+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
23 Август 2021, 15:30

Юғалған хазина

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА

 

Фантастик хикәйә

– Илһа-ам! Салауат! Русла-а-ан!

Юғалған малайҙарҙы эҙләп зыҡ ҡубыштыҡ. Тауыш биреүсе юҡ. Бары, күңелдәргә шом һалып, яңғырауыҡ ҡына дөңгөрләй-дөңгөрләй кире әйләнеп ҡайта. Ҡыҙҙар мыш-мыш килеп күҙҙәрен һөртә үк башланы.
– Әгәр улар… Мәмерйә күленә төшөп… – Рәйсәнең был шөбһәһе былай ҙа тетрәнгән йөрәкте тағы ла әрнетеп ебәрҙе.
– Йә-йә, тынысланығыҙ, – тип йыуатам уларҙы, борсолоуымды һиҙҙермәҫкә тырышып. – Мәмерйәнән сыға тороғоҙ, ә мин яҡын-тирәне ҡараштырып киләйем. Тик берегеҙ ҙә ситкә китмәгеҙ, ишеттегеҙме? Әгәр бик оҙаҡлаһам, ауылға хәбәр итерһегеҙ.
Балаларҙы мәмерйәнән оҙатып ҡуйҙым да кире боролдом. Был хәүефле юлға уҡыусылар менән юлланыуымды ҡәһәрләй-ҡәһәрләй, мәмерйәнең төпкө залындағы күлде байҡай башланым. Кеҫә фонарының яҡтылығы аяҡ аҫтынан үтмәй. Ә күл байтаҡ ҡына урынды биләй. Һыуы көмөштәй саф, төбө үтәнән-үтә күренә. Мәшәҡәтләнә торғас, сантиметрлап «үлсәп» бөттөм ер аҫты мөғжизәһен. Юҡ. Малайҙарым күбә араһында юғалған энәләй ғәйеп булды. Әйттем, иҫкәрттем бит уларҙы, бер теҙем булып ҡына атларға, бер аҙым ситкә тайпылмаҫҡа, тип! Ярай инде, Салауат менән Илһам шаянлыҡтың аръяғына сыҡҡан тыңлауһыҙҙар. Һуң, бынауы шымтай Русланына ни етмәгәндер инде!
Һәрмәнә-һәрмәнә килә торғас, таш стенаға бәрелдем. Нисек алдан күрмәгәнмендер инде. Кире боролайым ғына тигәйнем, фонарь яҡтыһында тимер тотҡа күҙгә салынды. Хас та ишек тотҡаһы инде, тик семәрләп, матур итеп эшләнгән. Яҡтылыҡ нурын стенаға йүнәлтә төштөм. Бейек тимер ишек! Бер минутҡа юғалған малайҙарҙы ла оноттом, шикелле. Иғтибарҙы ишектәге сәғәткә оҡшаған бер нәмә йәлеп итте. Төҫлө таштарҙан яһалған ғәләмәт ут яҡтылығында күҙҙәрҙе сағылдырып емелдәй башламаһынмы! Ирекһеҙҙән бармаҡтарым менән «3000» тип яҙылған урынына ҡағылдым. Был һан айырыуса балҡып тора ине шул. Ҡағылыуым булды, әллә ҡайҙа түбәнгә осоп та киттем. Ал, ҡыҙыл, зәңгәр уттарҙың алмаш-тилмәш балҡыуынан күҙҙәрем күрмәҫ, мейем уйламаҫ булды. Ҡурҡырға өлгөрмәнем дә кеүек.
Әсәкәйе-ем! Ҡайҙа килеп сыҡтым мин? Ҡайҙа ҡарама, тирә-яҡ тотош таш та тимер, бер генә бөртөк үлән, семтем генә ҡыуаҡлыҡ күренһәсе! Һауа үпкәләрҙе ҡыҫып килә, иркенләп һулар әмәл юҡ. Һаташам, ахыры, тип уйлап та ҡуйҙым. Әллә төш күрәмме? Ҡулдарымды семтеп-семтеп ҡарайым, ауыртыуҙы һиҙәм былай. Тик әллә ҡайҙан осоп килеп төшһәм дә, тәнем йәрәхәтләнмәгән. Шулай аңҡы-тиңке булып ултырған арала мине әллә ниндәй йән эйәләре уратып алды. Йәһәт кенә башыма сүлмәк кеүек бер әйбер ҡаплап ҡуйҙылар. Сүлмәк тиһәм, уныһы битлек булған икән, ауырлығы һиҙелмәй ҙә. Шунда уҡ тын алыуы еңелләште. Рәхәтләнеп һулап ҡуйҙым. Бәй, мине уратҡандар ҙа шул уҡ нәмәне кейеп алғандар ҙабаһа! Ә былай ҡәҙимге әҙәмдәр тиерһең. Ике аяҡлы, ике ҡуллы, тик үтә нәҙек һәм оҙондар. Аҙ ғына көслөрәк ел иҫтеме, тәгәрәп китерҙәр төҫлө. Ишетәм, ниҙер өндәшә былар миңә, аңламайым. Тағы ниҙер әйттеләр. «Вер» тигәнен генә аңғарҙым. Немецса «кем», буғай. «Бына, – мин әйтәм, – немец теле ҡайҙа кәрәк булды». Тағы әллә нисә телдә һүҙ ҡуштылар. Шул саҡ ситтәрәк торған берәүһе саф башҡортсалап:
– Ә-ә, аңланым, был бит теге малайҙарҙың вожатыйы! Күрмәйһегеҙме ни, ана бит биотоктар малайҙар ултырған бүлмәгә китә, – тине.
– Эйе, эйе, туғанҡайҙар, – тип ҡысҡырып ебәрҙем, ҡыуанырғамы, борсолорғамы белмәйенсә. – Уларҙы эҙләп килдем! Ҡайҙа, иҫәнме минең тиктормаҫтарым?!
– Иҫән, – тип яуапланы теге әҙәм. – Әйҙә, улар эргәһенә. – Үҙе миңә тимер­аяҡтар һона. – Мә, кей.
– Нимәгә ул миңә? Атлап ҡына барам.
– Кей-кей, беҙҙең арттан атлап өлгөрмәҫһең, – ти был.
Үҙйөрөшлө тимераяҡ булып сыҡты, күҙ асып йомғансы ҙур силәккә оҡшаған бер бүлмәгә килеп индек.
– Мәрйәм апай! Мәрйәм апай! – тип малайҙарым килеп ҡосаҡлап алды.
Өсөһөн дә алмаш-тилмәш үбергә тотондом…
Шулай итеп, бына өсөнсө көн инде өс меңенсе йылда йәшәйбеҙ. Ғәжәп инде. Иҫ китерлек күренештәр ҙә күп, күңелгә шом һалырҙайы ла. Әйткәйнем инде, кешеләр бик оҙон. Буйҙары кәмендә ике метр булыр. Теге, мине ҡаршы алғандары, беҙҙең малайҙарҙың тиҫтерҙәре булып сыҡты. Һонтор булһалар ҙа, беҙҙекеләрҙән көсһөҙҙәр, үҙ аяҡтары менән атлап йөрөүҙе лә онотҡандар, күрәһең. Ҡайҙа барма – тимер­аяҡ. Бик аҡыллылар, һәр ҡайһыһы йөҙләп тел белә. Бының ни кәрәге барҙыр, сөнки үҙ-ара күңелдән генә аңлашалар барыбер. Береһенең ниҙер уйлауы була, икенсеһе үтенесен үтәп тә ҡуя. Беҙҙең дә ҡайһы быуаттан икәнде белгәс, ҡабат бер ни һорашып төпсөнмәнеләр. Тик үҙебеҙгә мөрәжәғәт иткәндә генә һүҙ ҡушалар, сөнки уларҙың күңел теле беҙгә килеп етмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ: бик татыу, берҙәм халыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бер генә мәртәбә лә йылмайғандарын күргәнебеҙ юҡ. Беҙ үҙ-ара көлөшкәндә, уларҙың ҡарашында көнләшеүгә оҡшаш нәмә сағылып китә.
Һуш китерлек хәлдәр күп булды ошо өс көн эсендә. Әйтәйек, бында эләгеүебеҙҙең икенсе көнөндә бик һылыу бер ҡыҙ яныбыҙға инде. Егерме биш йәштәр самаһында, тиер инем, бында кеше ҡартайыуҙы белмәй. Ул Илһам эргәһенә барҙы ла:
– Һеҙ минең ҡарттарҙан-ҡарт олатайым булаһығыҙ, – ти бит.
Малайҙар шарҡылдап көлөргә тотондо, ә ҡыҙҙың йөҙөндә бер мускул ҡымшанһасы! Мин дә йылмаймай түҙә алманым: һуң бит Илһамға яҙ ғына ун ике йәш тулды!
– Илһамдың шундай сибәр ейәнсәре булыуға бик шатбыҙ, – тинем.
– Ә нимә ул шатлыҡ? – тип һорай ҡыҙ.
– Шатлыҡ – хәсрәттең киреһе, – тип аңлатабыҙ.
– Ә хәсрәт нимә?
Бына һиңә кәрәкһә, шатлыҡ та, хәсрәт тә таныш түгел икән дә быларға.
– Ҡасандыр кешенең бик хисле йән эйәһе булғанлығын беләбеҙ, – тип дауам итә ҡыҙ, – сөнки һеҙҙең тойғолар әле лә һаҡлана. Тик бына ул тойғоно кисереүе нисек икән?
– Тойғо һаҡлана тиһеңме? – һорауына һорау менән яуап бирәбеҙ.
– Күргегеҙ киләме? – Ҡыҙ стеналағы бер төймәгә баҫты.
Бүлмәне тоноҡ ҡына алһыу нур киҫеп үтте.
«Рәйсәнең күҙҙәре ниндәй матур… Зәп-зәңгәр, ә оҙон керпектәре хас та ҡояш нурҙары кеүек…» – Салауаттың тауышы яңғырап китте. Малай ҡып-ҡыҙыл булды. Ғәжәп ине был. Малайҙың ҡасандыр синыфташы тураһындағы уйы, мең йыл үтеп, киләсәккә барып еткән һәм һаҡланып ҡалған.
– Ә быныһы инде көслөрәк тойғо. – Ҡыҙ икенсе төймәгә баҫты.
Тирә-яҡты ҡып-ҡыҙыл нур балҡытты.
«Балам, балаҡайым! Руслан! Ҡайҙарға китеп юғалдың һин, ҡолонсағым?» – Сәлимә апайҙың үҙәк өҙгөс тауышы беҙҙе айнытып ебәрҙе. Унда, беҙҙең йылда, яҡындарыбыҙ көтә, эҙләй, ҡайғыра, ә беҙ бында тып-тыныс йәшәп ятабыҙ!
Ниндәй генә ҡыҙыҡлы булмаһын, өс меңенсе йыл күңелдәргә үҙебеҙ йәшәгән дәүер кеүек үк яҡын түгел. Мең төрлө хуш-еҫле сәскәләргә күмелгән яландар, алтын иген шаулап үҫкән баҫыуҙар, түбәләрен күккә терәгән йәшел урмандар, күңелгә йәм биреп, йырлай-йырлай аҡҡан шишмәләр беҙҙә генә икән! Бында ни яһалма аҙыҡ, яһалма һыу, хатта кеҫәртке менән күбәләкте лә зоопаркта ғына күрһәтәләр.
Кис беҙҙе ғилми консилиумға саҡырҙылар. Унда тик үҫмерҙәр йыйылған ине.
– Шунан, оҡшаймы һеҙгә беҙҙең дәүер? – тигән һорау бирелде беҙгә.
– Һүҙ юҡ, кешелек күп нимәгә ирешкән. Әҙәм аҡылы хатта сиргә, ҡартлыҡҡа ҡаршы ла дауаһын тапҡан. Үткән быуындарҙың хис-тойғоһон архивта һаҡлайһығыҙ, – тинем, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең күңелен нисек тә һаҡларға тырышып. – Ләкин ике бөйөк хазинаны юғалтҡанһығыҙ: ул да булһа тойғо һәм тәбиғәт…
Йылмайыуҙан да, борсолоуҙан да мәхрүм киләсәк быуындың йөҙө шул мәл үҙгәреп китте.
– Шулай тиһегеҙме? Беҙ юғалтҡанмы ул хазиналарҙы?! Бына ҡарағыҙ! – Стенаның буйынан-буйына экран яҡтырып китте. Ни күҙебеҙ менән күрәйек, беҙ, әле йәшеллеккә, саф һыуға һыуһап ултырыусы малайҙар менән вожатый, Иҙәш йылғаһы буйында муйыл тирәбеҙ! Бына Салауат муйылдың ботағын һындырып алды. Илһам менән Руслан һынған ботаҡтың емештәренә ташландылар. Мин тыйһамсы икән, исмаһам, шул тиктормаҫтарҙы! Өндәшмәйем бит. Эйе шул, уҙған йыл йылға буйына экскурсияға сыҡҡайныҡ. Хатта бер бабай, эргәгә килеп, әрләп тә киткәйне.
– Йә, нимә тип тәләфләйһегеҙ инде матурлыҡты? Һеҙгә кәрәкмәһә, башҡаларға кәрәк бит ул! – Экранда ла әлеге ҡарттың нәфрәтле һүҙҙәре яңғырап китте.
Башҡалар… Бына улар, башҡалар, асыу сәскән ҡараштарын төбәп, яуап көтә. Ә беҙ уларҙы бөтөнләй хисләнә белмәй тип уйлағайныҡ…
Уйҙы дөрөҫләгәндәй, ун өс йәшлек лекторҙың тауышы яңғыраны:
– Беҙҙең гүзәл хис-тойғоларҙы һеҙ урлағанһығыҙ. Мираҫ итеп бары нәфрәт менән асыуҙы ҡалдырғанһығыҙ. Ҡайҙа беҙҙең бала саҡ? Ҡайҙа йылмайыу?! Беҙгә тәбиғәтте кире ҡайтарығыҙ. Тәбиғәт менән бергә тойғо ла ҡайтыр… – Ул алдыбыҙға бер үҫенде ултыртты.
Зәғиф кенә ҡайын ботағы ине был. Япраҡҡайҙары шул тиклем дә сибек, өҙөләм-өҙөләм тип тора. Ләкин беҙ, ошо меҫкен ботаҡ алдында теҙләнеп, япраҡтарын үбергә әҙер инек.
– Үткән быуындарҙың тарихын да, аҡылын-аҡылһыҙлығын да, хис-тойғоһон да һаҡлай алдыҡ. Тик изгеләрҙән-изге бер хеҙмәте сер булып ҡала: беҙ үҫтерә белмәйбеҙ. Кешелектең был бөйөк аҡылы ҡайһылыр быуатта юғалып ҡалған, – тинеләр беҙгә. – Һеҙ ошо ҡайынды үҫтереп бирмәйенсә ҡайта алмайһығыҙ.
Егерме беренсе быуатты һағыныуыбыҙ нисек кенә көслө булмаһын, был эшкә шатланып тотондоҡ. Тиҫтәләгән метр таш-тимер ҡатламын аҡтарып, ысын тупраҡ табыуы ла, һуңынан ер ҡыртышын асып шишмә ярыуы ла бигүк ауыр булманы. Сөнки әлеге быуаттың техникаһы ғәжәп көслө икән. Нисек кенә аҡыллы, башлы булмаһындар, ейән-ейәнсәрҙәр тупраҡтың быуаттар буйы өйөлгән сүп-сар аҫтында күмелеп ҡалыуына төшөнмәгән булған, имеш.
Саф һауа табыуы иң ҡыйыны булды. Бында уны һатып алалар. Әҙләп кенә тотоналар. Ике-өс һулыш алғас, һауаны сарыф итмәй тораһың. Хәл бөтөрҙәй була башлаһа, тағы битлек кейәһең. Ҡайынға өрҙөрөү өсөн үҙебеҙгә һауаһыҙ интегергә тура килде. Йыл ярым үткәс кенә егерме беренсе быуатҡа ҡайтып киттек.
Эй донъяның яҡтылығы! Тубыҡ тиңенән күкрәп үҫкән хәтфә үләндә тәгәрәп, сәскәләрҙәге саф ысыҡты йотоп туйманыҡ. Ә һауа ниндәй һуң! Баш осонда ғына йөрәктәрҙе дәртләндереп һабантурғай йырлай…

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: