+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Июль 2022, 09:30

Июль тыуҙы...

 

Июль тыуҙы. Һауғынамы, июль!

Ике ҡуллап тороп күрешәм.

Нисек булыр икән йәй уртаһы?

Маҡсат-уйҙарыңды белешәм.

  

Өндәшмәйһең, бер ҙә ашыҡмайһың

Серҙәреңде түгеп сәсергә...

Эҫе һағындырҙы! Тура килһен

Ҡалын кейемдәрҙе сисергә.

  

Июнгә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ:

Ҡорғаҡһыған ерҙәр йәшәрҙе,

Ямғыр менән ҡуша беҙ иланыҡ,

Ҡыуаныстан түгеп йәштәрҙе.

 

Еркәйебеҙ — йәйҙең хөкөмөндә,

Билбыуарҙан үҫте үләндәр,

Ҡайҙа ғына баҡма — йәшеллектәр,

Ҡайҙа ғына баҫма — келәмдәр.

 

Һәйбәт булды. Шөкөр итә -итә

Оҙаттыҡ та һалҡын июнде...

Июль тыуҙы. Эҫе йәй көтәбеҙ

Сисеп ырғытырлыҡ кейемде.

 

Флүрә МАЛИКОВА.

Сығанаҡ: ok.ru

 

Фото: goodfon.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: