-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Май 2022, 12:20

Ҡотло булһын май айы!

 

Ҡар-бурандар, боҙ-һалҡындар

Сигенеп, артта ҡалды,

Яңы тормош башлар өсөн

Донъя йәшел төҫ алды.

 

Һутлы үлән ҡалҡты малға,

Тәмләнде ҡаймаҡ-майы,

Ялан иңләп сабып йөрөй

Бейә, ҡолоно, тайы.

 

Нескә ҡылын күңелемдең

Сиртеп үтте май айы,

Ҡотло булһын, тыныс тыуһын

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы!

 

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Миәкә районы, Күл-Ҡунҡаҫ ауылы.

Фото: goodfon.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: