+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Апрель 2022, 14:10

Гүзәл шишмәм – Ҡараным

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА

 

Тау аҫтынан, таштар ярып,

Өҫкә урғып сығаһың.

Йәйен-ҡышын талдарыңа

Йырҙарыңды һуҙаһың.

 

Күңелемә яҡынһың шул

Бала саҡтан, Ҡараным.

Болоҡһоған саҡтарымда

Йәшәү һуты аламын.

 

Гүзәл шишмәм Ҡараным,

Һиңә тағы барамын.

Хәлдәр ала һыуың уртлап,

Ярҙарыңда юлаусы.

 

Был донъяла мин генәме

Эскән һыуын уйлаусы?!

Күңелемә яҡынһың шул

Теш ҡамашыр Ҡараным.

 

Туғайыңда бесән саптым,

Тирҙем муйыл, баланың.

Гүзәл шишмәм Ҡараным,

Йөрәктәргә дауаһың...

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: