+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Апрель 2022, 14:10

Ысын дуҫ ул...

 

Ысын дуҫ ул,шундай була -

Иң ауыр саҡта килә.

Һинең барса серҙәреңде

Үҙеңдән яҡшы белә.
 

Ысын дуҫ ул,шундай була-

Ҡыйыш икән,төҙәйтә.

Күҙеңә туп-тура ҡарап

Хаталарың төҙәтә.
 

Ысын дуҫ ул ,шундай була-

Һатмай һине,алдамай.

Һинән бейектә торһа ла

Кешелекле һәм ябай.
 

Ысын дуҫ ул,ҡанһыраған

Яраларҙы дауалай.

Иңен ҡуя - тайғаныңда,

Ғәйбәттәрҙән аралай.
 

Ысын дуҫ ул,алыҫтағы

Көс биреп торор маяҡ.

Дошманың маҡтаған саҡта

Тора ул һине аяп.
 

Ысын дуҫ ул,ҡарап тормай

Баймы,әллә бөлгәнме?..

Ысын дуҫлыҡтың хаҡтарын

Һынай заман елдәре.


Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Әлшәй районы.

Фото: https://fb.ru/misc/i/

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: