+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Май 2022, 11:20

Беҙ - мосолман

Лариса АБДУЛЛИНА

  

Донъялағы иң бөйөк моң –

Аҙан тауышы, аҙан.

Өммәтен туплар изге ай –

Мең хикмәтле Рамаҙан!

 

Донъялағы иң бөйөк һүҙ –

Ҡөрьәндәге хәҡиҡәт.

Аҡылың менән уҡы ла,

Йөрәгең итһен диҡҡәт.

 

Тик бер сүрә ятлағандар

Ала йәнгә мең һиммәт!

Хәрәкәттә – бәрәкәт ул.

Намаҙҙа иң ҙур хикмәт.

 

Иң бөйөк һүҙ – Аллаһ һүҙе!

Рәхимле ул, әл-Ғәҙим!

Доғаларымдың изгеһен,

Ниәттәремдең иң сафын

Үҙеңдеке ит, Рәхим!

 

Фото: dumsk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: