-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
11 Апрель 2022, 12:35

Апрель

Барый НОҒОМАНОВ

 

Күк зәңгәр ебәк ябынған,

Ҡояш та ихлас көлә.

Ташҡан йылғалар шауынан

Дәртле моңдар һибелә.

 

Ҡанатын ҡағып, ҡыуанып,

Сыйырсыҡ, ана, һайрай.

Ер өҫтө тора быуланып,

Ә урман кейем һайлай.

 

Күр, тирә–яҡ сумған йәмгә,

Күңелгә яҡын был ай.

Йомарт апрель нурҙарынан

Ерем яңыра шулай.

 

Фото: https://img2.goodfon.ru/original

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: