+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Май 2022, 11:25

Ҡояш саҡыра

 

Сыр-сыу килеп ҡоштар оса,

Ергә яҙ килә.

Гөрләүектәр ярһып аға,

Ал ҡояш көлә.

 

Ниндәй матур иртә бөгөн,

Талпына күңел.

Ташып барған хис даръяһын

Тыйырлыҡ түгел!

 

Әйҙә, дуҫҡай, йүгерәйек,

Ҡояш саҡыра.

Әйҙә, офоҡ аръяғында

Юлдар яҡтыраҡ.

 

Зәңгәр донъя тирә-яғым,

Йымылдай нурҙар.

Умырзая баш ҡалҡыта,

Яңғырай йырҙар.

 

Килер яҙҙар бөгөнгөләй

Гел матур булһын.

Шатлыҡ менән, сафлыҡ менән

Күңелдәр тулһын.

 

Әйҙә, дуҫҡай, йүгерәйек,

Юлдар саҡыра.

Әйҙә, офоҡ аръяғында

Көндәр яҡтыраҡ.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Фото: zoom.me/big

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: