+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
6 Сентябрь 2021, 11:10

Йәшәү көсө

Хикәйә

Йәшәү көсө
Йәшәү көсө

Октябрҙең тәүге көндәренән төшкән ҡар Мышыбикәне ауыр уйҙарға һалды. Хәҙер­ҙән бурап ҡар яуһа, ҡышты нисек сығырҙар, билдәһеҙ? Өләсәһенең: «Аҡрап башында ҡар яуһа, ҡырҡ көн ер ҡара ята», – тип әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, ул үҙен тынысландырҙы. Ысынлап та, тап ҡырҡ көндән һуң, бер күҙенән ямғыр, бер күҙенән ҡар яуып, ҡыш килде лә тиҙ генә бар ерҙе үҙ хакимлығына алды.
Урап-урап, бурап-бурап ҡар яуҙы. Бала-саға беренсе ҡарға шатланды, Яңы йылды, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу­ҙы түҙемһеҙләнеп көттө. Кешеләр үҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл. «Ваҡыт тиҙ үтә, аҡҡан һыу кеүек», – ти ине өләсәй. Уны хәҙер Мышыбикәнең кинйә улы Кинйәбайы ла белә.
Йәйҙе йәйләп иркен үткәр­ҙеләр. Ямғыр яуғас, аҙыҡ мул булды. Яратҡан урындары – йылға буйындағы уҫаҡ урманы. Шунда туйғансы һутлы үләндәр ашанылар, көмөш һыулы тау шишмәһенән һыуһындарын ҡандырҙылар. Йәноҙаҡ олатай менән Зәлифә инәйҙең сабынлы­ғын үҙ итә улар, шунда төйәк­ләнгәндәр. Йәй көнө үтеп кит­һәң, шалт-шолт, ялт-йолт итеп фотоғамы, видеоғамы төшөрөп алалар. Бигерәк тә ейәнсәрҙәре Ырыҫбикә һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Уның ошо ялтыр йөнлө Әсә-Мышы менән Мышы-малайҙы бик төшөргөһө килә. Кешеләр уларға шул тиклем өйрәнеп бөткән. Был дуҫлыҡ әллә нисә йыл дауам итә бит.
Берҙән-бер көндө Йәноҙаҡ олатайҙарға баш ҡаланан белештәре ҡунаҡҡа килде. Күҙ­ҙәрен майландырып, ағара башлаған мыйығы аҫтынан һеләгәйен ҡойоп, ялтыр башын ыуып ҡараны ул дүрт тояҡлы хайуандарға.
– Былары шундай насар ке­шеләр, улым. Әгәр ҙә улар­ҙы кеше тип әйтергә яраһа… – тине әсә улына. – Ошондайҙарҙан ҡурҡырға һәм һаҡ булырға кәрәк…
Оҙон Яңы йыл байрамдары етеүгә, теге Ялтырбаш дуҫтары менән йәнә килде. Өҫтәренә һоро-йәшел япраҡ төшкән кейемдәр кейеп, ҡушкөбәктәр аҫып, ҡарги­ҙәр­гә ултырып, уҫаҡ урманына юлландылар. Ҡар быйыл күп яуҙы, аҙыҡ табыуы ла ҡыйын. Күпте күргән инә мы­шының йөрәге сәнсеп ҡуй­ҙы.
«Уларға беҙ кәрәк, минең төпсөк улым кәрәк! Бөгөн һуңғы көнөбөҙме икән ни?! Юҡ! Бының булыуы мөмкин түгел!» Шундай уйҙар кисереп, Мышыбикә күҙәтеүен дауам итте. Ҡыуанысҡа күрә, мылтыҡ Ялтырбашта ғына, күрәһең, башҡалары ата белмәйҙер. Хәҙер ул беҙгә тоҫ­ҡап атасаҡ. Ҡайһыныһы ергә ятты, кемеһелер ағас артына боҫто. Кинйәбайына төҙәгән утлы көбәкле кешегә табан йән көсөнә сабып барып төкөнө әсә. Мышының күҙҙәренә ҡан һауҙы, тамағына төйөр тығылды.
– Мөртәт! Һиңә шул кәрәк! – тип тегене алғы аяҡтары менән бәргесләне.
Ҡолаҡ тондорғос тауыш ҡышҡы урманды яңғыратты.
– Улым, ҡас! Ҡолонсағым минең, – тине лә әсә Мышы үҙе лә балаһының артынан ауа-түнә сапты. Хәлдәре бөткәнсе саптылар. Ахыр сиктә, икәүләп аҡ ҡарға ауҙылар. Эр­гәлә генә бер ниндәй хәүеф тоймаған ҡоштар сырҡылдай, аяҙ күктә ҡояш балҡый.
…Төшөндә Мышыбикә яҙ­ҙы күрҙе. Ҡар ирей, гөрләүектәр аға, ҡоштар ҡыуаныстарынан дәртләнеп һайрай. «Әле йәшәйбеҙ икән, иншалла!» – тип үҙ алдына һөйләнде шул саҡ Әсә мышы һәм балаһын тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлап ятты.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: