-9 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
4 Май 2019, 05:56

Калейдоскоп

Ауырғазы районының Ҡорманай ауылынан Зөлфиә ҒӘЗИЕВА шиғырҙары. Ә һеҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар,Ҡайһы ерҙә булдығыҙ?Ниҙәр күреп, ниҙәр тойоп,Ниндәй хискә тулдығыҙ?



Ә һеҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар,
Ҡайһы ерҙә булдығыҙ?

Ниҙәр күреп, ниҙәр тойоп,

Ниндәй хискә тулдығыҙ?

Ә мин бына булдым әле –

Алиһәләр ерендә.

Аллы-гөллө шау сәскәле

Калейдоскоп илендә.

Ул – үҙе ябай уйынсыҡ,

Әйләндерсе тиҙерәк.

Оҙонса ғына көпшәнең

Эсе тулы мең биҙәк.

Калейдоскоп ватылмаһын,

Биҙәктәре бөтмәһен.

Калейдоскоплы бала саҡ

Беҙҙе ташлап китмәһен.


Борсаҡлы күлдәк


Эре борсаҡтар төшкән.

Сеп-сей йәшел түгел улар,

Ҡып-ҡыҙыл булып бешкән.

Нисек түҙәйем һуң инде

Өйҙә ҡайһылай бушҡа.

Күлдәгемде елберләтеп

Осоп сығамын тышҡа.

Минең борсаҡтарҙы күргәс,

Ҡоштар әллә ҡыҙышты.

Әллә яңы күлдәк менән

Ҡотларға тип тырышты.

Сут-сут килеп һайранылар,

Ҡояш наҙлап туйманы.

Күлдәк эҫегә уңманы,

Төҫөн һис тә юйманы.

Атламайым, ҡыуаныстан

Мин бит йүгерәм икән!

Күлдәгемдән борсаҡтары

Ҡойолоп бөтмәҫ микән?!


Күркә


Хатта ҙурҙар ҙа өркә.

Ә мин әле кескенәмен,

Ә ҡаршымда – ҙур күркә.

Ҡыҙылдан кейенмәһәм дә,

Ник ул һаман ҡабара?!

Тулған шарҙай шартлар кеүек,

Гөрһөлдәп тора-бара.

Ә күркә һаман ҡабара,

Хәйлә ҡорҙом бер-ара.

Ҡулъяулығым ҡыҙыл ине,

Ташланым уға табан.

Ғолдор-ғолдор килеп күркә

Боролоп китте ситкә.

Ҡурҡмаған кеүек булһам да,

Тир бәреп сыҡҡан биткә.

Бал ҡорто


Бантиктар балҡып торҙо.

Әллә сәскә тиеп уйлап,

Бал ҡорто килеп ҡунды.

Ой, ой, унан мин бит ҡурҡам,

Берүк саға күрмәһен.

Күлдәктәге сәскәләрҙе

Ысын тиеп белмәһен.

Йөрөп туйғас аҡ таҫмала,

Осто һаман безелдәп.

Йәнә ҡабат килеп ҡунды,

Сәстәремдән бал эҙләп.

Ысынлап та, оҡшанымы,

Рәхмәт әйтте: «Без – без, – ти,

– Матур, аҡыллы ҡыҙҙарға

Беҙ һис тә теймәйбеҙ!» – ти.