-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
11 Сентябрь 2021, 14:20

Разведчиктар

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ

 

Хикәйә

Дүртенсе синыфты тамамлап, йәйге ялға сыҡҡан Әлисә менән Мәликә ашыҡмай ғына өйҙәренә ҡайтып килә.
– Үҫкәс, кем булырға хыялланаһың, Мәликә? – тип һораны Әлисә әхирәтенән.
– Белмәйем әле, – тине тегеһе. – Ә һин?..
– Һинең атайың һымаҡ урмансы булырға теләйем, – тине Әлисә, ғәҙәттәгесә, сөм ҡара күҙҙәренән осҡон сәсеп. – Сөнки тәбиғәтте яратам. Тыуған яғымдың гүзәлдәрҙән гүзәл урмандарының йөҙйәшәр ағастарының хатта бер бөртөк сыбығын да башҡаларҙан ерле-юҡҡа һындыртҡым килмәй.
– Урмансы булыу – ҡыҙҙар эше түгел дә...
– Ә мин барыбер буласаҡмын.
...Атаһы менән әсәһе Әлисәне бөгөн уятмай ҙа эшкә киткән. Инде шаҡтай күтәрелгән июнь ҡояшының тәҙрә аша ҡыҙҙыра башлаған нурҙарына бер аҙ ғына иркәләнеп ята бир­ҙе лә, һикереп тороп, йәһәт кенә гимнастика күнекмәләре яһай башланы. Унан, йыуы­нып, ҙур көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты. «Үҫкәнһең бит инде, Әлисә. Урыҫтар әйтмешләй, хәс тә пожарник һымаҡ, оҙаҡ йоҡлап ятыу ҙур ҡыҙҙарға килешә торған нәмә түгел...», – тип, өйҙә яңғыҙы ғына булыуынан файҙаланып, ярым тауышланып, уйынлы-ысынлы үҙе үҙен шелтәләп алды.
Сәй эскәс, өйҙәге әйберҙәрҙе тәртипкә килтерергә булды. Эшен ни эшләптер ата-әсәһенең бүлмәһенән башланы. Иң тәүҙә атаһының кәштәһендәге туҙып ятҡан китап һәм башҡа әйберҙәре салынды. Өҫкө кәштәлә һәр төрлө шаҡы-шоҡо һалынған кескәй генә ағас ҡумта ла тора. Элегерәк әллә нисә тапҡыр күргәне булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ уны сираттағы мәртәбә ҡулына алмайынса түҙмәне. Атаһының әрменән тағып ҡайтҡан «Воин-спортсмен», «Отличник Российской Армии», «Специалист I класса» тигән күҙҙең яуын алып йылтырап торған значоктарын ҡумтанан берәм-һәрәм алып, улар­ҙы әйләндергеләп ҡараны. Ундағы тағы һәр төрлө матур-матур йылтырауыҡтарҙы күп тап­ҡырҙар күреп, хатта яҙыу­ҙарын да ятлап бөткән Әлисәнең күҙҙәре «ЮДПД» тип яҙылған бер значокка төштө. Элегерәк әллә ни иғтибар итмәгән дә баһа... Ни өсөн бирелә икән ул?..
Өйҙө бөхтә итеп йыйыштырып, төшкө ашты йылытып ҡаршы алған ҡыҙҙарын күреп, ата-әсәһенең шатлығының сиге булманы. «Бына беҙҙең ысын ярҙамсыбыҙ ҙа үҫеп етеп килә», – тип ҡыуанышты улар.
– Атай, нимә ул ЮДПД? – Әлисә баянан бирле үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауын бир­ҙе. – Нимә өсөн тапшырыла ул?
– Ә-ә-ә, – тип көлдө атаһы ҡыҙының сәсенән һыйпап, – минең бала сағымдан һаҡланып ҡалған ул. Алмас ағай ҡыҙына «Юный друг пожарной дружины» тип аталған был значоктың ҡасандыр үҙенә мәктәптә бирелгәнен әйтте. Ул саҡта «Ян­ғын һүндереүселәр дружинаһының йәш дуҫы» тип аталған балалар ойошмаһының булыуын да һөйләп бирҙе.
– Өйҙә, мәктәптә, ҡырҙа янғын һүндереү ҡағиҙәләрен нисек дөрөҫ үтәргә, хатта кешеләргә беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарын да өйрәтәләр ине, – тип ослап ҡуйҙы Алмас ағай үҙенең һүҙен.
– Ҡалай матур саҡтар булған элек, атай, эйе бит, – тип үҙенсә һығымта яһаны зирәк ҡыҙ. Шул арала башында бер уй, хатта ҙур ғына план да тыуып өлгөргәйне...
Әхирәттәренә барған һайын Әлисәнең һәр саҡ күҙҙәре ҡыҙа шул Мансур ағайҙың яғаларында алтын ялатылған япраҡ төшөрөлгән матур йәшел формаһына. Мәликәнең атаһы, өҫтәүенә, Афған һуғышы ветераны ла, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ла бар. Браконьерҙарҙан бигерәк урмандың иң беренсе дошманы янғын икәнен яҡшы белгән Әлисә уның ошо юҫыҡтағы һәр һүҙенә иғтибар итеп өйрәнгән. «Урманда башланған янғынды ваҡытында күреп ҡалыу мөһим. Урман эсендә йөрөгән кешегә тирә-яҡ ҡапылда күренә һалып та бармай ҡал­ҡыуыраҡ урынға сыҡмайынса...», – тип һөйләнгәнен ишеткеләй торғайны. Ә тап шундай кәрәкле ҡалҡыу урынды белә Әлисә. Үткән йыл һыйыр эҙләгәндә атаһы менән бар тирә-яҡ, хатта әллә нисә ауыл күренеп ятҡан әлеге тауға менгәйнеләр. Әле шуға ла бөгөн Мәликә әхирәтенә килде.
– Әйҙә, иртәгә һыйырҙарҙы Әселе тауына ҡыуайыҡ, – тине ул синыфташына.
Быйыл ауыл малын көтөргә теләүсе булмау сәбәпле, һәр кем малын ҡырҙа үҙе йөрөтә. Мал-тыуарҙы шул көйөнсә ҡыр­ға сығарып ебәргәндә лә була, әммә малдарҙың иркенлекте тойоп, алыҫҡа китеп юғалыу ихтималы ла бар.
Мәликәләрҙең дә һыйыр-һарыҡтары ишле генә. Иртәгеһен таң менән ике әхирәт Әселе тауы башында ине инде. Һутлы тау ҡылғанын малдар рәхәтләнеп ашап йөрөй. Хатта йәшерәк тана-торпо ағарып ятҡан таштарҙы ла ялап алғылай. Юҡҡа ғына «Әселе» тип атамағандар­ҙыр был тауҙы.
Ҡыҙҙар «Ҡайраҡ таш» тип аталған ҙур ғына таш өҫтөнә ултырып алды. Бар тирә-яҡ: офоҡҡа барып тоташҡан икһеҙ-сикһеҙ урман-тауҙар был ерҙән ус төбөндәге һымаҡ күренә. Мал көтөүҙән тыш, уларҙың тағы бер маҡсаты тирә-йүнде күҙәтеү ине. «Һуғышта иң мө­һиме – тулы мәғлүмәтле разведка», – тип тә һөйләгәйне ҡасандыр Мансур ағай ҙа.
Икеһенең дә кеҫә телефоны булыуы бик тә йәтеш. Кисә ҡыҙҙар тау башынан урманды күҙәтеү уйын әйткәс, Мансур ағай был тәҡдимде ҡуш ҡуллап ҡабул итте, хатта уларға үҙенең кеҫә телефонының номерын да биреп ҡуйҙы.
Ике аҙна самаһы урманда тыныс булды. Урманлы тау үҙәндәрендә, боролоп-боролоп ағып ятҡан Ташлы йылғаһы буйында кешеләрҙең бер нисә тапҡыр усаҡ яғыу осраҡтарын иҫәпкә алмағанда ғына инде. Алыҫтан төтөн сыҡҡан урынды күреү менән ҡыҙҙар шунда уҡ Мансур ағайға телефон аша хәбәр итә. Ә ул үҙенең вездеход «Нива»һы менән улар әйткән урынға бара һалып етә. Ҡырҙа ут яғып ял итеүселәр менән тейешенсә аңлатыу үткәргәс, Мансур ағай ҙа тынысланып, артабан үҙ эше менән булаша. Әммә һуңғы осорҙа әллә ни ямғыр булмауы янғын сығып китеү ҡурҡынысын көсәйтә шул.
…Ул көндө Мансур ағай эш буйынса район үҙәгенә киткәйне. Тәүҙәрәк, һәр көндәгесә, урман тыныс булды. Ҡыҙ­ҙар иһә Әлисәнең ата­һы биргән бинокль менән алмаш-тилмәш урманлы тау үҙәндәрен байҡап сыҡты. Ә үҙәктә һауаға һу­ҙыл­ған ҡылдай нә­ҙек аҡ төтөн генә күренә. Моғайын, берәй балыҡсы таң менән унда ут яғып йылыналыр.
Йәйге ҡоро ел бер аҙ көсәйә төштө. Малдарҙы йылға буйына ҡыуып һыу эсерергә ваҡыт еткәндә ҡыҙҙарҙың иғтибарын баяғы төтөн тағы йәлеп итте. Ул инде шаҡтай ҙурая төшөп, ҡәҙимге ҡара төтөнгә әйләнеп бара ла баһа!
Ҡыҙҙар кемуҙарҙан Мансур ағайҙың телефонына шылтырата башланы.
– Хәҙер кешеләр барып һүндерерҙәр, тик үҙегеҙ утҡа яҡынлайһы булмағыҙ. Ут һүндереү балалар эше түгел, – тине Мансур ағай. Ни эшләптер бик тыныс һымаҡ ине ул. Әммә Әлисә барыбер тынысланманы, үҙенең атаһына шылтыратты. Ҡыр­ҙа тракторҙа эшләп йөрөгән Алмас ағай:
– Рәхмәт, ҡыҙым, Мансур ағайың был хаҡта беҙгә хәбәр итте инде. Китеп барабыҙ, – тине.
Аҫта, үҙәктә күренеп ултыр­ған ауыл урамында ла кешеләр йәнләнеп киткәндәй булды. Ана, Шәфҡәт ағай ҙа кескәй һабан тағылған тракторы менән шул яҡҡа йүнәлде.
Ҙурайғандан-ҙурая барған төтөн араһынан хатта ялҡын телдәре лә алыҫтан күренгеләй башлаған мәлдә ҡыҙҙар Мансур ағайға тағы-тағы шылтыратты. Әммә уның телефоны ни өсөндөр һәр саҡ яуапһыҙ ҡалды. Бына бер саҡ ағастар араһынан сыҡҡан төтөн ап-аҡ томанға әүерелгәндәй тойолдо. Ялҡын да күренмәй башланы. Кешеләр һүндерәләрҙер, ахырыһы...
– Ҙур рәхмәт һеҙгә! – тине Мансур ағай кискә үҙҙәренең өйҙәренә килгән Әлисә менән ҡыҙы Мәликәгә. – Һеҙ ысын разведчиктар булып сыҡтығыҙ!
Төнгөлөккә кемдер һүндермәй ҡалдырған усаҡтан сығып киткән булған икән был янғын. Ауылда Мансур ағайҙың дуҫтары араһында штаттан тыш янғын һүндереүселәр ҙә бар икәнен һуңынан ғына белде ҡыҙҙар.
Кис телевизорҙан ҡайҙалыр урмандағы ҙур янғын хаҡында тапшырыу ҡарап ултырған Әлисә: «Быларҙың разведкалары тейешле кимәлдә түгел, ахырыһы», – тип ололарса, хатта ысын хәрбиҙәрсә һығымта яһап ҡуйҙы...

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: