+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
17 Август 2021, 09:20

Айыу хаҡында хикәйә

Ноғман МУСИН

«Талғаҡ» тигән һүҙҙе, моғайын, күптәрегеҙ, бигерәк тә ялан яҡтарында тыуып үҫеүселәр, белмәйҙер әле.

Тау-урман яҡтарындағы һунарсылар телендәге һүҙ был. «Нимәне аңлата һуң ул?» – тиһегеҙме. Был һорауға ике ауыҙ һүҙ менән генә яуап биреп булмай. Мин һеҙгә бер ҡыҙыҡлы хәлде һөйләйем, шунан бөтәһе лә аңлашылыр.
Ялан яғындағы колхоздар йәй көнө беҙҙең тау яғына малдарын йәйләүгә килтерә. Берҙән-бер көндө шундай йәйләүҙәрҙең береһенән Әбделнәғим бабайға сапҡын килеп төштө. Ике таналарын айыу йыҡҡан икән.
– Бабай, шул айыуҙы дөмөктөрһәң, ҙур рәхмәттәр уҡыр инек үҙеңә, – тип ялынғас, һуңғы көндәрҙә биле һыҙлауға зарланыбыраҡ йөрөһә лә, Әбделнәғим бабай йәйләүгә барырға һүҙ биргән.
Ни тиһәң дә, етмеш йәш – аҙ ғүмер түгел бит: бабайымдың кәре ҡайта башлаған. Өҫтәүенә, сырхаулап та торғас, ул үҙенә бер-ике иптәш эҙләмәксе булды.
– Хәҙерге йәштәр араһында айыу һунарына йүнләп йөрөүсе лә юҡ инде, – тип зарланды ул.
Шулай ҙа уға юлдаштар табылды: почтальон Зиннур менән урмансы Хәмит, өйҙәрендә йылдар буйы файҙаһыҙға аҫылынып торған ҡушкөбәктәрен алып, Әбделнәғим бабайға эйәрҙеләр. Бабайымдан, әлбиттә, мин дә ҡалманым. Һәр ваҡыттағыса, ул мылтығын миңә йөкмәтте. Мин ни, ысын айыусы һымаҡ, ҡупырайып киттем.
Йәйләү ауылдан дүрт-биш саҡрым ерҙә – Ҡоръятмаҫ тауының итәгендә ине.
– Ҡараңғы төшмәҫ борон барып етеп, тегенеһен-быныһын әҙерләп ҡалырға кәрәк, – тип ҡабаланһа ла, бабайымдың аҙымы бик ырамлы түгел.
Әллә шуға күрә юл ҡыҫҡартыу өсөн инде, ул, ғәҙәтенсә, үҙенең оҙон һунарсылыҡ юлын хәтерләп, ҡыҙыҡлы хәбәр һөйләй-һөйләй атлай.
– Айыуға күп йөрөлдө инде ул, – тип башлай ул һүҙен. – Байтағының башына етелде мәлғүндәрҙең. Бына һеҙҙең кеүек хәҙерге йәштәр генә ул бер фай­ҙаһыҙға мылтыҡ тота. Шуға күрә айыу ҙа үрсеп китте. Әйтәйем мин һеҙгә, айыу һунары – ғәйрәтле ир һөнәре. Бының өсөн ҡоро беләк кенә етмәй, йөрәк кәрәк, уландар, йөрәк…
– Әбделнәғим бабай, – тип бүлдерҙе уны урмансы Хәмит, – берәй айыу алғанығыҙҙы һөйләгеҙ әле.
– Һы, һөйлә, имеш. Бына бөгөн үҙең күрерһең, – тип бабайым инәлтеп маташты.
Ләкин мин уның холҡон беләм: барыбер берәй ваҡиға һөйләмәйенсә түҙмәй ул. Ысынлап та, аҙ ғына һүҙһеҙ барғас, уның теле тағы ла асылды.
– Былай итеп алдан әҙерләнеп барған һунарҙың әллә ни ҡыҙығы юҡ. Аңғармаҫтан айыуға тап бул­һаң, шунда була уның мәрәкәһе…
– Ә һинең шундай «мәрәкә»гә тап килгәнең булдымы, бабай? – тип һүҙ ҡыҫтырҙым мин, түҙмәйенсә.
– Һы, атайың малайы, ҡырҡ-илле йыл буйы урман айҡап йөрө лә, тап килмә, имеш. Бер түгел, әллә нисә мәртәбә уйламаған ерҙән тап булдым мин ул мәл­ғүнгә. Ана өсөнсө йыл көҙ генә әле, өйҙә тик ятып түҙмәйенсә, мелкийымды ғына алып, ҡуян һунарына сығып киттем. Ул, шеш ҡолаҡ, эҙләһәң тап буламы ни! Әллә ни тиклем ер ҡыҙырып, арманһыҙ булып, буш ҡул менән ҡайтып киләм бит. Ситйылға башын үтеп, юлға сығырға күп тә ҡалмағайны, эргәмдә генә айыу үкереп ебәрмәһенме! Мин иҫемде йыйғансы, шыр араһынан ялпылдап килеп тә сыҡты, мәлғүн. Ундай саҡта ҡайҙа, ти, ул уйлап тороу. Мелкийымды ала һалып, шартлатҡансы ат та ебәр тегегә…
Почтальон Зиннур уның һүҙен бүлдерҙе:
– Әбделнәғим бабай, мелкий калибр шартлап атылмай ҙа инде, – ти ул, үҙе көлә.
Бабайымдың кәйефе ҡырылды.
– Ата белһәң, мелкий ҙа шартлай ул, – тине лә артабан һөйләмәҫ булды ла ҡуйҙы.
Күпме генә ныҡышһаҡ та, беҙ эштең ни менән бөткәнен белә алманыҡ. Бынау, теле ҡысытҡан Зиннур, ниңә тыңлап ҡына килмәҫкә, ниңә һүҙ ҡыҫтырырға. Бабайым һүҙен бүлдергәнде яратмай шул, – йәйләүгә барып еткәнсе, бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне.
Йәйләүҙәгеләрҙән айыуҙың таналарҙы ҡайһы ерҙә йыҡҡанын төпсөп һорашҡас, Ҡоръятмаҫ тауының бер уяһынан аҡҡан йылға буйлап тағы ары киттек. Бер тананы айыу ашап бөтөрә яҙған: башы ла һөйәк-һаяғы ғына ята.
– Был емтеккә айыу ҡабат килмәҫ, – тине Әбделнәғим бабай, – әйҙәгеҙ, икенсеһенә.
Икенсе тана бөтөн тиерлек. Айыу уның эс майын, еленен генә ашаған да өҫтөнә сөрөк-сарыҡ киҫкә өйөп киткән.
– Бабай, быныһын ниңә ашаманы икән? – тип һораным мин.
– Һы, атайың малайы, – ти Әбделнәғим бабай, ғәҙәтенсә, – шуны ла белмәйһеңме? Һөрһөтөп еҫләндермәйенсә ашамай ул. Һөрһөгәс, ит муртлана, йомшара ла. Айыу тимә, ғәләмәт аҡыллы януар ул. Ана бит, байлығын ҡайһылай итеп ят күҙҙән йәшергән. Ярай, уландар, күп һүҙ – юҡ һүҙ, ти. Йәгеҙ әле, эшкә тотонайыҡ. Яҡты күҙҙә талғаҡ эшләп ҡалырға кәрәк.
Бабайым талғаҡ эшләү өсөн бер-береһенән ике-өс метр ғына алыҫлыҡта үҫкән ике ҡайынды һайланы. Улар тана емтегенән ун метрлап йыраҡлыҡта ине. Бабайым Зиннур менән Хәмит ағай­ҙарға ошо ике ҡайын араһына етерлек оҙонлоҡта дүрт һайғау ҡырҡырға ҡушты.
– Икеһе баҙығыраҡ булһын, икәүһе беләк йыуанлыҡ булһа ла ярай, – тине ул, үҙе, билендәге кескәй балтаһын билғауынан алып, сыбыҡ-сабыҡ киҫергә тотондо.
Бына Зиннур менән Хәмит ағай икеһе ике ҡайын башына менде. Уларға ни эшләргә кәрәклекте бабайым аҫтан өйрәтеп тора.
– Йыуаныраҡ һайғауҙарҙы ултырыу өсөн ана анауы ботаҡтарға һалығыҙ. Үәт-үәт, шулай. Араларын киңерәк итегеҙ, ултырырға йәпле булһын. Икеһен, диван арты һымаҡ итеп, терәлеп ултырыу өсөн ағастың теге яғынан өҫкә бәйләгеҙ…
Аҫтағы ике һайғау араһына бабайым киҫкән ваҡ сыбыҡ-сабыҡты арҡыс-торҡос йәйгәс, диванға оҡшаш нәмә килде лә сыҡты.
– Бына шулай була инде тал­ғаҡ, – ти бабайым миңә, – айыу­ҙан да ҡурҡмайһың, үрҙә ултыр­ғас, айыу беҙҙең еҫте лә һиҙмәй. Әүәлге заманда, мылтыҡ юҡ саҡта, шундай талғаҡтан айыуға һөңгө атыр булғандар… Ярар, улым, тәүәккәлләп, беҙ ҙә шунда менәйек инде.
Әбделнәғим бабай, Зиннур менән Хәмиткә мылтыҡтарҙы алып биргәс, ботаҡҡа тағылған арҡанға йәбешеп, юғары үрмәләне. Уның артынса мин дә тал­ғаҡҡа менеп ултырҙым.
Мылтыҡтарҙы, емтеккә тоҫҡап, ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп бәйләп ҡуй­ҙылар. Быныһы аңлашыла:шулай итмәһәң, дөм ҡараңғыла айыуға тоҫҡап атып булмай бит инде.
Ошо әҙерлектәр бөтөүгә, ҡараңғы төштө. Күк йөҙөндә ауыр болоттар һөйрәлгәнлектән, дөм ҡараңғы, етмәһә, күп тә үтмәне, ваҡ күҙле ямғыр һибәләй башланы. Был минең эсте бошора, ә бабайым:
– Бына быныһын шәп итә, айыу йөрөй торған ғына төн, килмәй ҡалмаҫ, – тип ҡыуана. Шунан Зиннур менән Хәмитте киҫәтә. – Тәмәке тартыуығыҙҙы онотоп тороғоҙ, айыу еҫте бик алыҫтан ала ул. Һөйләшмәгеҙ.
Шым ғына ултырабыҙ. Шуға күрә ваҡыт бик аҡрын уҙған һымаҡ. Түҙмәйенсә:
– Бабай, теге саҡта, мелкийҙан атҡас, айыу ни эшләне? – тип һүҙ ҡушҡайным, Әбделнәғим бабай терһәге менән ҡабырғама төрттө:
– Шаулама, атайың малайы…
Күҙемә йоҡо төйөлә башланы, иҫнәтә. Шул саҡ Әбделнәғим бабайым:
– Ишетәһегеҙме? – тип бышылдағас, йоҡом ҡул менән һыпырып алғандай булды.
Ҡолағымды һағайттым һәм алыҫта – Ҡоръятмаҫ һырты яғында «ҡоҡ-ҡоҡ, ҡоҡ-ҡоҡ» тигән тауышты ишеткәс, тәндәрем зымбырҙап китте.
– Тынығыҙ сыҡмаһын, килеп етеп, емтекте ашай башлағас ҡына атырһығыҙ, – тип киҫәтте бабайым.
Айыуҙың тауышы яҡынайғандан-яҡыная. Тауышына ҡарағанда, ул хәҙер уйға төшөп, йылға буйынса килә шикелле. Бына бер мәл уның тауышы ишетелмәҫ булды. Әллә, беҙҙе һиҙеп, кире китеп барҙымы икән? Көсөргәнеш сигенә етә башлағайны, йыл­ға эсенән шаптор-шоптор атлап килгән аяҡ тауышы ишетелде. Был тауыш ҡайһы бер саҡта тынып тора, шунан тағы ҡабатлана. Айыу, күрәһең, туҡтап, тирә-яғына ҡолаҡ һалып торалыр.
Бына аяҡ тауыштары, беҙҙең тәңгәлгә еткәс, аҙ ғына шымып торҙо, шунан уның ҡоро ергә сыҡҡанын һиҙҙек. Айыу, лап-лоп баҫып, башында беҙ ултырған ҡайын төбөнән үк үтеп китте. Емтек эргәһенә барып еткәс, өҫтә ятҡан киҫкәләрҙе шатор-шотор ситкә быраҡтырҙы ла шап-шоп килеп ашарға тотондо.
Тын алырға ла ҡурҡып ултырам. «Ниңә атмайҙар икән һаман?» – тип түҙемһеҙләнәм мин. Бына бер мәл бер-бер артлы мылтыҡ атылған тауыш ҡолағымды тондорҙо. Мылтыҡтарҙың көбәгенән бөркөлгән яҡтылыҡта емтек эргәһендә ялп-йолп итеп ҡалған шәүлә күҙемә салынды. Ә айыу яман тауыш менән үкерә-баҡыра, әрәмә араһында донъя ҡуптарып сабырға тотон­ғас, тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
– Арыу эләктерҙек шикелле үҙенә: сыҙай алмайынса, ҡайһылайыраҡ енләнә! – тине Әбделнәғим бабай. – Зиннур улым, фонарыңды яҡтырт әле.
Тик беҙ айыуҙың «енләнгәнен» фонарь яҡтыһында күрә алманыҡ. Ул емтектән алыҫ түгел ерҙә хәле бөтөп йығылғайны. Зиннур менән Хәмит ағай шатлыҡтарынан:
– Урраа! Ҡолаған! – тип ҡыс­ҡырып ебәрҙе, мин дә уларға ҡушылдым.
Әбделнәғим бабайҙың иһә бер ҙә иҫе китмәй.
– Шулай ул, – ти, ағас башынан төшөргә йыйынып. – Теге саҡта мин ул мәлғүнде мелкийҙан бер атыуҙа тәгәрәттем, йөрәгенә сәпәгәнмен.
Тик уның был һүҙҙәре беҙҙе артыҡ ҡыҙыҡһындырманы. Беҙ­ҙең алда талғаҡта ултырып атылған айыу тәкмәсеп ята ине. Ә «талғаҡ» тигән һүҙҙе уҡыусы хәҙер аңлағандыр инде.

Читайте нас: