-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
6 Май 2022, 09:30

Һаумы, яҙ!

 

Йырлап аға гөрләүектәр

Яҙҙар башланған һайын.

Ҡояш нурына ирәйеп

Суҡтарын эйгән ҡайын.

 
Тирәктәрҙә, еректәрҙә

Ҡошсоҡтар һайрай күптән.

Әйтерһең дә, өр-яңы йыр

Ағыла төҫлө күктән.

 
Аҡ юрғанын ташлаған ер,

Гүйә, иркен тын ала.

Тәбиғәттең матур мәле

Йәшәй бөгөн донъяла.

Гөрләүектәр йырлап аҡһын,

Ер сумһын бәхет-нурға.

 
Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Фото: portal.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: