яҙыу яҙып, уны саңғыға беркеткән дә Коляға аяғын турайтырға ҡушҡан.

Ун минуттан яуап килгән: «Мин дә ныҡ юҡһынам, беренсе поезд менән үк
ҡайтырға сығам». Өс көндән атай ҡайтҡан. Ә шунан әсәй, атай һәм Коля өс
көн буйы төйөндө сискән.

Ысын ир-егеттәр түҙә белә

Коля томан саҡыра белгән. Күҙҙәрен йомоп, күҙ алдына йыл­ға килтереү менән, шунда уҡ тирә-яҡҡа томан барлыҡҡа килгән.

«Ул миңә нимәгә? – малай аңламаған. – Лутсы ҡар яуҙыра бел­һәм икән?»

Нисектер Коляның теше ауырт­ҡан, ата-әсәһе уны табипҡа алып барған.

– Хәҙер мин ҙур ҡыпһыуыр алам да шуның менән тешеңде эләктереп, бар
көсөмә тартам, – тигән табип һәм күҙҙәрен асыу­лы ҡыҫҡан. – Шунан яраға
махсус шыйыҡса һөртәм, ныҡ итеп семетәм.

– Бәлки, саҡ ҡына бырауларға кәрәктер? – тип һораған Коляның атаһы.

– Ун минут бырауларға мөмкин, – табип ризалашҡан. – Шунан ҙур ҡыпһыуыр
алып, шуның менән уның тешен эләктереп, бар көсөмә тартам. Әммә миңә
башта яҙылырға кәрәк.

Табип яҙылырға тотонған.

– Коля, берәй күңелле нәмә тураһында уйла, – әсәһе тулҡынланған. – Йәй көнө йылғала һыу ингәнебеҙҙе хәтерләйһеңме?

Коля йылғаны күҙ алдына килтергән, кабинетҡа томан тулған.

«Мин ҡотолдом», – тип уйлаған Коля. Ул үҙенең индеецтар тураһындағы яратҡан йырын әкрен генә көйләй башлаған.

– Бына булды ла, – табиптың ҡәнәғәтһеҙ тауышы ишетелгән, – китергә мөмкин. Сәйер, һин ҡысҡырманың, ғәҙәттә, ҡысҡыралар.

– Рәхмәт, һау булығыҙ! – Коля урынынан торған да кабинеттан йән-фарман сығып йүгергән.

– Ауырттымы? – тип һораған әсәһе.

– Бөтөнләй һиҙелмәне! – тип яуаплаған улы.

– Ауыртты, – тип яуаплаған атай.

Баҡтиһәң, томанда табип буталған да атаһының тешен һур­ған.

– Улайһа, һин ниңә ҡысҡырманың? – тип һораған әсәй менән Коля.

– Ысын ир-егеттәр түҙә белә. – Атай әсәйгә ҡараған.

Ә ул иренә һоҡланып ҡараған. Атайға әсәйҙең шундай ҡарашы оҡшаған. Алғы
тешһеҙ йылмауы элеккеләй бигүк матур булмаған, ләкин Коля менән әсәй уға
был хаҡта әйтеп тормаған.

– Мин хирургтан да ҡурҡмайым, – атай маҡтанған. – Иҫбат итергәме?

– Беҙ һиңә былай ҙа ышанабыҙ, – тигән әсәй менән Коля.

Атай биреште

Коля уйлап тормай курткаһын һалды ла ҡәнәфигә ултырып, телевизорҙы ҡабыҙҙы.

– Башта дәрестәреңде әҙерлә, – тине әсәһе уйлап тормай.

Коля телевизорҙы һүндерҙе, химия дәреслеген асып, биттәр­ҙе уйлап тормай аҡтара башланы.

Янына атаһы килде. Ул Коляның башынан уйлап тормай һыйпаны:

– Уҡы, улыҡайым, фәндәр беҙгә һиҙҙермәй генә үтеүсе тормош тәжрибәләрен
ҡыҫҡарта. Уҡы, улыҡайым, фәндәр беҙгә һиҙҙермәй генә үтеүсе тормош
тәжрибәләрен ҡыҫ… Уҡ… улыҡайым, фәндәр… …ләрен ҡыҫҡарта.

124 минуттан һуң Коля шап иттереп дәреслекте япты, уйлап тормай курткаһын кейҙе лә әсәһенә ҡараны.

– Унынсы яртыға тиклем, – тине әсәһе уйлап тормай.

– …ҡайым, фәндәр беҙ… гә… ҡыҫҡарта-а-а-а-а-а… – тине атай.

Атай йәнә биреште.

Сал сәстәр

Бер ваҡыт өләсәһе Коляны мәктәпкә барырға уятҡас, уның башында бик күп сал сәс күрҙе.

– Меҫкен, – өләсәһе һулҡылдап ҡуйҙы. – Бәләкәй генә, сәсе салланырға ла
өлгөргән. Һеҙҙе мәктәптә ғазаплайҙарҙыр, моғайын! Йыртҡыстар!

– Ниндәй сал? – Коля аңламаны.

– Тотош башың салланған. Быға тыныс ҡына ҡарай алмайым, аш-һыу бүлмәһенә иларға сығам.

– А-а-а-а-а-а-а-а-а, башта! – Коляның иҫенә төштө. – Был бур. Йөрөгәндә башым түшәмгә тейә.

Коля карауатынан тороп бүлмә буйлап йөрөнө.

– Күрәһеңме? Илама.

– Шундай ҙур, – өләсәй һул­ҡылданы. – Ә бәләкә-ә-ә-ә-ә-әй генә ине. –
Өләсәй уң ҡулының һуҡ һәм баш бармаҡтары менән ҙурлыҡты күрһәтте (6 см).

– Унда ниндә фажиғә?! – тип һораны Коляның әсәһе икенсе бүлмәнән. – Торғоһо килмәйме ни?

– Ул торҙо инде, – тип яуапланы өләсәһе. – Мин күптән түгел генә бәләкәй
ине, тим (өләсәй ҙурлыҡты күрһәтте – 6 см), ә хәҙер ҙур. Бар, үҙең
ҡара.

Бүлмәгә атай, әсәй, олатай, олатайҙың атаһы һәм өләсәйҙең әсәһе инде.

– Ысынлап та, ҙур, – тине атай. – Нисек әле… ни… хәҙер иҫкә төшөрәм…

– Яңы фатир һатып алырға кәрәк, – әсәй бүлдерҙе. – Бейегерәк түшәмлене.

– Уны баскетболға бирергә мөмкин, – тине олатайҙың атаһы. – Баскетболсы булһын.

– О! Тап – баскетболсы! Ә мин бер нисек тә хәтергә төшөрә алманым! Тағы ла нисек әле… хәҙер иҫкә төшөрәм… ни… теге…

– Баскетболсы түгел! – өләсәй­ҙең әсәһе асыуланды, унан ғаиләлә бөтәһе
лә ҡурҡа, Светлана Семёновна булһа ла, уны Мария Марковна тип йөрөтәләр.
– Ул музей директоры буласаҡ.

– Музейҙыҡы икән, музейҙыҡы, – әсәй, олатай, өләсәй һәм олатайҙың атаһы ризалашты. – Унда түшәм бейегерәк. Был – иң мөһиме.

– Хәтеремә төштө! Баскетболсы кеүек! Ой, юҡ, баскетболсыны мин хәтеремә төшөрҙөм инде.

Тупыр-тупыр, сәләм-мәләм

Нисектер иртән Коля менән Юра юл сатында тора ине.

– Тупыр-тупыр, – тине Коля, – бөгөн көн һәйбәт булһын ине.

Ул быны әйтеү менән болоттар төрлө яҡҡа осто, ҡояш һәм йылы барлыҡҡа килде.

– Сәләм-мәләм, – тине Юра, – бөгөн көн насар булһын ине.

Шунда уҡ төрлө яҡтан болоттар осоп килде, ҡояшты ҡапланы, ел ҡупты, һалҡын барлыҡҡа килде.

Улар юл сатында баҫып торҙо. Гидрометүҙәк хеҙмәткәрҙәре төркөмө үҙҙәре янына йыйылғансы бер сәғәт шаярҙылар.

– Нимә эшләйбеҙ? – тип һораны һауа торошон кесе фаразлаусы.

– Ауыҙҙарын япһындар, – тине Башлыҡ һәм рациянан кәнфит тейәгән машина саҡыртты.

Һәр хеҙмәткәр берәр тәмлекәс алды ла оҙон сиратҡа теҙелде. Юра: «Бөгөн
көн насар булһын ине», – тип әйтергә теләһә, улар уға шунда уҡ – кәнфит.

Шунан Юра ашап туйҙы ла йоҡлап китте, ә көн бик шәп булды.

– Бик һәйбәт! – тип бышылданы Башлыҡ, – мин дачаға кит­тем, һеҙгә лә кәңәш итәм. Көнө ниндәй бит!

Барыһы ла дачаларына китә генә башлағайны, көтмәгәндә көн тағы ла боҙолдо. Коляның хәтере ҡалғайны, ул Юраны уятты.

– Минең дә кәнфит ашағым килә, – тине Коля.

Тағы ла бер операция үткәрергә һәм ике сиратҡа теҙелергә тура килде: береһе – Коляға, икенсеһе – Юраға.

Ошондай һауа торошо барлыҡҡа килде: «Болотло, аяҙ».

Ауыр бала саҡ тураһында һөйләшеү

Олатай бик ҡарт һәм уйынсыҡтарҙы ныҡ яратты.

– Олатай, ә ҡартлыҡ ни ул? – тип һораны нисектер Коля.

– Ул бала саҡ һымаҡ, – тип яуапланы олатай, Коляға һыу пис­толетынан һыу һиптереп, – тик бил ауырта.

– Етте! – Коля асыуланды ла олатаһынан пистолетын тартып алды. – Әйҙә, лутсы гараж төҙөйбөҙ.

– Әйҙә, – олатай ризалашты: нимә уйнаһалар ҙа, уға барыбер ине. – Мин
бәләкәй саҡта еңел пластмасса кубиктар юҡ ине, барыһын да кирбестән
төҙөнөм.

– Шәп! – Коля һоҡланды. – Һине бының өсөн атайың менән әсәйең маҡтағандыр әле.

– Юҡ, – олатай ауыр һуланы, – әрләнеләр. Түшәм тәпәш, алғы бүлмә
бәләкәй, санузел айырым түгел, линолеум, обойҙарҙы ҡутарып, яңынан
йәбештерергә кәрәк, икенсе ҡатта баҫҡыс тар, рамдар дөрөҫ ҡуйылмаған…
Бер тапҡыр йоҙаҡты бик түбән ҡуйған өсөн хатта бештеләр.

– Эйе-е-е, – Коля башын сай­ҡаны, – мин һине аңлайым, ата-әсәгә ярап булмай.

– Ярап булмай, – олатай ризалашты, һыу пистолеты алды ла Коляға атты.

Ат

– Олатай, һин йәш сағыңда өләсәй менән нисек таныштың? – тип һораны Коля.

– Күрше йәшәнек, – тип яуап­ланы ул. – Мин – Федыкинола, ә ул – Ряснала, йырындың теге яғында.

– Эйе?! – Коля ҡыуанды. – Миңә лә күрше ҡыҙ оҡшай! Утыҙ туғыҙынсы фатирҙан!

– Уларҙың аҡ аты бар ине, мин ғашиҡ булдым.

– Кемгә? – Коля аңламаны.

– Атҡа, – тине олатай. – Мин аттарҙы һәм эттәрҙе яратам. Ә бесәйҙәрҙе, ташбаҡаларҙы, алйырҙандарҙы – бигүк түгел.

– Ә өләсәй?

– Нимә өләсәй?

– Ул нисек һуң?

– Ә нимә өләсәй?

– Һин өләсәйгә ни әйттең?

– Ә мин уға ни әйтергә тейеш инем һуң?

– Һуң һеҙ һуңынан өйләнешкәнһегеҙ бит.

– Эйе, ә нимә?

– Бер нәмә лә юҡ.

Олатай ауыр һулап телевизор ҡабыҙҙы.

– Ат матур ине.

– Күрше ҡыҙ миңә лә оҡшай, – тине Коля. – Утыҙ туғыҙынсы фатирҙан.

– Ат матур ине.

Тымау тураһында һөйләшеү

Коля тымауланы.

– Улым, тымау тураһында һөйлә әле, – тип үтенде олатай, унда бер ваҡытта ла был ауырыу бул­ғаны юҡ. – Нимә тояһың?

– Мин үҙемде иҫәр итеп тоям, – тине Коля, – бүрек кейәһе ҡал­ған.

– Тағы ла? – олатай төпсөндө.

– Бәхетле итеп тоям, мәктәпкә барырға кәрәкмәй.

– Тағы ла? – олатай туҡтаманы.

– Бәхетһеҙ итеп тоям, урамға сығырға ярамай.

– Бөттөмө? – тип һораны олатай.

– Тағы ла аҡыллы итеп тоям, – тине Коля, – сөнки мин бөтәһен дә төшөндөм.

– Һин даланлы, – олатай ауыр һуланы. – Ә мин күптән инде бер нәмә лә тоймайым, хатта телевизор ҡарағанда ла.

– Әгәр һине тешләһәң йәки семетһәң, шунда уҡ тойорһоң, – тип тынысландырҙы Коля.

– Юҡ, – олатай көрһөндө, – мин бик ҡарт, ни… Ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә!
Ә-ә-ә-ә-ә-ә! Ә-ә-ә-ә-ә-ә! Һин ниңә тешләйһең? Мин шаярттым ғына! Мин
күңелеңде күтәрергә теләнем, ә һин тешләшәһең!

– Мин тешләмәнем дә тиерлек, – Коля аҡланырға тотондо, – тештәремде генә тигеҙҙем.

– Тигеҙҙең, тигеҙҙең, – олатай һуҡранды, тешләнгән ерен һыпырҙы. –
Беләһеңме, минең тәнем шундай йомшаҡ, тейеү менән күгәреп сыға.

– Ғәфү ит, – тине Коля, – мин хәҙер үҙемде ғәйепле итеп тоям.

– Лутсы йоҡла, – тине олатай, – һалҡын һыу аҫтында тотам. Күңелен күтәрәһең, бының өсөн һине тешләйҙәр.

Аппетит тураһында һөйләшеү

Коля һәр ваҡыт аппетитын боҙҙо – кәнфиттәр менән. Ә үҙе уның нимә икәнен белмәне.

– Олатай, ысын аппетит нимә була? – тип һораны Коля.

– Хәҙер ул юҡ инде, – тип яуап­ланы олатай. – Элек бар ине: әүәле мин
бер ултырыуҙа бер биҙрә тоҙланған кәбеҫтә ашай ала инем, ә әле хатта
ашағым да килмәй. Бына элегерәк…

– Ә улайһа, – Коля бүлдерҙе, – ни өсөн әсәйем, кәнфиттәр менән аппетитыңды боҙаһың, ти.

– Сөнки уға тәмлекәстәр йәл, – тип аңлатты олатай. – Ул миңә лә, тәмәке
менән үпкәңде боҙаһың, ти, ә бит тартырға үҙемдең пенсияға һатып алам.
Тағы ла коньяк…

– Ә ни өсөн, – Коля бүлдерҙе, – ул миңә ашағандан һуң кәнфит һурырға рөхсәт итә?

– Ҡара әле, – олатай асыуланды, – һин ниңә мине гел бүлдерәһең? Ололарҙың һөйләгәнен тыңлап бөтмәү насар икәнен белмәйһеңме ни?

– Беләм, – тине Коля ғәйепле төҫтә.

– Улайһа, бүлдермә, – тине олатай. – Ул, коньяк бауырға зарарлы, ти.

– Бәлки, ысынлап та, әҙерәк зарарлылыр, – тине Коля.

– Был ғәҙел түгел, – тине олатай, – мин кәнфиттәр менән һинең яҡлы.

– Мин дә һинең яҡлы, – тине Коля.

Олатай менән Коля бер-бере­һенең ҡулын ҡаты итеп ҡыҫты.

Өс тин

Бер ваҡыт Коля 1975 йылғы боронғо өс тинлек тапты.

– Элек был аҡсаға бына тигән сироплы газлы һыу эсеп була ине, – олатай ауыр һуланы. – Эһе-һе-һе-һе-е-е-е.

– Иҫең киткән икән, – Коля көлөмһөрәне, – хәҙер…

– Автомат янына бараһың, – олатай уйсан дауам итте, – тишеккә тинлек төшөрәһең дә көтәһең. Көтәһең, көтәһең, көтәһең…

– Ә нимә көтәһең? – тип һораны Коля.

– Көтәһең, көтәһең, көтәһең, – олатай уйсан дауам итте лә ҡапыл туҡтаны.

Коля олатаһына ҡараны – олатай йоҡлай ине. Йөҙөндә – йылмайыу.

– Олатай! Олатай! Ә нимә көтәһең? Артабан нимә?!

– Ә?! – олатай уянды. – Бына шулай: көтәһең, көтәһең, көтәһең, ә һыу
аҡмай. Шунан киҙәнәһең дә «Сироплы һыу» тип яҙыл­ған урынға йоҙроҡ менән
тондораһың һәм ул аға. Тәмле ине, хәҙер бындай һыу юҡ.

– Шәп! – тине Коля. – Йоҙроҡлап!

– Йүгереп килеп тә мөмкин ине, – олатай башын ҡаҡты. – Был нимә ул, элек телевизорҙар ҙа яҡшы – йоҙроҡ менән һуғырға кәрәк ине.

– Шәп! – тине Коля.

– Шулай шул, – олатай көрһөндө.

Туғыҙынсы тулҡын

Коляның олатаһы ауырыны. Температураһы ла, йүткереүе лә, тымауы ла
юҡ. Олатай диванда моңһоу ятты һәм: «Миңә бер нәмә лә ҡыҙыҡ түгел», –
тине.

– Шаулама, олатайыңа һорау­ҙар биреп йөҙәтмә, – тине әсәһе Коляға.

Ләкин бер ваҡыт, ата-әсәһе өйҙә булмағанда, ейән түҙмәне, уға һорау бирҙе:

– Олатай, туғыҙынсы тулҡын нимә ул?

– Туғыҙынсы тулҡын?! – олатай йәнләнде, терһәктәренә таянды. – Туғыҙынсы
тулҡын?! – Ул тағы ла нығыраҡ йәнләнде һәм өҫтөнән мамыҡ юрғанды ҡырҡа
алып ташланы. – Туғыҙынсы тул­ҡын – тулҡын тау йәки башня һымаҡ булғанда
ул! – тип ҡысҡырып ебәрҙе олатай, дивандан һикереп тороп, ҡулдарын
һелтәй-һелтәй, бүлмә буйлап кәләп һалырға кереште.

– Шәп! – Коля һоҡланды.

– Хәҙер мин бына күрһәтәм, – тине олатай. – Һин үҙеңде ҡырмыҫҡа итеп күҙ алдына килтерә алаһыңмы?

– Әлбиттә, – тине Коля. – Килтерҙем.

– Бик шәп.

Олатай ваннаға һыу тултыр­ҙы, уға ҡағыҙ карап төшөрҙө, еңдәрен һыҙғанды ла ҡулдары менән һыуҙы сайҡалдыра башланы.

– Бер, – тип һананы тулҡындарҙы олатай, – ике, өс, дүрт…

Тулҡындар бейегәйгәндән-бейегәйҙе, иҙәнгә бер аҙ һыу сайпылып түгелде.

– У-у-у-у-у-у-у-у-у, – олатай елдәй ыжғырҙы, – би-и-и-ш, алт-ы-ы-ы, у-у-у-у-у-у, ете-е-е-е, һиге-е-е-еҙ!

Һыу шул тиклем ныҡ сайпылып түгелде, олатай менән Коляның аяҡтары һыуланды.

– Эһе-һе-һе-һе-е-е-ей! – тип ҡысҡырҙы олатай. – Мачта­ны киҫ! У-у-у-у-у! Һигеҙ ярым, туғыҙ!

Туғыҙ, тип иҫәпләгәндә шундай ҙур тулҡын күтәрелде, хатта олатай менән
Коляның салбарҙары, күлдәктәре һәм майкалары шыр һыу булды.

– Бына ошо туғыҙынсы тулҡын була ла инде, – тине ҡәнәғәт ҡал­ған олатай. – Ҡурҡыныс булдымы?

– Юҡ, – тине Коля.

– Һин үҙеңде карапта ултырған ҡырмыҫҡа итеп күҙ алдына килтермәнеңме ни? – тип һораны олатай.

– Һин, карапта, тип әйтмәнең дә баһа, – тип яуапланы Коля. – Ҡырмыҫҡа
ғына, тинең. Мин үҙемде түшәмдә ултырам икән, тип күҙ алдына килтерҙем. Ә
ун­да ҡурҡыныс булманы.

– Улайһа, һин бер нәмә лә тоймағанһың, – олатай әсенде. – Йә, ярай, тағы ла ҡабатларбыҙ.

Олатай ҡоро кейем кейҙе лә кранды асты.

Мин әҙерләргә яратам

Бер ваҡыт олатай урамда бер әбей менән танышты.

– Миңә һине оҙатырға мөмкинме? – тип һораны ул.

– Тырышып ҡара, – тип яуап­ланы әбей, – мин тиҙ йөрөйөм – сәғәтенә ике саҡрым.

– Ә мин – өс, – олатай дәртләнде. – Александр.

– Люда.

Шунан улар нимә хаҡында ла һөйләшергә белмәне, таяҡтарын туҡылдатып шым ғына оҙаҡ бар­ҙылар. Ниһайәт, олатай:

– Мин музыка яратам, – тине.

– Ә мин юҡ, – тине әбей.

– Ә спортты? – олатай уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар табырға тырышты.

– Юҡ, – тип яуапланы Люда. – Быларҙың барыһы ла иҫәрлек.

– Мин әҙерләргә яратам, – тине олатай.

– Был башҡа эш, – әбей ҡыуанды.

Улар эскәмйәгә ултырҙы ла сумкаларынан дәреслектәр һәм дәфтәрҙәр алып,
дәрес әҙерләргә кереште: олатай – үҙенең ейәне, ә әбей үҙенеке өсөн.

Талапсанлыҡ тураһында һөйләшеү

Әсәй бөгөн талапсан ине.

– Әйт әле, талапсанлыҡ нимә ул? – тип һораны Коля.

– Талапсанлыҡ – тәпәш үксәле ҡара туфли, ирендәр буялмаған, күҙҙәргә
саҡ-саҡ ҡына һөрмә тартылған, күҙлек, сәстәр шәлкемгә йыйылған, «Мария
Ивановна» хушбуйы һәм насар эш хаҡындағы уйҙар.

– Ә уйҙар ниңә? – Коля аңламаны.

– Әгәр уйҙар һәйбәт нәмә тураһында булһа, тағы ла насарыраҡ – яҡшы һәм күңелле булһа, сырай талапсан булмаясаҡ.

– Бына ошондаймы? – тип һораны Коля һәм үҙенең сырайын күрһәтте.

– Эйе, – тине әсәһе.

– Ә хәҙер? – тип һораны Коля, ул үҙенең алдағы тормошондағы химия, физика һәм урыҫ теле буйынса контроль эштәр хаҡында уйланы.

– Хәҙер һинең сырайың талапсан түгел, ә тормоштан күңел ҡайтыу, – тине әсәһе.

– Миңә талапсан кәрәкмәй ҙә, – Коля ҡулын һелтәне лә өс айға һуҙыласаҡ йәйге каникул тураһында уйларға тотондо. – Ә һи­ңә ниңә?

– Шуның өсөн, ул мин үҙәк универмагтан һатып алған һоро кос­тюмға тап килә.

Әсәй ябай һоро костюмдан, тәпәш үксәле ҡара туфлиҙа, күҙлекле ине,
ысынында Светлана Николаевна булһа ла, унан «Мария Ивановна» аңҡый ине.

Бесәй тураһында һөйләшеү

Бесәй тағы ла асыҡты.

– Ул әле генә бер тәрилкә балыҡ ашаны ла баһа! – әсәй ғәжәпләнде.

– Уның өсөн балыҡ беҙҙең өсөн һауа һымаҡ, – тине атай. – Һулыш алмайынса оҙаҡ тора алмайһың бит.

– Дөрөҫ, – тине бесәй.

– Күрҙеңме? – тине әсәй. – Ул тағы ла һорай.

– Бәлки, эш һарымһаҡталыр? – тип ҡысҡырып уйланы атай.

– Һарымһаҡта?

– Эйе, ул аппетитты аса. Әллә уға һарымһаҡ бирәһеңме?

– Нисек инде бирмәҫкә, – әсәй тулҡынланды, – сөнки ул быс­раҡ иҙәндән
ялан аяҡ йөрөй, шунан ултыра ла тәпәйҙәрен ялай, ә уларҙа миллиард
микроб.

– Уға өй тапочкаһы һатып алыр­ға кәрәк, – тине атай, – ниңәме, ботинка урамға сыҡҡанда кейер өсөн.

Шунан бирле бесәй өй тапочкаһында йөрөй, һәр ваҡыт туҡ, унан һарымһаҡ еҫе килмәй.

Эттәр тураһында

Эт мәрхәмәтле ине. Уға: «Фас! Тешлә! Эләктер!» – тиҙәр, ә ул быларҙың береһен дә үтәмә­не.

– Болонкалар – насар хужа, – тине атай, – шулай булғас, тимер ишек ҡуйырға кәрәк.

– Һис тә улай түгел, – тине әсәй, – танышымдың болонкаһы күршеһен тешләгән.

– Ни өсөн? – атай ҡыҙыҡһынды.

– Бер ни өсөн дә түгел, – тине әсәй, – кәйефе булмаған.

– Ә беҙҙекенеке һәр саҡ һәйбәт, – атай көйөндө.

– Ә һин боҙ, – тип тәҡдим итте әсәй, – уны яратмаған ҡиәфәткә ин, ә мин күршене саҡырам.

– Яҡшы, – атай ризалашты, – маташтырып ҡарайым.

Атай ҡәнәфигә ултырҙы ла телевизор ҡабыҙҙы һәм үҙенең этен яратмаған
ҡиәфәткә инде. Ә тегеһе уның янына дүрт мәртәбә килде, артҡы тәпәйҙәренә
баҫып, ҡулдарын яланы, ҡойроғон болғаны, резина терпе килтерҙе… Ләкин
атай телевизор ҡараны, эткә бер ниндәй ҙә иғтибар бүлмәне. Шунан ул
атай­ҙың аяғын тешләне лә йоҡларға ятты.

– Ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә! – атай ҡысҡырҙы. – Ә-ә-ә-ә-ә-ә! Ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә-ә!

– Нимә булды? – тине фатирға йүгереп килеп ингән әсәй, хафаланып.

– Һеҙгә ни булды? – күрше аҫтыртын йылмайҙы.

– Бер ни ҙә юҡ, – тип яуапланы атай. Уға күршеһе алдында оят ине. – Мин йырлайым.

– Бик яҡшы, – тине күрше, – тик ун берҙән һуң йырлама­ғыҙ.

Ошо мәлдә коридорҙа эт күренде. Уның тештәрендә сумаҙан ине.

– Күршеләргә китәм, – тине эт, – мине бында яратмай­ҙар.

Шунан бирле ул күршеләрҙә йәшәй башлаған, ә әсәй менән атай тимер ишек ҡуйҙырҙы.

Ике бөйөк композитор

Бер ваҡыт Коля музыка мәктәбенә инергә булды. Имтихандарға килде, унан комиссия һорай:

– Һеҙ Бахтың кем икәнен беләһегеҙме?

– Эт исеме, – тип яуаплай Коля.

– Ә Моцартты? – Комиссия тынысланмай.

– Эт, – тип яуаплай Коля.

– Йә, ярай, – ти комиссия, – улайһа, берәй бөйөк композиторҙы атағыҙ.

– Полкан! – Коля ҡыуана. – Тағы ла Шарик! Бер түгел, икәү!

Комиссия ағзалары бер-береһенә ҡараша, Коля атаған композиторҙарҙы белмәгәндәренә оялалар, үҙҙәре белгәнгә һабышалар.

– Йә, ярай, бик һәйбәт, – ти комиссия, – һеҙ шылтыраҡта уйнарға ҡабул ителдегеҙ.

Урманда ҡурҡыныс була башланы

(Коляның төшөн яңынан һөйләү)
Коля нисектер урманда йыйылма ултырғыста ултыра ине. Көтмәгәндә бер
әбейҙең ағастан – имәндән төшөп килеүен күрә. Тылсымсы, тип ҡыуана Коля.
Ни һорарға икән, тип уйларға керешә. Аҡса ғына була.

Әбей килә лә:

– Һаумы, Илья Муромец ата­ҡай, – ти.

– Һаумыһығыҙ, – тип яуаплай Коля. – Тик мин – Коля, Николай Николаевич. Миңә аҡса кәрәк ине.

– Ауыҙыңды яп! – тип ҡысҡыра әбей.

Шунда Коля уның ике алғы теше юҡлығын күреп ҡала. Әбей­ҙең мәрхәмәтле
тылсымсы түгеллеген аңлай. Мәрхәмәтлеләр­ҙең тештәре һәр ваҡыт
һау-сәләмәт. Ул аҡса бирмәйәсәк. Коляның кәйефе боҙола, өндәшмәй, ә әбей
тота ла ҡайҙалыр юҡ була. Бына һәйбәт!

– Миңә аҡса кәрәкмәй. Иң мөһиме – сәләмәтлек. Ә бының өсөн урмандағы саф һауаны күберәк һуларға кәрәк, – ти Коля, тәрән һулап.

Ул һулағансы, әбей икенсе мәртәбә имәндән төшә, һалдаттай маршта йөрөй – ать-два, ать-два!

– Һаулыҡ теләйем, Илья Муромец атаҡай!

– Һаумыһығыҙ, – тип яуаплай Коля, аҡса һорамаҫҡа хәл итә, – һеҙҙе
күреүемә шатмын. Һәйбәт күренәһегеҙ… Нисек йәшәйһегеҙ?.. Ниңәлер һеҙҙең
күптән күрен…

– Ах, һин ша-а-а-атмы ни әле! – Әбей ҡысҡыра. – Мине күреүемә шатмын,
тиһеңме?! Ә мине суҡмар менән туҡмағаныңды, килемде тартып алғаныңды
хәтерләйһеңме? Түҙ генә, хәҙер минең сират! – Һәм башына мендәр менән
ҡундыра.

Ярай әле Коля мотоцикл­сы шлемында була. Шунан бир­ле ул урманға ошо кейемдә йөрөй.

Урманда ҡурҡыныс була башланы.

Тағы ла

(исемһеҙ, әммә эпиграфтар менән)

Ун һигеҙ йәше тулмаған балаларға «КамАЗ» йөрөтөү тыйыла.

ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ ҠАҒИ­ҘӘЛӘРЕНӘН

Коля машина хаҡында бик ныҡ хыялланды – уйынсыҡ машина хаҡында түгел, ә ысыны хаҡында.

«Машина, машина, машина!» – тип ҡысҡырҙы Ко­ля төндәрен, карауатында борһаланды, уның температураһы күтәрелде.

Шунан ата-әсәһе табип саҡыртты.

Ул Коляның телен ҡараны ла былай тине: «Организм ҙур йөк машинаһына йәки
экскаваторға эйә булыу теләгенең ҡәнәғәтләндерелмәүе арҡаһында
хәл­һеҙләнгән, шуға нервы ауырыуына дусар булған. Nolens, volens».

Ата-әсәһе «КамАЗ» һатып алып, Коляны шунда ултыртты.

Коляға ысын машина йөрөтөргә ярамай, сөнки ул әлегә бәләкәй, ләкин унда
ултырырға, сигналға ба­ҫыр­ға – би-и-и-и-и-и-и-и-и-и-и-и-и-и,
би-и-и-и-и-и-и-и-и – мөмкин. Коля көндәр буйы ултырҙы һәм баҫты. Хатта
уға ризыҡты «Кам­АЗ»да килтерҙеләр. Ул хатта ҡыш көнө «Кам­АЗ»да
йоҡланы, бер тап­ҡыр ҙа ауырыманы.

Беҙҙең кейемдә һеҙгә бер кем дә бәйләнмәйәсәк.

«БӘҺЛЕҮӘН» МАГАЗИНЫНЫҢ РЕКЛАМА ИҒЛАНЫНАН

Бер ваҡыт Коляға үҫеүен күҙ уңында тотоп, ботинка алып бирҙеләр.

Малай шатланды, уға балаларҙыҡын түгел, ә ысын – ҡырҡ бишенсе үлсәмле – ботинка алалар.

Тағы ла уның пальтоһы, салбары, олатаһының ҡолаҡлы бүркеһе ысын ине.

Пальто, салбар, ҡолаҡлы бүрек кейеп мәктәпкә килгәс, хатта унынсы синыфтар ҙа уға бәйләнергә ҡурҡ­ты.

Әгәр төшөгөҙҙә һеҙҙән аҡса һораһалар, юҡ, тиегеҙ, бына шул.

ТӨШ ЮРАҒЫСТАН

Бер ваҡыт Коляның ата-әсәһе урамдан китеп бар­ғанда егерме ике малай­ҙың
нисек футбол уйнағанын күрҙе. Улар ныҡлап ҡарағас, бөтә егерме ике
футболсының да үҙҙәренең улы Коля икәнен таныны.

Малайҙар ҙа ата-әсәне күрҙе, уйынды ташлап, ҡыс­ҡыра-ҡысҡыра уларға йүгерҙе: «Әсәй, атай, әсәй, атай! Туңдырмаға аҡса бирегеҙ!»

Ошо мәлдә Коляның ата-әсәһе һалҡын тиргә батып уянып китте. Улар сәғәткә
күҙ һалды: төнгө ике ине. Мендәр аҫтын һәрмәп ҡаранылар: аҡса урынында.

Һатып алыу: 30, 90

Һатыу: 31, 10

АЛМАШТЫРЫУ ПУНКТЫНДАҒЫ ТАБЛИЧКАНАН

Бер ваҡыт Коляның ата-әсәһе илле долларға бәхәсләште: улдары сәнскеле
тимер сымлы ике метрлы ҡойманан һикерә аламы, юҡмы? Атай, булдыра ала,
тине, ә әсәй, һикерә алмай, тине.

Улар Коляны саҡырып:

– Анау ике метрлы ҡойманы күрәһеңме? – тине. – Шуның аша һикереп ҡара әле.

– Тик һаҡ бул, – тине әсәй һәм Коляның яурынындағы йомортҡа ҡабы­ғын ҡағып төшөрҙө, – унда токлы сым.

– Мин психтыр шул, – тине лә Коля дәрес әҙерләргә ултырҙы.

– Һин уны шулай тәрбиәләнең! – тип ҡысҡырырға кереште Коляның атаһы Коляның әсәһенә.

– Юҡ, һин уны шулай тәрбиәләнең! – тип яуапланы әсәй.

– Юҡ, һин уны шулай тәрбиәләнең! – тип белдерҙе атай.

– Юҡ, һин уны шулай тәрбиәләнең! – тип екерҙе әсәй.

Сираттағы туҡталыш: «Ломоносов исемендәге университет».

АВТОБУСТАҒЫ ИҒЛАНДАН

Коляның атаһы автобус шофёры ине. Бына бер ваҡыт ул улын үҙе менән эшкә
алды. Малай көнө буйы кабинала атаһы янында ултырып йөрөнө, хатта
микрофонға туҡталыштар­ҙы иғлан итте. Ә бер тап­ҡыр хатта ысын
тәгәрмәсте алмаштырҙы, карбюратор­ға өрҙө, тормоз шыйыҡса­һын ағыҙҙы,
тоташтырыу педаленең тотҡарлыҡһыҙ йөрөүен көйләне.

«Йә, нисек, оҡшанымы?» – тип һораны атаһы өйгә ҡайтҡас. Улар арығайны,
ләкин бәхетле ине, үҙҙәре­нән бензин еҫе аңҡып тора, мазутҡа батҡандар.
«Бик ныҡ», – тип яуап бирҙе Ко­ля. Үҙ алдына уйланы: «Шофёр булып эшләү,
әлбиттә, ҡыҙыҡ, ләкин валюта алмаштырыу пунктында ултырыу тағы ла
ҡыҙығыраҡ. Ә бының өсөн Ломоносов исемендәге университетҡа уҡырға
инергә, яҡшы уҡыр­ға кәрәк».

Шунан башлап Коля синыфтағы бөтә малайҙарҙан яҡшыраҡ уҡый башланы – гел «өслө»гә.

Әгәр картуф ҡыҙғылт һа­ры, үҙенән әфлисун еҫе килеп тора икән, тимәк,
был насар картуф. Унда нимәлер тейешенсә түгел. Бәлки, ул бөтөнләй
картуф түгелдер.

ТӘМЛЕ ҺӘМ СӘЛӘМӘТ АҘЫҠ-ТҮЛЕК ТУРАҺЫНДАҒЫ КИТАПТАН

Бер ваҡыт Коляны баҙар­ға картуф алырға ебәрҙеләр. Унда барғас, картуфтың ҡыҙғылт һары, әфлисун еҫе килеп тороуын күр­ҙе.

«Лутсы был аҡсаға һағыҙ алырға кәрәк, – тип уйланы Коля, – уларҙың
сифаты һәр саҡ яҡшы». Уйланы ла кибет янына һағыҙ алырға барҙы.

Көтмәгәндә ул, «һағыҙ» тип әйтәһе урынға «сигара», тине. Коля үҙ
ғүмерендә беренсе тапҡыр Куба сигараһын тәмләп ҡарағас, ҡәнәғәтләнеп
мөңрәп ебәр­ҙе:

– М-м-м-м-м-м-м-м! Ниндәй сигара!

– Ой, ғәфү итегеҙ, – тине һатыусы, – мин һеҙгә яңылыш сарделька биргәнмен – улар бер-береһенә ныҡ оҡшаған.

Коля төтөн өрҙө, көлдө ҡаҡты ла йылмайҙы – һатыусының үҙенә оло кешеләргә әйткән кеүек «һеҙ» тип өндәшеүенән ҡәнәғәт ине.

– Бер зыян да юҡ, ҡы­ҙы­ҡай, – тине ул.

Үлеп барыусыларҙы һауыт-һауа йыуырға мәжбүр итмәгеҙ.

«СӘЛӘМӘТЛЕК» ЖУРНАЛЫНАН

Коляның ихтыярын көсәйтеп, градусникта температураны утыҙ туғыҙ ҙа ете
бүлеменә тиклем күтәреү һәләте бар. Әгәр әсәһе, мәҫәлән, яңы кассета
алмаһа йәки һауыт-һаба йыуырға мәжбүр итһә, ул пинжәгенең эске кеҫәһенән
(Коля һәр ваҡыт пинжәк кейеп йөрөнө) градусник ала ла температураһын
үлсәй. Ә температура ихтыяр импульсының йүнәтелгән тупланмаһына еткәс,
утыҙ туғыҙ ҙа ете бүлеменә тиклем күтәрелде, малай градусникты әсәһенә
күрһәтте. Шунан әсәй (әсәй әсәй инде ул) үлеп барыусы Коляны һауыт-һаба
йыуырға мәжбүр итә алманы, уға яңы кассета алып бирҙе, сөнки былай тип
уйланы: «Бәлки, был уның һуңғы шатлығылыр, әгәр баш тартһам, үҙемде
һуңынан ғүмер буйы әрләйәсәкмен».

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.