+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
2 Декабрь 2021, 10:45

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ

Хикәйә

Ауылыбыҙ бәләкәй генә, күп булһа, иллеләгән өй бар­ҙыр. Шуға бөтә балалар гел генә бергә уйнайбыҙ. Йәшкә ҡарап инде. Бына беҙҙең төркөмдә 8 – 10 йәшлектәр, апайымдар саҡ ҡына өлкәнерәк, шуға уйындарыбыҙға ҡушыла һалып бармайҙар. Йәштәштәрем – шыр малай. «Йылы шулай булды, гел малайҙар тыуып тик торҙо», – тип көлә әсәйем. Арабыҙҙа беҙҙән саҡ ҡына бәләкәйерәк бер бөртөк кенә ҡыҙыҡай бар. Гөлниса исемле. Уға уйнарға тиңдәш ҡыҙҙар юҡ, биш-алты йәшлек селбәрәләр менән йөрөй алмай ҙа һуң?! Шуға ҡайһы саҡта үҙебеҙҙең уйындарҙа ҡатнашырға рөхсәт итәбеҙ. Иҫ белгәндән алып гел бергәбеҙ, Гөлнисабыҙ үҙе лә малайға әйләнеп бөтөп бара. Беҙ ҡайҙа, ул да шунда. Бер ҡараһаң, сәсе ялпылдап кәртә башында ултыра, икенсеһендә – боҙҙа сәкән һуға. Әлбиттә, уға малайҙар менән төп командала уйнарға рөхсәт юҡ, ә үҙе бына тигән ҡап­ҡасы инде. Көрмәкләшеп ҡул һуғышы уйнай башлаһаҡ, бөтәбеҙ ҙә унан еңеләбеҙ, сөнки нисек инде ҡыҙ кешегә ҡул күтәрәһең? Гөлнисаны йәлләйбеҙ, ә ул беҙҙе – юҡ… Аяғы менән тибеп ебәрә, ҡулы менән дә һуға, тырнаҡтары менән сапсыша, етмәһә, тешләшеп маташа. Малайҙарҙан да арттырып ебәрә инде. Ундай саҡта мин гел генә унан алыҫтараҡ торорға тырышам. Ҡыҙҙар менән ысынлап тороп һуғышып булмай ҙа һуң?!
...Бер көн шулай уйнарға сыҡтыҡ. Йомшаҡ ҡына итеп ҡар яуып тора, көн әллә ни һыуыҡ та түгел. Ете-һигеҙ малай йыйылып киттек, арабыҙҙа, һәр саҡтағыса, Гөлниса ла бар. Ниндәй уйын уйнарға, тип бәхәсләшәбеҙ. Йылға буйына төшөр инек, кисә генә ялтырап ятҡан боҙҙо төнө буйы бер туҡтамай яуған ҡар ҡаплаған. Тауға сана шыуырғамы әллә йылға аръяғына барып сәкәнлек муйыл ҡарап ҡайтайыҡмы, тип кенә тора инек, күрше ауыл яғынан трактор күренде. Малайҙар ҡапыл йәнләнеп китте. Был – беҙҙең иң яратҡан шөғөл: урманға кәбән алырға барған тракторҙың артына тағылған ҡалайға һикерешеп менәбеҙ ҙә ауылдың осона сыҡҡансы тейәлеп барабыҙ. Әгәр ҙә тракторсы ағай күреп ҡалып, йоҙроғон төйә башлаһа, кемуҙарҙан борсаҡ кеүек тәгәрәшеп төшөп ҡасабыҙ.
– Әгәр ҙә мәгәр хәҙер бөтәгеҙҙән дә уҙҙырып, иң алыҫҡа барһам, бынан ары мине төп командала уйнатағыҙ, – тине ҡапыл Гөлнисабыҙ.
– Ыһы, эләкте, ти, һиңә төп командала урын. Ҡапҡала ғына торһаң да, шәп, – тип ауыҙын мыҫҡыллы салышайтты Фәнис.
– Әле үҙебеҙҙең арала уйнарға рөхсәт иткәс тә рәхмәт әйт, йәме, – тип уға ҡушылды Шамил да.
– Әйҙә, атыу бәхәсләшәбеҙ... Ну, отолһағыҙмы, ҡарағыҙ уны! Хәрәмләшмәй генә командаға ҡуяһығыҙ!
Ҡыҙыҡай һаман үҙенекен һөйләне. Малайҙар һуңғы һүҙҙе көтөп, миңә ҡараны.
– Капитан, һин ни әйтерһең?
– Ниңә, бәхәс икән, әйҙә, шулай бул­һын, тик барыһы ла ғәҙел үтергә тейеш. Әгәр Гөлниса еңелһә, яҙға тиклем теге селбәрәләр менән уйнай, беҙгә яҡын да килмәй.
Гөлниса менән Фәнис бер-береһенә шап итеп ҡул биреште, ә мин шаһит ролен үтәнем.
– Бөтәгеҙ ҙә күрҙегеҙме, ысын бәхәс бит был, – тине ҡыҙыҡай.
Эргәбеҙҙән үтеп барған тракторға иғтибар итмәгән булып, юлдан ситкә тайпылдыҡ, йәнәһе лә: «Тракторсы ағай, күрәһеңме, беҙҙең һиндә бер эшебеҙ ҙә юҡ, әйҙә, юлыңда бул!» Кабиналағы икәү үҙ-ара ихлас һөйләшә-көлөшә үтеп китте. Беҙ шик тыуҙырмаҫ өсөн әҙерәк тора бирҙек тә ярыша-ярыша трактор артынан йүгерҙек. Төртөшә-төртөшә, берәм-һәрәм ҡалайға һикерешеп менеп бөттөк. Бер Гөлниса ғына яйын таба алмай, йәнәшәләп йүгерә лә йүгерә. Фәнис уға бармағы менән төртөп, эйелә-бөгөлә көлә башланы.
– Ҡайҙа һиңә малайҙар менән ярышыу, әле нос не дорос!..
Тыш-пыш килеп һаман йүгергән ҡыҙыҡай йәл булып китте. «Бир ҡулыңды!» – тип һөрәнләгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Гөлниса ҡулын һуҙыуы булды, ике-өс малай бер юлы ҡалай өҫтөнә һөйрәп тә алдыҡ. Ул арала трактор ауылдың берҙән-бер төп урамын үтеп, иҫке ферма яғына боролдо. Хәҙер ошо бәләкәй тауҙы менеп етһә, тиҙлеген арттырасаҡ, ә теге яғына ҡара урман китә. Ошонан ары барғаныбыҙ ҙа юҡ беҙҙең, берәм-һәрәм һикерешеп бөтәбеҙ гел. Был юлы ла шулай булды: «Кем аҙаҡ, шул ҡаҙаҡ!» – тип бер-беребеҙҙе төрткөсләп-эткесләп, йомшаҡ ҡарға һикерештек. Гөлниса ғына тороп ҡалды. «Һикер! Һикер тиҙерәк!» – тиһәк тә, ҡыҙыҡай ҡалайҙың уртаһына сүкәйеп ултырҙы ла ҡуйҙы. Үҙе бер нәмә лә өндәшмәй. Трактор үргә менеп тә етте, ҡап-ҡара төтөнөн борҡолдатып, тиҙлеген арттырғандан-арттырҙы. Кем­уҙарҙан уның артынан йүгерешкән малайҙар арып, берәм-һәрәм тороп ҡала башланы. Шамил менән икебеҙ ике яҡтан: «Гөлниса! Һикер, еңдең бит! Еңдең, әйҙә, һикер,ҡурҡма, ҡар йомшаҡ бит, бер ерең дә ауыртмаҫ.Төш, алйот, төшөп ҡал!» – тип ҡыҙарып-бүртенеп һөрәнләштек. Ҡыҙыҡай ҡалайҙың ҡап уртаһына суҡайып ултырып китте лә бар­ҙы… Беҙ ни уға ҡул һелтәп тороп ҡалдыҡ.
– Һы, тәки иң шәбе булмаҡсы инде. Харап икән, берәү иң алыҫҡа бара, – тип һөйләнде Фәнис, танауын мырш-мырш тартып.
Ул арала артта тороп ҡалған малайҙар ҙа килеп етте.
– Үәт әй, ҡайҙа тиклем барыр икән?
– Сиртте бит танауға, малайҙар, уҙҙыр­ҙы был беҙҙән...
– Әй, малайҙар ғына ярышабыҙ!.. Ҡыҙыҡайҙар ҡушылмай, белдеңме? Бергә уйнатҡас та рәхмәт әйтһен әле...
– Хәҙер тракторсы ағайҙар күреп ҡал­һа, төшөрөп китә ул...
Малайҙар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, геү килде. Тиктормаҫ Шамил:
– Кем иң алда Батша тауына барып етә, шул уйынды башлай! – тип һөрәнләп тә ебәрҙе, үҙе әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән уҡ кеүек алға йомолдо. Малай­ҙар Гөлниса тураһында шунда уҡ онотоп, терһәктәре менән бер-береһен юлдан ситкә этә-этә, уның артынан саптылар. Мин аптырап бер алға, бер артҡа боролоп ҡараным. Трактор, ауылдан апаруҡ алыҫлашып, ҡара нөктәгә әйләнеп бара ине. Хәҙер анау боролош­ҡа етһә, бөтөнләй күҙҙән юғаласаҡ. Ни эшләргә икән? Ҡыҙыҡайҙы көтөргәме-юҡмы?
– Искәндә-ә-әр! Әйҙә, ҡалма!..
Фәнис эргәһендә минең юҡлыҡты күреп тә ҡалған. Беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ генә түгел, малайҙар ҙа «Ишәй менән Ҡушай» тип йөрөтә. Беребеҙ ҡайҙа, икенсебеҙ шунда булабыҙ. Әй ҙә, килер әле үҙе... Гөлнисаны әйтәм дә... Ҡайһы берҙә ныҡ йәнде көйҙөрөп ташлай ул. Малай булһа, күптән иманын уҡытып алырға ла күп һорамаҫ инек, ҡыҙҙарға ҡул күтәреп булмай шул. Саптым Фәнис артынан. Иң аҙаҡҡы булып килеп еткәндә тау башында Шамил батшалыҡ итә ине.
– Был тауға кем хужа?
– Иң шәп йүгерек Шамил батша!
Бәләкәй тауҙың иң түбәһенә тороп алған да ҡалғандарҙы тәгәрәтә һуғып тик тора. Унда-бында ҡарҙа борһаланып ятҡан малайҙар, аяҡҡа баҫыу менән күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, тағы үргә ынтылалар. Уйынға әүрәп, кис еткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Апайым ҡапҡа тышына сығып:
– Искәндәр, хәҙер үк ҡайт! Өйгә эшеңде эшләмәнең! – тип һөрәнләмәһә, тағы әллә күпме йөрөр инек. Тыңларға тура килде. Тиҙ генә киске тамаҡ ашап алыуға Гөлнисаның әсәһе килеп инде.
– Атаҡ, һин дә өйҙәһең, бөтәһен дә йөрөп сыҡтым, береһе лә ҡыҙымды күрмәгән. Искәндәр, һин ҡайҙа икәнен белмәйеңме?
Минең йөрәк «жыу» итеп китте... Уйын­ға әүрәп, Гөлниса бөтөнләй баштан сыҡҡан! Ыҡ-мыҡ иттем... Башҡа малайҙар һатмағанды, әйтеп тормайым инде. Күҙҙе лә йоммай:
– Юҡ, бөгөн беҙҙең менән уйнаманы ул, – тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әсәһе миңә шикле генә ҡарап, өндәшмәй сығып китте. Апайым һиҙмәй буламы һуң, күҙемә ҡараны ла:
– Алданыңмы? Көндөҙ генә һеҙҙеке менән Гөлнисаның да тауышы бик көслө сыға ине, – тимәһенме!
Мин башымды дәфтәремә нығыраҡ эйҙем, йәнәһе, ваҡытым юҡ, күрмәй­һеңме, өйгә эш күп. Юҡ-бар һорауҙарың менән башымды ҡатырма... Үҙем эстән генә, нисек һиҙҙермәй генә өйҙән шылырға икән, тип баш ватам. Әҙерәк ултыра биргәс:
– Башҡорт теленән өйгә эш яҙып алмағанмын икән. Тиҙ генә Фәнискә барып һорап киләм, – тип арлы-бирле кейендем дә урамға атылдым. Артымдан апайымдың:
– Тағы юғалһаңмы? Дәрестәреңде лә эшләп бөтмәнең, оҙаҡлама! Әтеү, атайға ошаҡлайым, – тип ҡысҡырғаны ғына ишетелеп ҡалды. Елдерҙем Фәнистәргә. Ҡаршыла ғына йәшәй ул. Бармаҡтарҙы ауыҙға тығып, әсе итеп һыҙғырыуым булды, тәҙрәлә ялп итеп башы ла күренде. Мин уға тиҙерәк сығырға ҡушып, ҡул болғаным.
– Гөлниса ҡайтмаған даһа!..
– Беләм, әсәһе беҙгә лә инеп сыҡты.
– Әйттеңме ҡайҙа икәнен?
– Юҡ, антым-шантым бына. Алдаш­һам, тешем төшһөн!
Дуҫым шартына килтереп, баш бармағы менән алғы тештәренә һуғып алды.
– Нишләйбеҙ инде?
– Әйҙә, һин теге остан малайҙарҙы йый, мин был яҡтыҡыларҙы саҡырам. Шунан кәңәш-төңәш итербеҙ. 20 минуттан ауыл осонда осрашабыҙ.
Икебеҙ ике яҡҡа йән-фарман елдер­ҙек кенә. Барыбер малайҙарҙы теүәл генә йыйып булманы, көнө буйы сама белмәй уйнағас, ҡайһыларын ата-әсәләре эшкә ҡушҡан, кемдәрелер дәрес әҙерләй ине. Дүрт кенә ҡорҙаш аптырашып, урам уртаһында торғанда ферма яғынан тигеҙ генә геүләү ишетелде. Ҡолаҡтар «ҡарп» итеп ҡалды.
– Теге трактор! Яңы саҡ ҡайтып килә!..
– Нимә булды икән? Ҡалай оҙаҡлаған?
– Әйҙә, барайыҡ әле, бәлки, уларҙан һорарғалыр, ә?..
Ҡаршы атлап оҙаҡ та барманыҡ, ҡараңғылыҡ пәрҙәһен йыртып, көслө ут күҙҙе сағылдырҙы. Беҙ юлдың ситенә төшөп көтә башланыҡ, үҙебеҙ ҡул күтәрәбеҙ. Оло аҙау эҫкерт таҡҡан трактор, пырх-пырх килеп, эргәнән үтеп китте.
– Күрҙеңме, кабинала Гөлниса ултыр­ғанын?..
– Ысынмы?..
– Әйҙә, тиҙерәк булығыҙ!..
Һөрәнләшә-һөрәнләшә трактор артынан саптыҡ, кемуҙарҙан ҡалайға шыу­ҙырып ултыртылған эҫкерттең артына тығылышып һикерҙек.Трактор көсәнә-көсәнә барҙы ла Гөлнисалар яғына боролған юл сатында туҡтаны, беҙ тракторсы ағайҙар күрмәҫ борон, тип дүртебеҙ дүрт яҡҡа көрткә һикереп төшөп ҡастыҡ. Кабина асылды ла унан тәүҙә күрше ауылдағы Азамат ағай күренде, аҙаҡ ҡулын һоноп, Гөлнисаны күтәреп ергә баҫтырҙы.
– Ҡыҙым, үҙең ҡайтып етерһеңме? Ҡурҡмайһыңмы?
– Юҡ, ағай. Өйөбөҙ бынауында ғына ла.
– Атай-әсәйең юғалтҡандыр инде, көйһәләр, әйт, Азамат ағай әрләмәҫкә ҡушты, тиген. Һинең менән барып хәлде аңлатыр инем дә, ҡабаланам. Былай ҙа яҡты күҙҙә бесәнде алып ҡайтып өлгөртөп булманы.
– Рәхмәт, ағай!
Гөлниса ҡайтыу яғына йүгерҙе.
– Гөлниса! Гөлниса!..
– Ҡайҙа йөрөнөң, әй! Хәҙер әсәң һыҙыра бит инде.
– Вис барыбыҙға ла йөрөп эҙләп сыҡты...
Ҡыҙыҡай беҙҙе үсекләп, телен сығар­ҙы.
– Үәт, мин иң аҙаҡҡа, Салауат савхузына тиклем барҙым бит әлүк!..
– Алдама! Унда тиклем барһаң, күптән боҙбармаҡҡа әйләнер инең! – тип еңеште Фәнис.
– Ә мин кабинала барҙым... Тракторсы ағайҙар ауылдан 6 – 7 километр киткәс кенә күреп ҡалды. Тәүҙә, эй, әрләнеләр, ҡайтарып ебәрергә булып киттеләр. Шунан: «Яңғыҙ ҡайтырға ҡур­ҡам, юлда бүре ашаһа», – тип юрамал илаған булдым... Ахыры, үҙҙәре янына кабинаға ултыртып алдылар, термостан ҡойоп сәй эсерҙеләр әле. Көнө буйы улар менән йөрөп ҡайттым, үәт! Хатта ҡыҙыҡ булды!..
– Әһә, хәҙер ҡыҙыҡты өйҙә күрһәтер­ҙәр әле, – тип үсәгән төҫлө әйтеп ҡуйҙы кәйефе төшкән Фәнис.
– Ә мин өйгә инеү менән атайым янына барып ултырам... Унда әсәй әрләй алмай, атайым мине барыбер һуҡтырмай ҙа, әрләтмәй ҙә... Үәт, ә барыбер еңеүсе булдым бит әлүк!.. Иртәгә үк командаға төп уйынсы итеп ҡуяһы­ғыҙ, белдегеҙме!
Гөлниса беҙҙе үсекләп, телен сығарып күрһәтте лә йүгереп ҡайтып китте. Фәнис бер алдыма, бер артыма сығып, ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүен дауам итте.
– Улай дөрөҫ түгел, ивет! Хәрәмләшә Гөлниса, беҙ малайҙар ғына ярышабыҙ, ҡыҙҙар ҡушылмай, эйеме!..
Бер ни ҙә өндәшмәнем. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ инде, егетмен тигән кеше бер төрлө һөйләп, икенсерәк эшләп тормаҫ бит.

Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: