+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
15 Сентябрь 2021, 12:50

Ҡара эттең бәләһе – аҡ эткә

Хикәйә

Ҡара эттең бәләһе – аҡ эткә
Ҡара эттең бәләһе – аҡ эткә

Дәрестәр бөткәс, Әминә Рәхмәт ҡыҙы ҡайтырға ашыҡты. Ғә­ҙәттәгесә, өйгә инеү менән ҡулын сайҡатты ла сәй ҡуйҙы. Кейемен алыштырырға йоҡо бүлмәһенең ишеген асып та өлгөрмәне, телефон шылтыраны. Мәктәпкә директор саҡыртыуын иҫкәрттеләр. «Тәүге тап­ҡыр иртәрәк ҡайтҡайным, тағы ниндәй мәшәҡәттәре тыуҙы икән, дәрес­тәрҙә бер ни ҙә булманы, буғай, әллә берәй тикше­реүселәр килдеме икән, һуңғы осоро улары ла күбәйеп китте. Беҙҙең мәктәп­кә тоҙ һипкәндәрме ни», – тип хафаланып, аяҡ өҫтө бер сынаяҡ һал­ҡын сәйҙе һемерҙе лә йәнә эшенә китте.
Директор бүлмәһендә XI синыфтан ике уҡыусы менән етәкселәре ултыра ине.
– Әминә Рәхмәт ҡыҙы, ғәфү итегеҙ, һеҙҙе борсорға тура килде. Ун беренселәрҙә бөгөн дәре­сегеҙ нисек үтте? – тип сәйер һорау менән мөрәжәғәт итте мәк­тәп етәксеһе уға.
Уҡытыусы яурын һелкеп:
– Нисек тип ни, ҡәҙимгесә… Хәйер, янығыҙҙа уҡыусыларым, дәрес хаҡында улар ҙа һөйләй ала, – тине арыған йөҙөн йәше­рер өсөн.
Директор берсә уҡытыусыға, берсә уҡыусылар менән синыф етәксеһенә алмаш-тилмәш ҡарап алды ла:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һөйләгәйне лә… – тип туҡтап, ауыр көрһөндө лә һүҙен дауам итте, – шуның буйынса саҡыр­ҙыҡ та инде. Һеҙ – тәжрибәле, та­лапсан, заманса ҡарашлы уҡытыусы, һәр дәресегеҙҙең бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы үте­үен беләбеҙ. Тик бөгөн уҡыу­сыларығыҙ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә бит әле.
Директор синыф етәксеһенә, «хәҙер һин дауам ит», тигәндәй серле ҡараш ташлауға, тегеһе, шуны ғына көткәндәй, бер тында теҙеп һалды:
– Әминә Рәхмәт ҡыҙы, бөгөн нишләптер минең уҡыусыларымды дәрес буйы эткә тиңлә­гәнһегеҙ. Ун беренселәр өсөн был ғәрлек бит!
Уҡытыусы йәшен тиҙлеге менән дәрестең һәр этабын күҙ алдынан үткәрҙе.
…Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» тигән поэмаһынан өҙөктө ярты синыф ятламаған. Ба­һаларын ҡуйырға журналды алып инмәгәндәр. Фәриткә ҡуш­ҡайны, тегеһе теләр-теләмәҫ кенә сирылып, күршеһенә төрттө, уныһы ҡаршылашып маташты.
– Эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа, тигәндәй, бер-берегеҙгә сәғәт уғын бороп ултырыу килешә тор­ған эш түгел. Фәрит, староста булараҡ, тиҙ генә һин барып алып киләһең инде. Имтиханда был шиғыр бар. Шуға күрә ятла­ғандарға – яҡшы, ят­ламағандар­ға насар билдәләре ҡуйырға тура килер. Һуңғы осор ялҡаулана башланығыҙ, – тип Әминә Рәхмәт ҡыҙы уҡыусыларҙы ҡаты ғына шелтәләп ал­ды. Урынынан ҡуҙ­ғалған Фәриткә янында ултырған Хәлилдең: «Тапманым, тип алда ла ҡуй, йәме», – тип бышылдауын ишетеп, йәнә то­ҡанды ла китте.
– Хәлил, имтиханда ун дүрт шиғыр, шуның береһен дә ятла­маның. Етмәһә, дуҫыңды бо­ҙоҡлоҡҡа ҡотортаһың. Йыл бу­йы концерттан концертҡа, кон­курс­тан конкурсҡа йөрөп, мәктәпкә призлы урын алып ҡайта­һың, тип гел генә башыңдан һыйпап тороп булмай бит. Тормошта артист булып йәшәү өсөн дә белем, аҡыл кәрәк. «Эт йүгереген төлкө һөймәҫ», тип әйткән боронғолар. Мин генә түгел, баш­ҡа уҡытыу­сылар ҙа дәрескә әҙерләнмәүеңә зарлана. Үҙең ниндәй талантлы­һың, уҡыуҙа ла өлгөрөргә кәрәк. Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигәндәй, бары­ғыҙ­ға ла ҡағыла был. Ғайса Хөсә­йенов­тың «Ва­ҡыт» исемле парсаһында: «Ваҡытҡа үҙең хужа булмаһаң, ваҡыт һиңә хужа булыр», тигән аҡыллы һүҙҙәрен онотмағыҙ…
Мәктәпте тамамлауға ла, имтихандар тапшырыуға ла бик аҙ ваҡыт ҡалды. Эт яманы буранда ҡотора, тигән­дәй, имтихан бурандары яҡынла­ша, ҡото­рорға ярамай. Йәгеҙ, теманан ситләшеп киттек, дәрес­те дауам итәбеҙ. Үткәнендә беҙ Рауил Бикбаевтың «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһын уҡыныҡ, ә хә­ҙер йөкмәткеһе буйынса ҡыҫҡаса ана­лиз яҙабыҙ һәм дәрес аҙағында тапшырабыҙ. Тағы иҫегеҙгә төшөрәм: был әҫәр ҙә имтиханда бар.
Белемлеләр «һә» тигәнсә эшкә тотондо, ә «соҡор елкәләр», алан-йолан ҡаранып, кемдәндер күсе­реү сараһын эҙ­ләне. Хәлил Гөлгөнәнең ҡолағына ни­ҙер шыбыр­ланы. Ҡыҙ шәп-шәп кенә яҙҙы ла тегегә шылдырҙы, һәм икенсе ҡағыҙ алып, сатай-ботай йәнә яҙа башланы. Ә тегеһе ҡулын парта аҫтына йәшереп теле­фон менән уйнаны. Был күрене­ш­те күҙәткән уҡытыусы түҙмәне:
– Эт яллаған – кисеү кисмәҫ. Хә­лил белемең юҡ икән, кеше белеме һиңә кисеү аша сығыр­ға ғына етә… Гөлгөнә һиңә күсертеп ярҙам итмәй, ә ярҙан этә. Ул күккә күтәрелер, ә һин ярҙан наҙанлыҡ төпкөлөнә батырға әҙерһеңме? – тип уның арҡаһынан тупылдатып һөйөп китте.
Ҡаланан йөрөп уҡыған Таһир ике-өс һөйләм яҙған эшен һондо:
– Апай, зинһар өсөн, «икеле» ҡуймағыҙ инде. Теге ней… атайым «икеле»не күрһә, скутер алып бирмәйәсәк…
– Белмәгәнгә ялған билдә ҡуя алмайым, эткә һары май килешмәй, шуны ишеткәнең бармы? Хоҙай Тәғәлә ғәҙел юлдан барырға, хәләл ризыҡ ейергә, хәрәмдән йыраҡ булыр­ға ҡуша, етмәһә, имтиханда мин генә түгел, өсәү ултырабыҙ. Ул сағында ни эшләрһең?
Бер сая ҡыҙ:
– Апай, ниңә имтихан да имтихан тип ҡурҡытаһығыҙ, баш­ҡалар биргәнде беҙ ҙә бирербеҙ әле. Бүтәндәр Алланың ҡаш­ҡа тәкәһе түгелдер бит.
– Беренсенән, ул ниндәй тупаҫлыҡ, ә? Икенсенән, ҡурҡытырға йыйынмайым. Барыбер яуаплыраҡ ҡарарға кәрәк. Ҡай­һы берәүҙәр бөтөнләй әҙерләнмәй, шуға күрә «эт артында – ҡойроҡ, түрә артында – бойо­роҡ», тигәндәй, мин бөгөн уҡытыусы-түрә ролендә барығыҙға ла имтиханға ныҡлап әҙер­ләнер­гә бойорам.
Бер аҙҙан уҡытыусы һәр береһенең эшен ҡарап сыҡты.
– Бына бит кем уҡыған, шуларҙың күҙ асып йомғансы анализдары ла әҙер.
…Дәрестең һәр детален күҙҙән ысҡындырмай иҫкә төшөргәндән һуң, Әминә Рәхмәт ҡыҙы үҙе лә һиҙмәҫтән йылмайып ҡуй­ҙы.
– Балаларға тәрбиә булһын тип, дәрес һайын халҡыбыҙҙың аҫыл өлгөләре – мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡулланам. Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ, тиҙәр. Бөгөн эт тура­һындағы мәҡәлдәр тура килгән, күрәһең, – тине үҙен бер ҙә ғәйепһеҙ тойоп.
– Ғәзинур Ғәлимович, ысын, беҙҙең апай дәрес һайын бик мәғәнәле мәҡәлдәр ҡуллана, – тип һүҙгә ҡушылды өндәшмәй генә ултырған Вәсилә. – Ысын, шулай. Бик шәп фекер­ҙәр, мә­ҡәлдәр, хатта ҡайһы берҙәрен мин көндәлегемә лә теркәп барам. Ышанмаһағыҙ, бына ҡара­ғыҙ.
Вәсилә йәһәт кенә сумкаһынан бер дәфтәр килтереп сығар­ҙы ла асылған биттән ашығып уҡый башланы:
– Һөйләгән – аҡыл сәсә, тыңлаған – аҡыл йыя.
Директор ике ҡулын өҫтәлгә шапылдатып һалды ла һыны ҡатып көлдө:
– Их, һеҙ, артистар! Бушты бушҡа ауҙарғансы, аҡыл йыйы­ғыҙ!
Синыф етәксеһе ауыҙын тур­һайтып урынынан һикереп тор­ҙо:
– Ну, Ғәзинур Ғәлимович, улай ғәҙел түгел! Тимәк, минең уҡыусыларым эт була инде, шулаймы?
– Эйе лә. Беҙ эт балаларымы әллә? – тип Зилә Әминә Рәхмәт ҡыҙына тишерҙәй итеп ҡараны ла, яҡлау эҙләгәндәй, етәксеһе янына һырынды.
Директор синыф етәксеһенең Әминә Рәхмәт ҡыҙына күптән теш ҡайрап йөрөүен белә. Шәп уҡытыусының һәйбәт һө­ҙөмтәләренә ул ғына түгел, баш­ҡалар ҙа көнләшеүе, аяҡ салыр­ға тыры­шып, төрлө сәбәп эҙләүҙәренең һөҙөмтәһе икәнлеге көндәй асыҡ.
Үҙе лә башҡорт теле уҡытыу­сыһы булараҡ:
– Эт айға ҡарап өргәндән ай­ҙың нуры китмәҫ, тигәндәй, етер һеҙгә сүптән сүмәлә яһап йөрөр­гә! Һеҙ бит уҡытыусы, уҡыусыларға ниндәй үрнәк күр­һәтәһегеҙ? Барығыҙ, эшегеҙ менән булығыҙ! – тине директор ҡаты ғына.
– Их, һин, Зилә, болғаҡ! Синыфты оятҡа ҡалдырып йөрөй­һөң, бындай этлегеңде белгән булһам, инмәҫ инем. Әминә Рәхмәтовна, беҙҙе, зинһар, ғә­фү итегеҙ, һеҙҙең бер ғәйебегеҙ ҙә юҡ. Бына бит, ҡара эттең бәләһе – аҡ эткә…
Вәсилә кинәт иренен тешләне. Ә директор йәнә рәхәтләнеп көлдө, уның бындай ихлас итеп көлгәнен күргәндәре юҡ ине.
– Йә, ярай, кабинетты бушатығыҙ, юҡһа тағы әллә күпме эткә бәйле мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөрбөҙ, барығыҙ!
Зилә, туҡмалған эттәй, уҡытыусынан алда лап-лоп баҫып, тайыу яғын ҡараны.
Әминә Рәхмәт ҡыҙы директор бүлмәһенән сығып барғанда өләсәһенең «Эт этлеген итер, итәк-еңеңде йыртыр» тигән әйтемен иҫенә төшөрҙө.
«Ниңә этте яратмаҫҡа, ул бит хужаһына тоғро йән эйәһе. Киләһе дәрескә ошо темаға инша яҙҙырырға кәрәк, былай бул­ғас», – тигән уй менән тағы ла эткә бәйле мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫенә төшөрә-төшөрә иншаға тема һайланы. Өйгә етеп килгәндә күршеләге инәйҙең йәнә бер мә­ҡәлен иҫләне: «Илгә бир­һәң ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды, эткә бирһәң ашыңды, эттәр һөйрәр башыңды». Ҡыҙыҡ, былар – мин тапҡан мәҡәлдәр, ә уҡыу­сылар ниндәйҙәрен табыр? Ул дәрес бөгөнгөһөнә ҡарағанда ла ҡы­ҙығыраҡ булыр, ахырыһы…


Әлнисә АЛДЫРХАНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: