+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
1 Сентябрь 2021, 15:55

Бәрелекәй

Хикәйә

Ҡояш байыуға ҡарағас, Вәкил Рәсих, Сәғит менән көн дә һыу инергә йөрөй. Төш ваҡытында туйғансы йылғала булалар ҙа кискәрәк тағы ла киләләр. Ауылдан күпкә өҫтә ятҡан Яҫыташҡа, Иҙелдең сөңгөл урынына күтәреләләр. Көнө буйы уттай баҙлаған ҡояш аҫтында һыу йылый. Бына шул ваҡытта сәғәттәр буйына бар донъяңды онотоп балыҡ һымаҡ йөҙөү-сумыу үҙе ни тора! Әле лә, һыу аҫтында кем оҙағыраҡ булыр, тип сумып уйнанылар. Яҫыташҡа кем тиҙерәк йөҙөп барыр, тип уҙыштылар. Йыбанмай, Яҫыташҡа үрмәләп менеп, йомарланып баш түбән һыуға ла ырғынылар. Әллә күпме ваҡыт төрлөсә ҡыланып йөҙөп шар-шор килделәр.
– Йә, етер инде, мин ошонда ятып алам, өшөп киттем, – тип ирендәре күгәреп дерелдеге сыҡҡан Вәкил йылы ташҡа эсе менән йәйелеп ятты. Байып барыуына ҡарамаҫтан, әле ҡыҙыулығын юғалтмаған ҡояш яғына арҡаһын ҡуйып, кеҫә телефонын алып уйнай башланы. Уның артынса Рәсих тә һыуҙан сығыу яғын ҡараны. Яңғыҙ ҡалғас, Сәғит кү­ңел­һеҙ генә ҡулдарын улай-былай һелтәп сыптырлатып мыштырланы ла, түҙмәне, ул да дуҫтары эргәһенә ташҡа һуҙылып ятты.
Вәкил был ваҡытта мөкиббән китеп үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә телефонда футбол уйнай ине. «О-о-о, гол! Ух, өлгөрмәнем!» – тип уның ҡысҡыра-ҡыс­ҡыра уйнауын Сәғит менән Рәсихкә ҡырын ятып ғәмһеҙ генә күҙәтеүҙән башҡа сара ҡалманы. Улар ҙа уйнар ине лә, тик телефондары юҡ шул. Сәғиткә әсә­һе: «Быйылғы уҡыу йылын тик «биш­ле»гә генә уҡып бөтһәң, кеҫә телефоны алып бирәм», – тигән була ла ул. Хәйер, үҙе һорамай ҙа, әлегә уның кәрәге лә юҡ. Етмәһә, өйҙә тағы биш бала. Шуға ла әсәһенең аҡсаны самалап ҡына тотонғанын да белә. Ә Рәсих, бик теләһә лә, был турала бөтөнләй һүҙ ҡуҙғата алмай. Барыбер алып бирмәйәсәктәр, сөнки өйҙәгеләр: «Уның һиңә әле кәрәгенән бигерәк зыяны күберәк!» – тип кенә ҡуялар.
Ҡапыл Вәкил телефонынан айырылып башын күтәрҙе лә иптәштәренә ҡарап:
– Мә, уйнап алаһығыҙмы? – тип телефонын һуҙҙы.
– Юҡ, кәрәкмәй, – тине Сәғит, бик уйнағыһы килһә лә, һыр бирмәҫкә тырышты. – Йә боҙоп ҡуйырмын.
Рәсих «юҡ» тигәнде аңлатып, башын ғына һелкте.
– Онталмай ул, ярай, уйнамағас­һы­ғыҙ, – тине лә ҡабаттан үҙе уйынға сумды.
Сәғит менән Рәсих ни эшләргә белмәй, ятҡан көйө баштарын күтәреп тирә-яҡты һоҡланып кү­ҙәтә башланы. Иҙелдең аръяғында итәк-итәк бейек-бейек үркәсле тауҙан күҙен алмайынса:
– Беләһеңме, ошо тауҙар ниңә Ҡыраҡа тип аталған? – тип һораны Сәғит.
– Әлләсе, ниңә?
– Ана, ҡара әле, тауҙар бүлкәс-бүлкәс ҡырҡ һырт йәки ҡырҡ арҡа булып әллә ҡайҙарға һуҙылып киткән. Уның атамаһы борондан килә. «Урал батыр» эпосындағы Ҡырҡты тауҙары ошо ла инде.
– Һе, ҡыҙыҡ! Ысынмы? – Рәсих ихлас аптырап, тауҙарға ҡараны.
– Ысын! Ә бынау тауҙың нисек атал­ғанын беләһеңме? – тиеп эйәген ҡағып ҡына иптәштәренә өндәште Сәғит.
– Ҡайһы? Бынау тауҙыңмы? Беләм, Бәрелекәй! – тип Вәкил башын күтәреп тауға ҡарап ҡына алды ла артабан уйнауын дауам итте.
– Ә ниңә улай итеп атағандарын да беләһеңме?
– Юҡ! Ҡыҙыҡ, ниңә улай әйтәләр икән?
– Һөйләйемме?!
– Һөйлә! – теремек Рәсихтең ҡыҙыҡ­һыныуҙан күҙҙәре осҡонланып янып китте, хатта дуҫы яғына боролоп уҡ ятты. Тик Вәкил генә һүҙгә ҡушылырға теләмәне, вайымһыҙ ҡалды.
– Ошо тауға менгән саҡта гел сәйер тауыштар ишетелә, тип һөйләй өләсәйем. Һыйыр баҡырамы, йә мөңрәйме, кешеләр ҡысҡырған, ҡаҙ ҡаңғылдаған кеүек тағы әллә ниндәй төрлө ауаздар ишетелә, ти. Бындай бейек тауҙа, үткеһеҙ шырлыҡтағы әрәмәлек араһында кем йөрөһөн?! Әлбиттә, бер кем дә йөрөмәй! Тауҙың уйһыулығында бәреләр бар, тиҙәр. Кеше килгәнен һиҙеп ҡал­һалар, уларҙы ошо ерҙәрҙән өркөтөп, ҡыуыр өсөн төрлө сүрәткә инеп, әллә ниндәй йәмһеҙ өндәр сығарып ҡысҡыра башлайҙар икән. Шуға, был урында бә­ре бар, тигәндәр. Әлеге бүлкәсенә менгәндә кешеләр, бәре ауырыуы һуғылмаһын, бәре эйәләшмәһен тип, доғалар уҡый-уҡый, тирә-яҡтарына төкөрөнөп үтәләр. Әллә ниндәй тауыштар ишетелеп торғас, тауҙы ла Бәрелекәй, ти­ҙәр, имеш.
– Һе, ҡыҙыҡ! Ысынмы икән?
– Ысы-ы-ы-н! Өләсәйем шулай ти.
Ҡапыл малайҙар тынып ҡалды. Улар­ҙың күҙҙәре быға тиклем әллә ни иғтибар ителмәгән Бәрелетауға төбәлгәйне, икеһенең дә күңеленә: «Менеп, тикшереп ҡарарға ине!» – тигән бер үк уй килде. Байтаҡ ваҡыт шулай һүҙһеҙ генә ятҡас, Рәсих:
– Ә һин үҙең тауға менеп ҡарағаның бармы?
– Ю-ю-ю-юҡ! Берҙе лә менгәнем юҡ! – Әйҙә, иртәгә барайыҡ. Ҡара, бынау үҙән Бәрелетау буйлатып ошо яҡҡа килеп сыға. Шул үҙәнде күҙ уңында тотоп үргә күтәрелһәк, һырт буйлап туралатып Бәрелетауға барып етәбеҙ. Шунан белербеҙ: ысын бәреләре бармы-юҡмы икән? – Шымып ҡалған дуҫына ҡарап, түҙемһеҙләнеп. – Тәүәккәлләйбеҙме? – тип йәнә өндәште.
– Әллә тағын? Өләсәйем әйтә ул, тау ҡарап торғанда ғына яҡын күренә, бара башлаһаң, юл апаруҡ була ла китә, ти.
– Ҡурҡаһыңмы?! – Бәрелетауға барыу теләге менән янған Рәсихтең күҙҙәрендә осҡон уйнаны.
– Ҡурҡыуын ҡурҡмайым да ул, – тип көтөлмәгән тәҡдимгә ҡапылғара ни әйтергә белмәгән Сәғит бер аҙ тынып тор­ҙо.
– Шулай булғас, әйҙә, иртәгә ашарға алабыҙ ҙа юлға сығабыҙ…
– Әй-й-й, малайҙар, һеҙ ҡайҙа барырға йыйындығыҙ ул?! – тине телефондан айырыла алмайынса Вәкил.
– Бәрелетауға! Әйҙә, беҙҙең менән! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙеләр кемуҙар­ҙан малайҙар.
Тегеһе башын күтәреп ҡаршыһындағы тауға ҡараны ла:
– Башығыҙ икәүме әллә? Ололар юҡҡа һөйләмәҫ… – тип кенә ҡуйҙы.
– Шөрләйһеңме?
– Юҡ, әлбиттә! – Вәкил үҙенең артыҡ һалдырғанын һиҙеп, һүҙҙе икенсегә борорға тырышты. – Унда нимә эшләйем мин? Ҡороға аяҡ талдырып!
– Теләмәйһең инде, ярай! Ә беҙ Сәғит менән барыбер барабыҙ, – тине Рәсих ҡаты ғына.
– Уныһы һеҙҙең эш, ә мин бармайым, – тип Вәкил башҡаса артыҡ һүҙ сурытмаҫ өсөн икенсе яғына боролоп ятты.
– Шунан, Сәғит, юлланабыҙмы?!
– Ярай һуң, улай булғас, тик иртәрәк ҡуҙғалайыҡ, таң менән!
– Аңлашылды! Көтөү ҡуҙғалғанда, күперҙә булайыҡ! Йоҡо һимертеп ятмайыҡ. Һөйләштекме!? – тине Рәсих дуҫына ҡарап йылмайып, ҡулын һуҙҙы.
– Һөйләштек! – тине Сәғит тә, уға ҡарай һонолған ҡулды ныҡ итеп ҡыҫып.
Иртәгеһенә таң һыҙылыуға ике малай ҙа күпер эргәһендә тора ине. Рәсих бинокль дә тағып алғайны.
– Олатайымдың биноклен дә һорап алдым. Әллә ҡайҙағы алыҫ араны яҡынайтып, ап-асыҡ итеп күрһәтә. Олатайым уны, командирский бинокль, ти. Һуғыш ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн бүләк иткәндәр уға.
– Шәп иткәнһең. Ә мин фотоаппарат алдым. Тау башынан ауылды фотоға төшөрөрбөҙ, – тине, түшен асып, муйыны аша тартып бәйләнгән фотоаппаратын күрһәтеп.
Ике дуҫ һөйләшә-һөйләшә Иҙел аша тартылған аҫылмалы күперҙән сығып, аҡ мамыҡ булып таралып ятҡан томанды ярып, баҫыу аша урманға инеп китте. Ҡатнаш урман эсенән арба юлы менән байтаҡ ҡына йылдам атлап бара торғас, тауға ҡарай ҡайырылып киткән, беленер-беленмәҫ кенә ятҡан һуҡмаҡҡа төшөп алдылар.
Ҡояш тау артынан ҡалҡып, сағыу нур­ҙары менән ерҙе наҙлағанда, малай­ҙар байтаҡ ер үтеп, Бәрелекәйгә артыла башлағайны. Ара-тирә осраған алаң­ғырт-бөләңгерт аҡландар ҙа күренмәй башланы. Тумыртҡаның доңғорлоғо сы­ғып ағас соҡоғаны ишетелә, зарығып кәкүк саҡыра, һайыҫҡандар шыҡырлай. Былар бөтәһе лә күңелгә шом һала. Малайҙар икеһе лә ҡурҡыныс уйҙарға бирелеп, тик быны бер-береһенә һиҙ­ҙермәҫкә тырышып, һуҡмаҡ буйлап атлауҙарын белде. Һәр ҡыуаҡ артында, ағас ышығында бәреләр күҙәткән, һағалап торған һымаҡ тойолдо. Бер сыҡҡас, артҡа сигенеү юҡ, егет һүҙе бер булыр, тигән һүҙҙәрендә ныҡ тороп, һаман алға ынтылды малайҙар.
Бәрелетау түбәһенә менеп еткәндә ҡояш та арыу ғына күтәрелеп өлгөргәйне. Тауға мен­гәс, малайҙар, арыуҙарын да онотоп, ҡыуанышып һикерештеләр. Ятып, йәнтәслимгә тәкмәс атып та алдылар.
– Ҡара әле, ҡара, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй генә күренә!
– Ана, тауҙар араһында күрше ауыл ята!
– Ә Ағиҙел, шыуышып барған ҡара йылан һымаҡ, борғоланып, тау-ҡаялар­ҙы урай-урай аға!
– О-һо, ҡайһылай матур! Ожмахтың үҙе!
– Әй, бинокль аша ҡарайыҡ әле!
Ике дуҫ донъяларын онотоп оҙаҡ ҡына итеп тирә-яҡты күҙәтте. Сәғит фотоаппаратын шалт-шолт килтереп тирә-яҡты фотоға төшөрҙө. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡапыл Рәсих:
– Болан! Болан! Ҡара әле, түбәнгәрәк ҡара әле! Анау тау битләүендәге аҡланға болан килеп сыҡты. Эргәһендә быҙауы ла бар.
– Ҡайҙа, ҡайҙа?! Мин дә байҡайым әле! Биноклеңде миңә бир! – Сәғит Рәсихтең ҡулынан биноклде тартып тигәндәй алып, күрһәткән яҡҡа ҡараны. – Ҡайһылай матурҙар үҙҙәре! Әйҙә, яҡыныраҡ барып, фотоға төшөрөп алайыҡ!
– Туҡта! Тәүҙә аҡланға төшөү юлын самалайыҡ, юғиһә, шырлыҡ араһына барып инербеҙ!
– Бынау ерҙән төшһәк, текә булырмы…
– Сәғит, Сәғит! Тауҙың был яҡ итәгендә, ҡуйы урманлыҡ аша «Нива» машинаһы күренә. Һе, ҡыҙыҡ! Номеры беленмәй, әллә батҡаҡ менән буяғандар? Нисектер шикле машинаға оҡшаған…бик тә сәйер тойола.
Ҡапыл һауаны ярып, мылтыҡтан атҡан тауыш яңғыраны.
– Туҡта! Былар бит браконьерҙар! Бәреләрҙең хәтәре! Болан артынан ҡыуалар! – тип ултырған еренән йылан саҡҡандай һикереп торҙо Рәсих. – Сә­ғит! Беҙгә тиҙ арала нимәлер эшләргә кәрәк, юғиһә, боландарҙы атасаҡтар!
– Был «бәреләр» менән ни ҡылырға? Әйҙә, тапҡырҙан йүгереп төшәбеҙ ҙә, боландарҙы өркөтөп, аҫҡа, төпкөлдәге шырлыҡҡа, ҡыуабыҙ һәм браконьерҙар­ға нисек тә ҡамасауларға тырышабыҙ!
– Йүгерҙек!
Малайҙар, арыуҙарын да онотоп, уҡтай аҫҡа атылды. Ҡапыл танауҙарына ҡырҡыу төтөн еҫе килеп бәрелде. Рәсих:
– Тегеләрҙең өҫтәренә килеп сыҡтыҡ, шикелле! – тине.
– Туҡта! Үҙҙәренә күренмәйек. Тәүҙә ситтән генә күҙәтәйек!
Дуҫтар ҡыуаҡлыҡ, ағас артына боҫа-боҫа төтөн сыҡҡан яҡҡа китте. Күп тә үтмәй, аҡлан да күренде.
– Ҡара әле, бер кем дә юҡ, – тип Сәғит тауышын баҫа биреп дуҫына өндәште. – Киттек!
Малайҙар боҫҡан ҡыуаҡлыҡтарынан тирә-яҡтарына алан-йолан ҡарана-ҡарана килеп сыҡты.
– Янғын бит! Аҡлан яна лаһа! – тип Сәғит килгән ыңғайы ҡуйы япраҡлы ағас ботағын һындырып алып, йән асыуына һөйләнә-һөйләнә, ут һүндерергә кереште. – Ни эшләргә?! Ауылға тиҙерәк хәбәр итергә кәрәк! Ни, исмаһам, телефон да юҡ!
– Тегеләр бит әле генә бында булған. Тимәк, улар урау юлдан болан эҙенән ҡыуып киткән. Тау итәген урап һөҙәктән ҡыялатып, теге аҡланға килеп сыҡҡансы, байтаҡ ваҡыт үтәсәк. Мин хәҙер тапҡырҙан таш ҡая аша төшөп, боланды аҫҡа ҡарай шырлыҡҡа өркөтәм дә ауыл­ға ярҙам һорап йүгерәм, яраймы?
– Ярай. Ух, яуыздар! Усаҡтарын да һүндермәй киткәндәр. Аҡланды тотошлайы менән ут ялмап урманға күсәсәк бит. Ә аҙаҡ урман дөрләп янып китһә, бынау үткеһеҙ текә тау итәгендәге шырлыҡты яндырып сыҡмай туҡтамаҫ, – тип ботағы менән утты ергә ҡушып туҡмай-туҡмай һөйләнде Сәғит. – Мин утты урманға ебәрмәй тотоп торорға тырышам, ә һин тиҙерәк бул!
…Бер аҙҙан ауыл яғынан ике тиҫтәләгән машина Бәрелекәй яғына ҡарай елә ине. Араларында полиция, ут һүндереүсе машиналар бар… Күмәк көс менән янғын тиҙ арала һүндерелде, урман да, боландар ҙа ҡотҡарылды.
Бына 1 сентябрь ҙә етте. Белем көнөнә арналған тантаналы линейкала эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре һәм урман хужалығы етәксеһе лә килгәйне. Ҡотлауҙар бөткәс, һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Улар бөтәһен дә Белем көнө менән тәбрикләгәндән һуң:
– Алтынсы синыф уҡыусылары Рәсих Мортазин менән Сәғит Закиров быйыл ҙур батырлыҡ күрһәтте. Оло енәйәт ҡыл­ған браконьерҙарҙы тоторға ярҙам итте. Улай ғына ла түгел, ҡот-осҡос афәт­тән – урманды янып китеүҙән ҡот­ҡарҙылар. Бөгөн ҡыйыу егеттәргә хакимиәт исеменән Рәхмәт хаты, ҡиммәтле бүләктәр тапшырабыҙ. Һеҙҙең арағыҙҙа шундай батыр тиңдәштәрегеҙ булыу менән сикһеҙ ғорурлана ала­һығыҙ, – тинеләр.
Малайҙар ҡул сабыуҙар аҫтында уңай­һыҙлана-уңайһыҙлана бүләк сығып алғанда йөрәктәре шатлыҡтарынан дарҫ­лап типте. Ә ағайҙарҙың ҡулдарында уларға тәғәйенләнгән ҡәҙерле бүләк – кеҫә телефоны ялтырай ине.

Линиза ШАКИРОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: