+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
28 Август 2021, 10:15

Күгәрсен әбей

Хикәйә

Гөлбәҙәр ҡарсыҡ иртә таңдан һыйырын көтөүгә ҡыуып ҡайтты ла гөлдөр-гөлдөр килгән күгәрсендәрен ашатырға инде. Улары хужабикәләренә күптән өйрәнеп бөткән, һис тә ҡурҡмайынса ем һауытын һырып алдылар.
– Асыҡтығыҙмы, ҡошсоҡтарым, йыуаныстарым минең, әлдә һеҙ бар әле көн үткәрергә, – тип һөйләнде үҙе. Ҡайһыларын ҡулына алып, ҡайһыларына һоҡланып ҡарап, ем сүпләгәндәрен күҙәтеп ултырҙы. Ҡоштарҙың үҙ хәстәре: гөлдөр-гөлдөр итеп осоп китәләр, кире киләләр, хәбәр һөйләгән дә кеүектәр – һис бушамай­ҙар. Күгәрсендәре күп кенә. Элегерәк теүәлләй торғайны, хәҙер осона ла сыға алмай. Һуңғы йылдары бигерәк ныҡ үрсенеләр.
Гөлбәҙәр ҡарсыҡ урынынан ҡалҡынды. Шул саҡ ҡапҡаһы асылып китте лә ике кескәй генә ҡыҙ күренде:
– Күгәрсен әбей, беҙ тағы килдек. Икмәк, ярма килтерҙек. Инергә яраймы? – тип тәтелдеге сыҡтылар.
–И-и, балаҡайҙар, ҡай­һылай иртәләгәнһегеҙ, йоҡлар сағығыҙҙа. Ярай инде, ашатығыҙ, ем һал­ғайным да былай, – тип ҡарсыҡ өйөнә табан тәнтерәкләне. Шуны ғына көткән ҡыҙҙар сырылдашып күгәрсендәр янына йүгерҙе.
– Ана, ана, минеке яңы осоп килде, – Флүзә ҡулдарын сәбәкәйләп, һикерәңләп алды. Ҡошсоҡ ҡыҙҙы танып, ҡулына уҡ килеп ҡунды. Гөр-гөр гөрөлдәп, усынан ярма сүпләргә кереште.
– Ә минеке бында ғына, – Ләйсән дә үҙ күгәрсенен күмәк араһынан эҙләп тапты, йомшаҡ ҡына ҡағылып, ҡанаттарынан һыйпаны. Алдына икмәк валсыҡтарын һалды. Ҡыҙҙар ҡалған ҡоштарҙы ла мәхрүм итмәне, һауыттарын ем менән тултырҙы. Кескәй генә йорттоң иҙәнен дә һепереп сығарҙылар.
Инде ҡайтырға ғына йыйынғайнылар, соланы ишегендә Күгәрсен әбей күренде:
– Әйҙәгеҙ, балаҡайҙар, сәй эсеп алайыҡ. Мин дә иртәнгене ашамағанмын әле. Кисә генә тәмле кәнфит тә алғайным, – тип әхирәттәрҙе өйөнә саҡыр­ҙы. Тегеләр баш тартырға уйлағайнылар ҙа, «кәнфит» һүҙен ишеткәс, инергә булдылар.
Флүзә менән Ләйсән быйыл дүртенсегә барасаҡ. Бер партала ултыралар, етмәһә, күрше йә­шәй­ҙәр. Флүзә тыныс холоҡло, уйлап һөйләргә яратыусан. Ләйсән, киреһенсә, тәтелдек, тиктормаҫ. Береһе – һыу, икенсеһе ут инде. Бәлки, шуғалыр ҙа бик килешәләр.
– Флүзә, ҡара әле, был әбейҙең исеме ҡалай ҡы­ҙыҡ, эйе бит. Күгәрсендәре күп булғанға шулай ҡушҡандармы икән? – тип ғәжәпләнде Ләйсән ҡапҡанан сыҡҡас, бер ҡатлыланып.
– Эйе шул. Ҡарлуғас, Һандуғас исемдәрен ҡушалар, ә Күгәрсен тип ҡушмайҙар, шикелле, – тип Флүзә лә уны йөпләне.
– Әсәйемдән һорайым әле, ул белә инде.
– Әйҙә, беҙ әбейҙең үҙенән һорайыҡ. Бөгөн кискә һыйырын көтөргә сыға бит ул, – тип ҡаршы төштө Флүзә.
– Эйе шул. Ярай, шулай итербеҙ, – тип Ләйсән дә ризалаша һалды.
Йәйге көн оҙон булһа ла, тиҙ үк үтеп китте. Кис етеүгә ауыл осонда көтөү күренде. Мал-тыуар баҡырышты, көтөүсенең сыбыртҡыһы шарт-шорт килде, эттәр лауылдашты. Был мәлдә бөтә ауыл хәрәкәттә ине. Кемдер малын ҡапҡа төбөндә генә ҡаршыларға әҙерләнһә, кемдер ҡаршы йүгерҙе.
Флүзәләрҙең һыйыры үҙе ҡайта, ә бына башмаҡтары бәрәңге баҡсаһы артындағы кесерткәнлеккә инә лә китә. Шуға көтөүҙең ҡаршыһына уҡ сығып торорға кәрәк. Ҡыҙ шулай итә лә. Бөгөн дә өлгөрә һалып, башмаҡты килтереп ябып та ҡуйҙы. Инде әсәһенең һыйырҙы һауып бөткәнен көтөргә ҡалды.
Ауылда күп кешеләр һыйыр малдарын көтөүҙән һуң да үлән ашарға сығара. Шулай иткәндә иртәнсәк һөттө күп бирә, тиҙәр. Иген баҫыуына инмәһен өсөн бала-сағаны ҡарауылларға ебәрәләр. Флүзә Йондоҙҙо ҡыуып килеп еткәндә Ләйсән Күгәрсен әбейҙең эргәһендә үк ултыра ине инде. Малай, ҡыҙҙар ҙа байтаҡ йыйылған. Әкиәт тыңларға әҙерләнәләр. Хатта әбей­ҙең Алаҡайын алмашлап ҡарап торорға ла ризалар. Бигерәк күп белә шул әкиәттәрҙе Күгәрсен әбей­ҙәре. Оҙон таяғын төрлөсә әйләндергеләп ҡарһүҙ йомғағын һүтергә керешеп китә. Бына бөгөн дә яңыһын башламаҫ борон Ләйсән:
– Күгәрсен әбей, һиңә исемде кем ҡушҡан, беҙ­ҙең ауылда ундай исем юҡ та? – тип һорай һалды. Әбей шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе.
– И-и, балаҡайҙар, Гөлбәҙәр – минең исемем, мулла ҡолағыма шулай ҡысҡырған. Күгәрсен әбей тип бына тап һеҙҙең ауылда ҡуштылар.
– Ә һинең үҙеңдең ауылың ҡайҙа? – Балалар ҡыҙыҡ күреп, әбейҙе һорауҙар менән күмеп ташланы.
– Тыуған ауылым бик алыҫта. Бишул, тиҙәр. Һеҙҙең кеүек ҡолонсаҡ ҡына сағымда, ун ике генә йәшемдә, кейәүгә бирҙеләр мине.
– Ун ике йәштә? – тип аптырап, балалар ышаныр-ышанмаҫ бер-береһенә ҡарашты.
– Эйе, эйе, ун ике генә йәшемдә... – Әбей хәтирәләргә бирелде. – Оло еңгәм бер көн килеп инде лә: «Эй-й, бикәсем, бигерәк үҫеп киткәнһең», – тип шаярған булып, мендәр менән һуҡты ла ебәр­ҙе. Минең асыуым килеп, уны үҙенә кире бәрҙем. Еңгәм шарҡылдап көлөп: «Өлгөргәнһең, бикәс, өлгөргәнһең», – тип сығып китте. Күп тә тормай кейәүгә бирҙеләр.
– Ә ниңә мендәр менән? – Флүзә ғәжәпләнде.
– Беҙҙә йола шундай ине, мендәр менән һуҡ­ҡанда йығылмаһаң, кейәүгә сығырға әҙерһең, тиҙәр, – әбей көрһөнөп ҡуйҙы. – Һеҙҙең кеүек уйнап ҡына йөрөр сағымда килен булып төштөм.
– Әй, Флүзә, һине лә мен­дәр менән һуғып ҡарайыҡ әле, хи-хи, – тип Абрик исемле малай ҡыҙҙың арҡаһына төрттө.
– Фу, йүләр, миңә туғыҙ ғына йәш әле. Ул заман күптән бөткән инде, белгең килһә, – тип Флүзә лә ҡалышмай, Абриктың үҙен этеп ебәрҙе.
– Кейәүем йәш, матур ине. Ҡаҡманы, йәберләмәне, тик оҙаҡ йәшәмәнек шул. Тәүге Герман һуғышына китте лә ҡайтманы, – тип һүҙен дауам итте Күгәрсен әбей. – Шунан бына һеҙҙең ауылдағы ҡарсығы үлгән бер бабайға тағы кейәүгә бир­ҙеләр. Ул үҙе уҫал, үҙе бай ине. Эш күп, көнө буйы бушап булмай. Бер көн урамда һырғалаҡта сана шыуған ҡыҙҙарҙы күреп ҡалдым да түҙмәйенсә мин дә сығып киттем. «Хи-хи, еңгә сана шыуа», – тип башта көлөп ҡаранылар. Һуңынан оноттолар. Әммә оҙаҡламай таяҡ тотоп бабай күренде. Ҡур­ҡышымдан сананы ташлап ҡастым, өйгә инмәнем. Күгәрсен өйөнөң башына мендем дә ултыр­ҙым. Бабай мине таба алмай, һөйләнеп-һөйләнеп инеп китте. Ә мин ҡараңғы төшкәнсе төшмәнем, өшөп бөттөм, үҙем илайым. Икенсе көндө күрше ҡатындары: «Кис көнө бабайың йоҡлап киткәс кенә һырғалаҡҡа сыҡ», – тип аҡыл өйрәтте. Шулай иттем дә. Ай яҡтыһында сана шыуа тор­ғайным.
Балалар шырҡ-шырҡ көлөштө. Күгәрсен әбей күҙенә йәш алды:
– Эй-й, бигерәк балалыҡтан сыҡмағайным шул.
– Бабайың нисек бай ине? Алтыны күп инеме? – Абриктың бик тә белгеһе килә ине.
– Минең Зуркамды ҡарайһығыҙмы? – Әбей һыйырын ҡайғыртып алды.
– Ҡарайбыҙ, ҡарайбыҙ. Ана, яҡында ғына йөрөй, – тип балалар беренән-бере уҙҙырып, ҡыс­ҡырып яуапланы.
– Бабайым бик бай ине, – тип һүҙен ялғап алып китте ул. – Ике тирмәне, ике бүлмәле, ҡалай башлы, урыҫ ҡапҡалы ҙур йорто, бихисап һыйыр, йылҡы малы, бик күп күгәрсендәре бар ине. Хеҙмәтселәр тотто. Алтыны ла күп булған, тик мин уны аҙаҡ ҡына белдем. Бер ваҡыт ауылға совет власы килде. Бабайҙы, кулак тип, Себергә һөрҙөләр. Өйөбөҙҙө, малдарыбыҙҙы тартып алдылар. Ул ваҡытта минең дүрт балам бар ине. Беҙ күгәрсен өйөндә генә тороп ҡалдыҡ. Бабайым шул китеүҙән ҡайтманы, үлгәндер инде. Ә мин балаларҙы асыҡтырмайым тип, колхозға эшкә сыҡтым. Тырышып эшләгәс, өй һалып бирҙеләр.
Күгәрсендәрҙе лә ташламаным. Ул ҡошсоҡтар­ҙың ни гонаһы бар? Ҡыйын саҡта иң яҡын дуҫтарым, серҙәштәрем булдылар. Бабайға ҡарағанда күгәрсендәр менән күберәк аралашҡанмындыр әле. Бәлки, шуғалыр ҙа ауыл халҡы миңә, Күгәрсен килен тип, ә аҙаҡ инде Күгәрсен әбей тип ҡушамат таҡты ла ҡуйҙы. Ауылда Гөлбәҙәр исемле тағы бер ҡатын да булғас, мулла ҡушҡан исемемде оноттолар ҙа шикелле. Үҙем дә хәҙер күнеккәнмен. Күгәрсендәрем бул­ғанға хатта ғорурланып китәм. Ниместәр менән һуғыш башланғас, уларҙы күпләп алып киттеләр. Кәрәк бул­ғандыр инде. Мәктәп уҡыусылары ла һорап килә.
