Нисек түҙеп тормаҡ кәрәк,
Йүгереп сыҡтым тышҡа.
Ҡар бабай яһап ултырттым,
Ҡара, мин ниндәй оҫта!
Атайыма күрһәтәм, тип
Көттөм ҡайтыуын эштән.
Күрһәтеп өлгөрмәнем шул –
Ҡар бабай иреп бөткән…
Был ниндәй ғәләмәт икән –
Ап-аҡ ҡар ҡайҙа булған?
Иртән генә ҡыш ине бит,
Кискә тағы көҙ булған.
Земфира ЮЛАМАНОВА, «Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.