– Ә мин беләм. Улар хат ташыусы булған, мөһим эш башҡарғандар, китаптарҙа яҙылған, – тип Флүзә аҡыллы ғына һы­ғымта яһап ҡуйҙы.
– Оло улым ана шул һуғышта ятып ҡалды инде, – әбей моңһоуланды. Балалар ҙа бер аҙға шым булды. – Уның иҫтәлегенә әбилискегә һәр яҙ һайын сәскәләр ултыртам. Бөтә һалдаттар рухына аяттар уҡыйым. – Күгәрсен әбей йәшле күҙҙәрен алыҫ офоҡҡа төбәне.
– Күгәрсен әбей, улыңдың фотоһын бирһәң, беҙ уны «Үлемһеҙ полк»ка алып сығырбыҙ, – тип оло кешенең күңелен күтәрергә тырышты балалар.
– Эй-й, рәхмәт төшкөр­ҙәре, бирәм-бирәм, – әбей­ҙең йөҙө яҡтырҙы. – Фронттан ебәргән бер генә кәртишкәһе бар ине.
– Ә теге алтындарын ҡайҙа итте икән бабайың? – түҙемһеҙ Абрик был уңайһыҙ мәлде икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрҙе.
– Алтынмы? Бабайҙы ҡулға алғанда оло малай­ҙың ҡолағына: «Алтын – көршәктәрҙә, ергә күмгәнмен, ҡаҙып алыр­һы­ғыҙ», – тип әйтеп өлгөргән. Малайҙарым ҡаҙып-ҡаҙып ҡараһалар ҙа, тапманылар. Табылмағаны ла хәйерле. Ул беҙгә бәләнән башҡа барыбер бәхет килтермәҫ ине.
– Их-х, йәлке, нисә көршәк булған икән? Ә мин барыбер табып алыр инем, – Абрик фәс­тереп ебәрҙе.
– Үҙең эшләп тапҡан аҡсаң алтындан да ҡәҙерлерәк була ул, улым. Улай әҙергә ымһынырға ярамай. Елдән килгән елгә китер, тигән боронғолар. Ярай, балалар, ҡараңғы ла төштө, ҡайтышайыҡ инде, – тип әбей урынынан торҙо.
Һыйырҙарҙы алып ҡайт­ҡанда әхирәттәр Күгәрсен әбей тураһында тағы ла һүҙ ҡуйыртты.
– Флүзә, ҡайһылай беҙ Күгәрсен әбейҙе белмәгәнбеҙ икән. Ул тик күгәрсендәр үрсетеп кенә йәшәмәгән. Их-х, беҙгә лә уның һымаҡ ниндәйҙер изге эш менән булышырға ине, – тип хыялланды Ләйсән.
–Ә беләһеңме, беҙ ҙә ҙур эштәр башҡара алабыҙ. Һин Тимур командаһы хаҡында ишеткәнең бармы? – Флүзә дәртләнеп китте.
– Эйе, бар, шунан?
– Шул. Беҙ ҙә шундай команда төҙөй алабыҙ.
– Ә нисек?
– Оло кешеләргә изгелек эшләргә теләүселәр­ҙән төҙөйбөҙ.
– Ә теләмәһәләр?
– Теләйҙәр, табыла ул.
Был ваҡытта әхирәттәр ҡайтып та еттеләр. Ко­манда төҙөүҙе иртәгәгә ҡалдырҙылар.
Бер нисә көндән көрәк, һепертке, биҙрәләр тотҡан балалар төркөмө урам буйлап атлай ине инде... Хәйерле сәғәттә!

Фәриҙә СИТДИҠОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Учалы районы, Ураҙ ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: